Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Август 2020, 18:18

Тейешле хөрмәт күрһәтәйек

Убалар ауылының иң өлкән йәштәге кешеһе булып Разия апай Мөғәлимова иҫәпләнә.

Уға ошо көндәрҙә 90 йәш тулды. Ил инәһен күркәм юбилейы менән ҡотларға район хакимиәте башлығының идарасыһы Татьяна Галина, Арх-Латыш ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын үтәүсе Гөлназ Мырҙагилдина һәм ветерандар Советы рәйесе Зөһрә Йәнешева килде. Ҡунаҡтар оло йәштәге инәйгә РФ Президенты В.В.Путиндың ҡотлау хатын, сәскәләр гөлләмәһе һәм күстәнәстәр тапшырҙы.
Разия Байегет ҡыҙы Мөғәлимова 1930 йылдың 23 июлендә гүзәл тәбиғәтле Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында тыуған. Ата-әсәһе ғүмер буйы колхозда тир түккән. Инәйҙең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Уға ни бары 11 йәш кенә тулған саҡта фашист илбаҫарҙары Советтар Союзына баҫып инә. Ауылдағы барлыҡ ир-егеттәр, шул иҫәптән Разия апайҙың атаһы ла тәүге көндәрҙән үк фронтҡа саҡырыла. Ең һыҙғанып, матур тормош төҙөүгә дәртләнеп тотонған ололарҙың, үҫмерҙәрҙең яҡты хыялдары селпәрәмә килә, ә сабыйҙарҙың бала сағы юҡҡа сыға.
Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ әсәһенең оло ярҙамсыһына әйләнә, колхозда ла тир түгә. Кесе йәштән теремек, хеҙмәт һөйөп үҫкәнгә күрә, Разия инәй ауыр эштәрҙе тейеш итеп ҡабул итә: баҫыуҙа иген утай, көлтәләр ура, урман йыға, ауыр тоҡтарҙы елкәһенә һалып, орлоҡ ташый. Шулай итеп, ул заманда халыҡтың бәхетле, сағыу буяуҙарҙан торған ғүмер миҙгелдәре ҡара мөһөрлө көндәргә, ауыр, ғазаплы, нужалы хеҙмәткә, һағыш, әрнеүҙәргә алмашына.
Ниһайәт, зарығып көткән Бөйөк Еңеү етә. Ағинәй ул шатлыҡлы минуттарҙы иҫләп былай тип һөйләй:
— Еңеү хәбәрен эш ваҡытында хәбәр иттеләр. Иң башта аңғармай торҙоҡ. Бер нисә секундтан һуң ғына кемдер ҡысҡырып ебәрҙе, икенселәр илай башланы. Беҙҙең барыбыҙҙы ла колхоз идараһы йорто алдына йыйып алдылар һәм шунда рәсми рәүештә немец илбаҫарҙарын еңеүебеҙҙе тағы бер ҡат әйттеләр. Ауыл халҡы дәррәү “Ура!” ҡысҡырҙы, бер-береһен ҡосаҡлап шатлыҡлы күҙ йәштәрен тамыҙҙы. Кискеһен уйынға сығып, таң атҡансы күңелле йырҙар йырлап, аяҡтар талғансы бейенек. Ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге булманы.
Һуғыштан һуң үҫмер ҡыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһына сығып китеп унда эшкә урынлаша. Нурлығаян исемле егет менән танышып, сәстәрен-сәскә бәйләй. Ете сабыйға ғүмер бүләк итә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш балалары гүр эйәһе.
Яҙмыш һуҡмағы буйлап атлағанда Разия апайға күп ҡаршылыҡтар менән осрашырға, һикәлтәләр аша үтергә тура килә. Ләкин электән үк төрлө һынауҙарға сыныҡҡан ханым бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй, үҙен ҡулға алып, артабан алға атларға көс-ҡеүәт таба.
Байтаҡ йылдар ҡырҙа йәшәгәндән һуң, Р. Мөғәлимова Убалар ауылына күсеп ҡайта. Йорт һатып алып, уны бөтәйтә. Баҡса үҫтерергә әүәҫләнеп китә. Бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, бер минут тик тормай, ҡулынан килгәнде һә тигәнсе башҡарып та ҡуя. Туғандары, балалары уның һәр саҡ көтөп алған ҡунаҡтары. Улар ағинәй йортона ғаилә байрамдарына, аяттарға бик йыш йыйыла. Бай зиһенле, сабыр холоҡло, киң күңелле булғанға күрә ауылдаштары, күрше-күләндәре лә уны хөрмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы фиҙәҡәр хеҙмәте төрлө юбилей миҙалдары һәм башҡа наградалар менән билдәләнгән. Тыл һәм хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ ул.
Ауылыбыҙҙың ҡото булған оло йәштәгеләр тере тарихыбыҙ, халҡыбыҙ тормошоноң көҙгөһө. Шуға күрә улар иҫән саҡтарында ҡәҙерҙәрен беләйек, тейешле хөрмәт күрһәтәйек.
Әлмира Юламанова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Убалар ауылы.
Читайте нас: