Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Август 2020, 14:19

Атҡарылған эштәр байтаҡ

— Ҡала мөхитен төҙөкләндереү программаһы өсөн бик рәхмәтлебеҙ.

Ләкин республикала халыҡтың 40% ауыл ерендә йәшәй, беҙҙә ҙур ауылдар күп. Хәҙер кешеләр күп нәмәне күрә, уларҙың донъяға ҡарашы үҙгәрә. Әгәр элек ауылда сквер йәки парк тураһында һөйләй башлаһаң, кәртәгә сығыу менән парк башлана, тигән яуапты ишетергә мөмкин ине. Хәҙер ауыл халҡы ла үҙҙәрендә төҙөкләндерелгән уңайлы биләмәләр булыуын һорай. Ҡатын-ҡыҙ, туфли кейеп, бала менән яҡты һәм хәүефһеҙ урамда йөрөй алырға тейеш. Был, әлбиттә, министрлыҡҡа һорау түгел, ләкин беҙ ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса программаларҙы ла аҡса менән тулыландырыу йәһәтенән ҡарарҙарҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Бөгөн Оҙондар ауылы биләмәһендә сүп-сар контейнерҙарын ҡуйыу, майҙансыҡтарын ипләү, урамдарҙы төҙөкләндереү кеүек байтаҡ эштәр башҡарыла. Ошо йәһәттән Аҙау, Айытмәмбәт ауылдарында өҫтәлмә сүп контейнерҙары булдырылған. Оҙондарҙа Салауат Юлаев урамында һәм зыярат эргәһендә яҙлы-көҙлө артыҡ һыуҙы йыйып ситкә ағыҙыр өсөн дренаждар һалынған. Шулай уҡ ауыл урамдарын, оло юлдарҙы тәртиптә тотоу көнүҙәктә ҡала: рәшәткәләр яңыртылған, сүп-сар, ҡый үләндәре таҙартылып тора.
— Аҙау ауылында урамдарҙы яҡтыртыусы лампаларҙы светодиодлыға алмаштырыу планлаштырыла. Йыл ярым элек 2019 йылдың 1 ғинуарында республика “Экология” милли проекты сиктәрендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереүҙең яңы системаһына күсте. Уның сиктәрендә сүплектәрҙе яйлап рекультивациялайбыҙ. Оҙондарҙағы ҡыйлыҡта эштәрҙе тамамланыҡ, сират Аҙау һәм Айытмәмбәттә.
Әлегә тиклем йылға буйҙарында дежур рейдтар булып торҙо. Һыу буйында ял итеүселәр, балыҡсылар араһында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртеүҙәр яһалды. Бөйөк Ватан һуғышы, афған, чечен ғәрәсәтендә ҡатнашҡан ветерандарҙың ҡәберҙәрен тәртиптә тотоу ҙа иғтибар үҙәгендә.
Имен булмаған ғаиләләр менән тәрбиәүи саралар үткәрәбеҙ. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын ҡат-ҡат киҫәтеп торабыҙ,- тип башҡарылған эштәр менән таныштырып үтте Оҙондар ауылы биләмәһенең башлығы Рөстәм Фәтих улы Мөхәмәтдинов.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: