Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Август 2020, 18:46

Район тарихы — халыҡ тарихы

Архангел районына — 90 йыл

Йәйге уңыш күләме ағас-ҡыуаҡтарҙың нисек ҡышлауына бәйле. Шуға ла ағас төбөнә ҡалын итеп ҡар өйөп ҡуйырға кәрәк. Ағастың тамыры өшөмәһә, ҡалған ботаҡтар ҙа зыян күрмәйәсәк… Кешеләр ҙә шулай, әгәр ышаныслы, төплө фекерле, үҙ эшенең оҫтаһы етәксе булһа, халыҡтың көнкүреше лә яҡшыра.
Әйтер һүҙем район тарихында тәрән эҙ ҡалдырған етәкселәрҙең береһе — 1990-1997 йылдарҙа Архангел район хакимиәте башлығы булып эшләгән Аристов Александр Михайлович хаҡында.
1946 йылда Ейәнсура районында тыуып үҫкән ир-егет Башҡорт Ауыл хужалығы институтының инженер-механика факультетын тамамлай. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1971 йылда Баҡалды совхозына баш инженер итеп ебәрелә. Ауыл хужалығына мөкиббән киткән йәш белгесте тиҙ күреп алалар һәм 1974 йылда район уны ауыл хужалығы идаралығы инженеры итеп үрләтә. 1976 йылда “Сельхозтехника”ның идарасыһы итеп күсерелә. 1982 йылда район агросәнәғәт берекмәһенең рәйесе итеп тәғәйенләнә. Артабан КПСС райкомының беренсе секретары вазифаһын башҡара. 1990 йылда Архангел район Советы һәм башҡарма комитеты рәйесе, ә 1992 йылда БР Президенты Указы менән район хакимиәте башлығы итеп һайлана.
Байтаҡ йылдар райондың иҡтисади хәле, бигерәк тә ауыл хужалығының мәсьәләләре менән яҡындан таныш булһа ла, хәл-торошто ыңғай яҡҡа бороп ебәреү еңелдән бирелмәй. Иң башта ул урында бюджеттан тыш фонд булдырыу, шуның менән бөлгөнлөккә төшөп барған хужалыҡтарға йән өрөү эшен ойоштора. Илебеҙҙә “йәшел йылан”дың тамыр йәйә башлаған сағы. Ул беҙҙең тирәне лә ситләтеп үтмәй. Ир-уҙаман тик “тимер” тәртип урынлаштырып ҡына ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеп буласағын яҡшы аңлай. Ҡаты тәртипкә сыҙамаған етәксе кадрҙарҙы, белгестәрҙе алыштыра башлай. Район биләмәһендә эшләп килгән ойошмаларҙы: район һәм ауыл хакимиәттәре, соцсобес, һалым инспекцияһы, ГАИ, военкомат һәм мәктәп уҡыусыларын мал-тыуарға аҙыҡ әҙерләүгә, шәкәр сөгөлдөрөн утау һәм сығарыуға йәлеп итә. “Кеше өсөн түгел бит, үҙебеҙгә эшләйбеҙ”,- тип аңлата ул ризаһыҙлыҡ белдереүселәргә. Район халҡын ул бер ғаилә итеп күҙалларға тырыша, шулай булғас, кабинетта ғына ултырыу килешмәй, ти. Ошо йылдарҙа, төрлө үҙгәртеп ҡороуҙарға ҡарамай, районда ете мәктәп бинаһы, асфальт-бетон заводы, колбаса һәм перәник етештереү цехтары төҙөлә, электр линиялары яңыртыла, район дауаханаһына алдынғы диагностика аппараты һатып алып урынлаштырыла, газ һәм һыу үткәреү эштәре башҡарыла.
Ә халыҡ быларҙың барыһын да күрә һәм аңлай: тормош кимәле күтәрелә. Юҡ-юҡ та ситтән дә ярҙам итеүселәр табыла: БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға беҙҙең райондан депутат итеп һайланған “Башкредитбанк” рәйесе Ҡорманаев Азат Тәлғәт улы ҙур булмаған процент менән ҙур күләмдә кредит бирә. Тап шул саҡта колхоздар һәм совхоздарға техника: тракторҙар, комбайндар алына. Башҡалар хаҡында әйтә алмайым, ә Азат Ҡорманаев һәм Александр Аристов (ул да БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутат итеп һайланды) арҡаһында кешеләргә ярҙам йөҙөнән утын ташыу, район үҙәгенә балаларҙы ярыштарға йөрөтөү өсөн Абҙан мәктәбенә йөк машинаһы бирелде. Был машинаның изгелеген байтаҡ йылдар мәктәп кенә түгел, бөтә ауыл халҡы күрҙе. Быныһы өсөн водитель Мирғәле Дәүләновҡа рәхмәт.
Бына һиңә: ошо тиклем эштәрҙе башҡарған, эскерһеҙ, әммә “ҡаты ҡуллы” етәксе 1997 йылдың февралендә (23 февраль тыуған көнө) эшенән алына. Әлбиттә, ауыр кисерештәр үткәргәндер, әммә ул юғалып ҡалманы, БР Гостехнадзор (Өфөлә) идаралығы начальнигы урынбаҫары булып хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт итте. Беҙҙең район менән бәйләнешен барыбер өҙмәне. Элек нисек ыҡсым ғына йортта йәшәһә, әле лә шунда көн күрә. Әлеге көндә уға шуныһы ҡәҙерлелер, район халҡы уны хөрмәт итә, осрашҡанда ихлас күңелдән сәләм бирә. Ә был иһә, бөтә наградаларҙан да ҡиммәт.
Награда тигәндән: уның ҡумтаһында БР Президентының һәм Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттары, РФ һәм БР-ҙың Маҡтау ҡағыҙҙары, “Почет билдәһе” миҙалы, “БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме һәм башҡалар бар. Былары инде — күңел өсөн. БР һәм үҙәк баҫмаларҙа уның хаҡында байтаҡ материалдар ҙа донъя күргән.
Архангел районының 90 йыллыҡ тарихында Александр Аристов (1971 йылдан алып 1997 йылға тиклем) 28 йыл дауамында ярайһы уҡ яҡты эҙ ҡалдырған, тип әйтә алам. Әлеге көндә уға сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер теләргә генә ҡала. Эшләгән эшкә йомғаҡ яһау, бер ҡасан да һуң түгел. Әммә күңелдән сыҡҡан рәхмәтте кеше иҫән саҡта еткерергә кәрәк. Юғиһә, яҡшы һүҙҙәр әйтергә һуңлап ҡалыусанбыҙ. Әйткәндәй, А.Аристов — Архангел районының почетлы гражданы. Ә был исем күп нәмә хаҡында һөйләй.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: