Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Август 2020, 14:31

Тарихи эҙләнеүселәр байрамы

15 август — Археологтар көнө

Археология – үткәнебеҙҙең ваҡыт шаршауын асҡан, тарихыбыҙ серҙәре менән таныштырған, ҡайһы саҡта иҫ китәрлек асыштар яһаған фән. Археологтар булмаһа, Боронғо Рим, Греция, Һиндостан һәм башҡа бихисап дәүләттәр тураһында донъяла бөгөн белерҙәр инеме икән? Сер түгел, һуңғы мәлдә беҙҙең Башҡортостанда ла ысын мәғәнәһендә тарихи асыштар яһала. Өфө II ҡаласығында табылған ҡомартҡылар ҙа шулар иҫәбендә. Уларға ярашлы, Өфө – Рәсәйҙәге иң боронғо ҡалаларҙың береһе һәм уға нигеҙ һалыныуға кәмендә 1500 йыл.
Археологтар көнө рәсми рәүештә календарҙа күрһәтелмәгән. Шулай ҙа тотош Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә тарихи эҙләнеүҙәргә тормош юлын арнаған бихисап белгес 15 августы һөнәри байрам тип иҫәпләй. Башҡортостан биләмәләрендә археологик әһәмиәткә эйә 547 объект иҫәпләнә, уларҙың 300-ҙән ашыуы — ҡурғандар. Һөнәри байрамын билдәләүселәр ер ҡуйынында һаҡланып ҡалған ҡомартҡылар буйынса боронғо халыҡтар тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә.
Башҡортостан археологтары бөгөн ҙур бер профессиональ коллективҡа ойошҡан. Башҡорт дәүләт университетында Археология, боронғо һәм урта быуат тарихы кафедраһы бар. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетының археология коллективы, Рәсәй Фәндәр Академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археология бүлеге һөҙөмтәле эшләй. Был белгестәрҙе Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа әҙерләйҙәр.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне .
Читайте нас: