Йорт һалып, тәртипле балалар үҫтереп, ғүмер буйы тыуған колхозында фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, өлгөлө ғаилә ҡороп, лайыҡлы йәшәргә тырышыуҙары менән тыуған еренең бәҫен күтәреп, замандаштарына әле лә үрнәк булып тора ундайҙар.
Тәнзилә һәм Хәйҙәр Заһиҙуллиндар йәшләй генә сәстәрен-сәскә бәйләй. Уларҙың ныҡлы, татыу ғаиләһенең барлыҡҡа килеүенә теүәл ярты быуаттан артыҡ ваҡыт уҙған, әммә хистәре туҙмаған.
Тәнзилә апай 1947 йылда Татарстандың Менделеев районының Туҡай ауылында тыуған. Әсәһе Гөлйыһан менән атаһы Ниғмәтулла һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерә. Һуғыштан һуңғы йылдар ауыр булһа ла ғаиләләре үҙ тырышлыҡтары, йүнселлектәре арҡаһында етеш йәшәй. 7-се класты тамамлаған Тәнзилә бер нисә тиҫтеренә эйәреп, колхозда һауынсы булып хеҙмәт юлын башлай.
Билдәле булыуынса, ул заманда бөтә ил буйынса йәштәр Ҡаҙағстанға ағыла. Өс йыл фермала һыйыр һауғандан һуң, ауылдаш ҡыҙҙар менән бергә ата-әсәһенең ризалығын алып сит ерҙәргә юллана. Был 1966 йыл була. Шулай итеп ҡыҙҙар Денисовка совхозында төҙөлөшкә эшкә урынлаша.
Тәүәкәс егете Хәйҙәр ҙә Рамаҙан ағаһының артынан күрше республикаға йыйына. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәй йөрәге елкенеп, дәртләнеп сығып китә ул ҡаҙаҡ далаларына һәм Тәнзилә эшләгән совхозға килеп эләгә . Бында колхоздан командировкаға ебәрелгән Рамаҙан ағаһы менән бергә башҡа ауылдаштары ла була.
Йәш саҡ — йөрәк елкенеп типкән саҡ. Ҡайҙа ғына булһаң да ул үҙенекен итә. Шулай төрлө тарафтарҙан йыйылған йәштәр берҙәм гармун уйнап, киске уйындарға сыға, бер-береһе менән яҡындан таныша. Беҙҙең геройҙарыбыҙ ҙа тап бына ошо уйындарҙа осраша. Ерән сәсле, зәп-зәңгәр күҙле татар ҡыҙы бер күреүҙән егеттең йөрәгенә һөйөү осҡонон сәсә. Ҡыҙ ҙа тыныс холоҡло, итәғәтле, һәр саҡ йылмайып ҡына һөйләшкән йәш кешегә иғтибар итеп ҡуя. Ауылдаштары ла быны һиҙеп уларҙы димләй башлай. Шулай итеп, Заһиҙуллиндар ғаиләһе тыуа.
Бер ни тиклем ваҡыт совхозда йәшәгән һуң, улар Тәүәкәскә ҡайтырға ҡарар итә. Татар киленде ауылда тиҙ арала үҙ итәләр. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған Тәнзилә лә һөйгәненең туғандары, күрше-күләндәре менән уртаҡ тел таба. Эшһеҙ торорға яратмаған ханым колхоз фермаһына һауынсы булып урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо һөнәренә тоғро ҡала. Уның тырыш, намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Хәйҙәр Сиражетдин улы ла “БАССР-ҙың 50 йыллығы” исемендәге колхоздың иң уңған, егәрле механизаторҙарынан һаналды. Ул “ДТ-75”, “МТЗ-2,5” һәм башҡа техникаларҙа игенен дә, сөгөлдөрөн дә сәсте, утын-бесәнен дә ташыны, эшләмәгән эше ҡалманы.
Өс ҡыҙға, ике улға ғүмер бүләк итә улар. Заһиҙуллиндар бар булмышын ауыл тормошона бәйләп, үҙ халҡына тоғро хеҙмәт итеп, хәҙер инде хаҡлы ялға туҡтаған. Бөгөн Тәнзилә Ниғмәтулла ҡыҙы һәм Хәйҙәр Сиражетдин улы балаларына ҡәҙерле атай-әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә хөрмәтле олатай, яғымлы, аҡыллы өләсәй булып бәхетле ҡартлыҡ көндәрен кисерә. Өлкән йәштә булһалар ҙа, уларҙың донъяһы гөрләп тора: ҡош-ҡорт үрсетәләр, йыл һайын йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш алалар. Ял, байрам көндәре еткәс тә, атай–әсәй тип өҙөлөп торған балалары, олатай-өләсәй тип килеп һырылған ейән-ейәнсәрҙәре улар янына ашҡына. Һәр хәлдә, балаларының күҙ терәп ҡайтыр урындары бар.
Халыҡта “Ике уңған йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә” тигән бик аҡыллы һүҙҙәр йәшәй. Улар Тәнзилә апай менән Хәйҙәр ағайға төбәп әйтелгән кеүек. Егәрлеләр генә эштән дә, ғаиләнән дә уңа шул…