Инйәр
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Август 2020, 17:50

Тыуған еренә береккән

Ир-уҙаман имән ағасы кеүек тамырҙары менән тыуған еренә берегеп йәшәһә, уның ғүмере бәхетле һәм башҡаларға үрнәк.

. Атайсалды хөрмәт итеү, һәр яҡлап та уның яҡлаусыһы, ысын терәге булып ҡалыу башҡорт ир-егеттәренең иң күркәм сифаттарының береһе. Бәхеткә күрә, бындай көслө рухлы, илһөйәр кешеләр беҙҙең арала бихисап. Шуларҙың береһе — Ғәлей Ишбулды улы Төгөлбаев. Теремек, көләс йөҙлө, тәү ҡарашҡа башҡа ябай кешеләрҙән бер нимәһе менән дә айырылмаған ил ағаһының тормош юлы етди яҙмыш һынауҙары, намыҫлы тырыш хеҙмәте, изге эштәре менән һуғарылған.
Сәғирә Сәйфулла ҡыҙы һәм Ишбулды Дәүләт улы Төгөлбаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә бишенсеһе булып донъяға килә ул. Атаһы Ишбулды бабай тамырҙары менән районыбыҙҙың Петропавловск ауылынан, Сәғирә инәй Ҡыҙғынан. Колхоз-совхоздар тергеҙелә башлағас коммунист Ишбулды Дәүләт улы йүнәлтмә буйынса Максим Горький колхозына ебәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙағы төрлө тормош ауырлыҡтарына сыныҡҡан йәштәр сит-ят ерҙәрҙе үҙ итеп, рус һәм латыш халҡы араһында бирешмәй донъя көтә башлай.
Төгөлбаевтарҙың ғаиләһе тиҙ арала Арх-Латышта танылыу яулап ала. Егәрле, үткер һүҙле, намыҫлы ғаилә башлығын етәкселәр ҙә, ауылдаштары ла ғәҙеллеге, тырышлығы өсөн хөрмәт итә. Әсе теллеләр ҙә аҙ булмай. Ғүмер буйы колхозда тәүҙә ер һөрөүсе, артабан участка мастеры, ауыл хакимиәте башлығы булып хеҙмәт иткән аталары балаларын да хеҙмәт һөйөргә өйрәтә. Әсәләре Сәғирә инәй миллионер колхозда һыйыр һауа. Ул иһә үҙенең баҫалҡылығы, тыныс холҡо, сабырлығы менән айырылып тора. Ишле ғаилә шәхси хужалыҡтарында ҡура тултырып мал аҫрай, баҡсаларында йәшелсә, емеш-еләктең ниндәйе генә булмай. 10 бала ата-әсә колхоз эшенән бушамағанда үҙ аллы донъя көтә. Малайҙар утын-бесән әҙерләп, ихата мәшәҡәтенән бушамаһа, ҡыҙҙары һыйыр һауа, һөт эшкәртә, ризыҡ әҙерләй, йорттарын таҙа тота. Бер һүҙ менән генә әйткәндә Төгөлбаевтарҙың олоһо ла, кесеһе лә ал-ял белмәй, һәр ергә лә өлгөрә. Ғәли Ишбулды улының бала сағы шулай татыу, оло ғаиләлә үтә. Кесе йәштән үк урам тирәһендәге эшкә ылығып, крәҫтиән хеҙмәтен татып, атаһының, ағаларының уң ҡулына әйләнә.
Арх-Латыш урта мәктәбендә 10 класс белем алғас, 1978-1980 йылдарҙа Хабаровск өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәй. Унан һуң, 1981-1986 йылдарҙа Өфө ҡалаһында Ауыл хужалығы университетың ветеринария бүлегендә уҡыуын дауам итеп, уны Ҡыҙыл дипломға тамамлай. Әйткәндәй, Сәғирә Сәйфулла ҡыҙы һәм Ишбулды Дәүләт улы Төгөлбаевтар 10 балаһына ла юғары белем бирә. Бөгөн улар илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә хөрмәткә лайыҡ оло абруйлы кешеләр.
Йәш белгес сираттағы тормош баҫҡыстары буйлап яйлап юғарыға табан үрләй. Ҡулына һөнәри документ алғас, яҙмышын тыуған ере, Архангел районы менән бәйләргә тигән ныҡлы ҡарарға килә һәм дәртләнеп Максим Горький исемендәге колхозда баш ветеринар табибы булып хеҙмәт юлын башлай.
1988 йылда иптәш егете уны Бишбүләк районына туйға саҡыра. Ошо сарала Ғәли ағай үҙенең буласаҡ тормош иптәшен, Гөлнара Рәшит ҡыҙын осрата. Бер күреүҙән Өфө ҡыҙына ҡарата йөрәгендә ғашиҡ уты ҡабынған егет ныҡыш булып сыға. Ярты йыл осрашып йөрөгәндән һуң, улар тәүҙә ниҡах уҡыталар, аҙаҡ гөрләтеп туй яһайҙар.
Йәштәр Максим Горькийҙа оя ҡора. Ҡала мөхитендә үҫкән кәләше лә тиҙ арала һыйыр һауырға ла, мейестә икмәк бешерергә лә, ҡош-ҡорт тәрбиәләргә лә өйрәнеп ала. Бер-бер артылы улдары Дәүләт, ҡыҙҙары Зөлфиә һәм Ләйсән донъяға килә. Балаларында ла олатай-өләсәйҙәренә хас булған сифаттар дауам итә. Бөгөн Дәүләт Өфө ҡалаһының медицина ойошмаһында баш хисапсы, оло ҡыҙҙары Зөлфиә атаһы кеүек ветеринар һөнәрен һайлаған. Ул әле Архангел ветеринария станцияһында табип, ә кескәйҙәре Ләйсән Ауыл хужалығы университетында технологҡа уҡый.
Ғәлей ағай колхоз тарҡалғансы үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Илдәге сыуалыштар сәбәпле уға бер ни тиклем ваҡытҡа тыуған еренән ситтә эшләп торорға тура килә. 2003-2009 йылдарҙа ул Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат участкаһында ветеринар табибы вазифаһын үтәй. Күрше районда яҡшы итеп урынлашһа ла сит ерҙе барыбер үҙһенә алмай кире Архангелгә ҡайта. 2009-2016 йылдарҙа ир-уҙаман Архангел ветстанцияһының начальнигы булып эшләй.
Ниндәй генә вазифала тир түкмәһен, һәр ҡайҙа ла үҙен яуаплы, ғәҙел һәм тырыш етәксе итеп танытҡан Ғ.И.Төгөлбаев 2016 йылда район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ә 2019 йылдың сентябрь айынан ул Архангел ауылы биләмәһе башлығы итеп һайлана. Ауыл халҡының социаль хәле, йәшәйеше, яҡын киләсәккә уй-ниәте тураһында ҡыҙыҡһынған, улар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырырға тырышҡан бөтмөр башлыҡ бөгөн яңы эшендә дәртләнеп, ең-һыҙғанып эшләй.
Тормош иптәшенә тоғро ир, балалары өсөн өлгөлө атай, ейәнсәренә йомарт, яратҡан олатай, туғандарына хәстәрлекле ағай, эне булған Ғәли Ишбулды улы яҡындарына ла, ауылдаштарына ла һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ул киң даирәле, мәғлүмәтле кеше. Һәр ваҡыт бурыстарҙы дөрөҫ ҡуя, ойоштора белә, яҡшы һөҙөмтәлелек талап итә.
“Тыуған еренә береккән”, был тап Ғәли ағай тураһында әйтелгән һүҙҙәр. Яҙмышы уға отошлораҡ юлдарҙы алдына сығарып ҡуйһа ла, ул тыуған ерен ташламаны, үҙенең теләк-маҡсаттарын тик ошонда тормошҡа ашырҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: