Рәсәйҙең 1998 йылдың 25 июнендә ҡабул ителгән «Терроризм менән көрәш тураһында» Федераль ҡанундың 3 статьяһында «терроризм»дың Енәйәт кодексында бирелгән төшөнсәһенә (ст.205) бер ни тиклем киңәйтеберәк аңлатма бирә. Быға нигеҙ итеп Енәйәт кодексының 277—се статьяһында ҡаралған тағы ла бер енәйәт төрө, атап әйткәндә террор акты (урыҫса: террористический акт) аңлатмаһы тора. Шулай итеп, Федераль ҡанунда алда билдәләп кителгән енәйәт ҡылыҡтарына тағы ла түбәндәгеләр өҫтәлгән: дәүләт йәки йәмәғәт эшмәкәренең улар атҡарған дәүләт йә сәйәси эшмәкәрлеген туҡтатыу йәки уның өсөн үс алыу маҡсатында ғүмерҙәренә ҡул һуҙыу; һуғыш тыуҙырыу йә халыҡ-ара бәйләнеш һәм мөнөсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырыу маҡсатында халыҡ-ара һаҡлау аҫтында булған сит дәүләт вәкиленә йә халыҡ-ара ойошма хеҙмәткәренә, шулай уҡ уларҙың эш урынына һәм транспорт сараларына һөжүм итеү. Ҡайһы бер ғалим-тикшеренеүселәр билдәләүенсә, дөйөм алғанда, террорҙы дәүләттәге власть менән идара итеүсе сәйәси көстәр ҡуллана, һәм улар был юҫыҡта үҙҙәренә бойһонған төрлө власть структураларын, дәүләткә ҡаршылыҡты баҫтырыусы репрессия аппаратын, армияны һәм төрлө йүнәлештәге махсус хеҙмәттәрҙе файҙалана. Миҫал өсөн:
Октябрь социалистик революцияһынан һуң
Рәсәйҙә большевиктар тарафынан үткәрелгән «ҡыҙыл террор» һәм уға ҡаршы аҡ гвадеецтар һәм улар яҡлылар ойошторған «аҡ торрор», шулай уҡ
Сталин ваҡытындағы сәйәси репрессиялар. Терроризмға килгәндә, ул, башлыса, власҡа оппозицияла торған көстәр тарафынан тормошҡа ашырыла.