Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Август 2020, 18:09

Йорт хайуандарының ауырыуҙары

Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың яратҡан йорт хайуандары бар.

Улар беҙгә ғаилә ағзалары кеүек яҡын. Шуға күрә эт, бесәй һәм башҡалар сирләгән осраҡта борсола башлайбыҙ.
Эттәрҙең һәм бесәйҙәрҙең ниндәй сирҙәре бар һуң? Иң таралғандары паразитар, йәки бер күҙәнәкле организмдар тыуҙырған инвазион ауырыуҙар. Улар хайуандарҙың эске ағзаларын һәләк итә. Талпандарҙан таралған пироплазмоз, ваҡ талпандар йоҡторған отодектоз кеүек ҡысынҡы сирҙәр менән йыш ҡына бесәйҙәр, эттәр һәм башҡа хайуандар сирләй. Инфекциялар ҙа ҡартайған һәм иммунитеты түбән булған дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы һағалап ҡына тора. Уларҙың иң таралғаны — ҡотороу. Ҡотороу вирусы организмға сирле хайуандың төкөрөгө аша күсә һәм баш мейеһендә таралып, ялҡынһыныуға килтерә. Хайуандарҙың хәл-торошо үҙгәрә, аппетиты юғала, йәрәхәтле ерҙәрен кимерә башлай. Бер аҙҙан төкөрөк бүлеп сығарыу көсәйә, хайуандар кешеләргә ташлана, көҙән тарта башлай һәм һәләк була. Ҡотороуҙан дауа юҡ. Сирле хайуандар тешләгән осраҡта, беҙ ҙә ауырыуҙы йоҡтора алабыҙ. Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға ваҡытында вакцинация үткәргәндә, үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Был сара өс айлыҡ барлыҡ хайуандарға, йыл әйләнәһендә аҙна һайын һәр шаршамбы һәм шәмбе сәғәт иртәнге 10:00-дан 13:00-кә тиклем түләүһеҙ уҙғарыла. Иммунитет бер йыл һаҡланасаҡ.
Әгәр һеҙҙе сирле хайуан тешләһә, кисекмәҫтән ярағыҙҙы яҡшылап һабын менән (хужалыҡ һабыны) йыуығыҙ. Һуңынан перекись йәки йода менән эшкәртегеҙ. 48 сәғәт эсендә медицина учреждениеһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тейешһегеҙ.
Икенсе ҡурҡыныс сир — тағун (чума). Малдың тән температураһы юғары күтәрелә, хәле бөтә, күҙҙәренән эрен сыға. Уның менән йышыраҡ тоҡомло эттәр ауырый.
Йорт хайуандары йоғошһоҙ сирҙәр менән дә яфаланырға мөмкин. Кешеләрҙеке кеүек йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлы, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары ла уларға таныш. Дөрөҫ һайланылмаған туҡланыу рационы гастритҡа килтерә. Һөҙөмтәлә малдар ябыға, ҡоҫа һәм йөндәренең төҫө тоноҡлана. Күҙ, ҡолаҡ, теш, мускул туҡымаһының ауыртыуы һәм йәрәхәтләнеүҙәр сирҙең хирург төрөнә ҡарай. Һәр көйһөҙләнеүҙең үҙенең билдәләре бар. Тик ветеринар ғына дөрөҫ диагноз ҡуя ала.
Сирҙәрҙе дауалау уларҙың ҡатмарлығынан тора. Мәҫәлән, инфекциялы ауырыу мәлендә малдарға махсус һүл (сыворотка) индерелә. Паразиттар менән яфаланғанда вена эсенә йәки мускул туҡымаһына төрлө инъекциялар яһала, айырым осраҡта операциялар атҡарыла. Сирле хайуандарға яҡшы тәрбиә, диетик туҡланыу мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ауырлығын үлсәп торорға кәрәк: артыҡ күп ашатыу һимертеүгә килтерә, ә ул йөрәк сирҙәренә сәбәпсе. Йорт хайуандарын дауалау ҙур сабырлыҡ һәм күп ваҡыт талап итә. Шуға күрә профилактик саралар уҙғарыу отошлораҡ булыр. Бының өсөн туҡланыу рационын күҙәтергә, һуңламай тейешле прививкаларҙы эшләтергә, таҙалыҡ һаҡларға, берәҙәк малдар менән бәйләнеш булдырмаҫҡа кәрәк. Сүплек янында йөрөргә кәңәш ителмәй. Сөнки бындай урындар ҡомаҡтарҙың, сысҡандарҙың һәм башҡа зарарлы кимереүселәрҙең яратҡан урыны.
Йорт хайуандарының кәйефенә лә иғтибар итеп тороу файҙалы. Ҡоро танау, йөнөнөң ҡойолоуы уның һаулығы ҡаҡшауы тураһында хәбәр итә. Профилактика саралары һәм ветеринарға күренеү уларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡ.
Район ветеринар станцияһында дәүләт ветеринар аптекаһы эшләй. Бында паразит сирҙәргә ҡаршы яҡшы дарыуҙар, махсус аҙыҡтар, вакциналар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатыла. Шулай уҡ малдарҙы стерилләү, биналарҙы дезинфекциялау, дезинсекция һәм дератизация үткәреү кеүек саралар башҡарыла.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: