Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Август 2020, 17:39

Яҙмышымда — баллы эҙ

Борон замандан ҡортсолоҡ ата-бабаларыбыҙҙың төп шөғөлдәренең береһе булған.

Изге кәсепте бөгөн дә үҙ итеүселәр байтаҡ. Был эш уңғанлыҡ, тырышлыҡ, түҙемлек талап итә. Сабырлылар һәм бал ҡорттарын ысын мәғәнәһендә аңлап тороусылар ғына ошо һөнәргә ғүмерлеккә тоғро ҡала. Ҡурғаш ауылында йәшәүсе Фәйрүзова Кифая Мансур ҡыҙы — ана шундай йүнселдәрҙең береһе.
Ҡыҙылъяр ауылында тыуып үҫкән Кифая Мансур ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙағы бөтә ауырлыҡтарҙы белеп-күреп буй еткерә.
— Атайым бик йүнсел, егәрле булды. Шуға һәр саҡ етеш йәшәнек. Ул башҡа ир-егеттәр менән фронтҡа киткәс, әсәйебеҙ ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар кеүек колхоз эшенә егелде. Беҙҙе, өс баланы, өләсәйебеҙ ҡараны. Атай һуғыштан ҡайтҡансы үҙебеҙҙең мал-тыуарҙан, бал ҡорттарыбыҙҙан нисек тә айырылмаҫҡа тырыштыҡ. Халыҡ ал-ял белмәне, бер-береһенә һәр саҡ ныҡлы терәк булды. Көндәлек мәшәҡәттәр, билдәһеҙлек, һағыш тәнгә ҡаҙалған талпан кеүек көсөбөҙҙө һурһа ла, ҡәҙерле кешеләребеҙҙе ҡабат күреү, тыныс тормошта бәхетле йәшәү теләге терелтте, артабан алға барырға дәрт бирҙе.
Баласаҡ — ғәмһеҙ саҡ. Ололар бар булмыштары менән фронт һәм тыл мәшәҡәттәрендә булһа ла, беҙ, балалар, барыбер бәхетле, мауыҡтырғыс минуттарҙы таба инек… Бәләкәйҙән бал ҡорттарының сәскәнән-сәскәгә ҡунып, һут йыйғандарын күҙәтергә яраттым. Әллә кескәй булыуымды белепме бер ваҡытта ла саҡманылар. Һуңғараҡ ололарҙың уларҙы нисек тәрбиәләгәнен күреп, ярҙамлаша башланым. Ҡыҙыҡһыныуым артҡандан-артты һәм үҙем дә һиҙмәҫтән ошо шөғөлгә өйрәнеп киттем. Шулай итеп изге бөжәккәйҙәр яҙмышыма “баллы эҙ” һалды.
Әле лә сәғәттәр буйына нескә билкәйҙәргә һоҡланып ҡарап торорға яратам. Улар менән булашыу күңелгә сихри дауа, ҡәнәғәтлек бирә. Бал ҡорттары бик аҡыллылар, һин һөйләшмәһәң дә күңелеңде, уйҙарыңды аңлап тора.
Ғүмер юлымда табышыуҙар ҙа, юғалтыуҙар ҙа, үкенеүҙәр ҙә, шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа үҙ урынын алды. Нимә генә булмаһын, бер ваҡытта ла бал ҡорттарынан айырылманым, улар минең йәшәйешем, -тип ҡорттар менән булышҡан арала һөйләп үтте “баллы” апайыбыҙ.
Донъяның әсеһен-сөсөһөн татып, күпме ауырлыҡтар күреп тә, йөҙ аҡлығын, күңел паҡлығын юғалтмаған, зарлана белмәгәндәргә һәр ваҡыт һоҡланам. Күҙҙәренән йәш сығырлыҡ ваҡытта ла, бөтөн михнәттәрен эсенә йотоп йылмая белгән кешеләр бик һирәктер ул. Кифая апай тап шундайҙарҙан. Шуғалыр ҙа изге бал ҡорттары уны үҙ иткән.
Оҙаҡ йылдар ҡорт тотоуға бар көс-зиһенен һалған балсы бай тәжрибә туплаған. Үҙе лә бал ҡорттары кеүек тырыш, таҙа, бөхтә. Ихатаһы ла, йорто ла ялт итеп тора.
— Йәшәй-йәшәй оҫтараһың. Бөгөн бал ҡорттарының осошона ҡарап, гөжләүенә ҡолаҡ һалып ҡына күп мәғлүмәттәр алам. Инә ҡорттоң хәл-торошон, күстәрҙең ҡасан айырыуын һәм башҡаларҙы үҙемде белгән кеүек тоям. Йәш умартасыларға шуны әйтер инем, башлаған эшегеҙҙе ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, ташламағыҙ. Ныҡыш һәм түҙемле булһағыҙ, бал ҡорттарын яратһағыҙ, улар менән ысынлап ҡыҙыҡһынһағыҙ бөтәһе лә килеп сығасаҡ, - тип һүҙен тамамланы Кифая Мансур ҡыҙы.
Эйе, бал бик тәмле булһа ла, ҙур тырышлыҡ, сыҙамлылыҡ һәм тәфсирлек талап итә. Кифая апай кеүек уңған, һәм нескә күңелле яҡташтарыбыҙ боронғо кәсебебеҙҙе тергеҙеп килгәндә умартасылыҡ артабан да йәшәр, үҫешер тигән уйҙамын.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: