Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Август 2020, 18:06

8 август — Физкультурниктар көнө

Физкультура һәм спорт сәләмәтлек нигеҙе генә түгел…

Физкультурниктар көнө — бар спорт һөйөүселәрҙең һөнәри байрамы тиһәк тә була. Рәсәйҙә ул 1939 йылдан алып, август айының икенсе шәмбеһендә билдәләнә. Хәҙерге йәмғиәттә физик культураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ил халҡының сәләмәтлеге, физик үҫеше кеүек күрһәткестәр физкультураның ниндәй кимәлдә булыуын сағылдыра.
Һуңғы арала спорт саралары йылдан-йыл әүҙемләшә, унда профессиональ спортсылар ғына түгел, уҡыусылар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә әүҙем ҡатнаша.
Районда спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған: район үҙәгендә хоккей коробкаһы, спорт мәктәбе, үҫмерҙәр клубы, спорт залы уңышлы эшләп килә. Үҫмерҙәр һәм балалар еңел атлетика, өҫтәл теннисы, футбол, саңғыла йөрөү, волейбол, бокс, хоккей һәм баскетбол кеүек спорт төрҙәрен айырыуса яратып ҡабул итә.
Халыҡ араһында сәләмәт тормош алып барыу матур ғәҙәткә инеп бара. Архангелдәрҙең 43,87 проценты спорт менән системалы рәүештә шөғөлләнә икән. Уларҙың 8,76 проценты оло, ә 35,26-һы урта йәштәгеләр. “Спорт — йәшәү нормаһы” федераль проектының эшмәкәрлеге арҡаһында күрһәткестәр тағы ла юғары буласаҡ. Ихата алды спорт майҙансыҡтарының, клубтарҙың һәм башҡа төрлө объекттарҙың асылыуы халыҡтың тормошон ярайһы уҡ йәнләндерҙе. 2024 йылға тиклем физик культураны һөйөүселәрҙең һаны — 55, ә 2030 йылда 70 процентҡа тиклем етәсәк.
Районыбыҙҙың спорт комитетының тарихы 1978 йылдан башлана. Байтаҡ йылдар эсендә төрлө спорт төрҙәре яҡшы үҫешә. Баҡалдыла мәҫәлән, спорт туризмы һәм хәүефһеҙлек мәктәбе тәрбиәләнеүселәре (етәксеһе Ғ.Х. Дәүләтбаев) бик күп йылдар республика һәм Рәсәй буйынса даныбыҙҙы яҡлап килде. 1996 йылда балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе үҙ ишектәрен аса. Етәксеһе итеп Зариф Сөләймәнов тәғәйенләнә. Ул был вазифала 2009 йылға тиклем намыҫлы эшләй. 2003 йылда балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе нигеҙендә Бөрө филиалының физик культура уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу буйынса эш ойошторола. 2009 йылда спорт комитеты рәйесе итеп Ф.Х.Солтанов, 2010-2012 йылдарҙа — Фәйез Йортомбаев, 2012-2017 йылдарҙа Андрей Матвеев һайлана. 2012 йылдан бөгөнгәсә был өлкә менән Алевтина Тиунова оҫта етәкселек итә.
Ошо арауыҡта йәштәр эше һәм физик культура, спорт йүнәлешендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Спортсмендар күбәйә, ауыл биләмәләре араһында төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙғарыу матур йолаға әйләнә. Бөгөн муниципаль районда 30 физик культура һәм спорт буйынса белгес бар. Йыл әйләнәһендә 80-дән артыҡ бәйге үткәрелә. 9 Май байрамына арналған еңел атлетика эстафетаһы, ауыл биләмәләре араһындағы Спартакиада, район предприятиелары һәм ойошмалары араһында волейбол һәм мини-футбол буйынса ярыштар йыл да киңәйтелеп ойошторола. Шулай уҡ шәхсән һәм дәүләт партнерлығындағы (уҙаҡташлығындағы) спорт сараларын уҙғарыу билдәлелек яуланы. Мәҫәлән, саңғы ярышы буйынса Р.И.Фәйзуллин иҫтәлегенә, шахмат буйынса З.З.Ҡанбәков, мини-футболда — Ю.Н.Гончарук, волейболда — Л.В.Губачев һәм И.И.Пстыго, хоккейҙа А.Н.Абрамчук, баскетболда Советтар Союзы Геройы — Т.А.Саевич, 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы полковнигы С.Х. Хәбиров иҫтәлегенә Кубок һәмТурнир уҙғарыу матур күренеш.
Әлеге мәлдә ысын спортсмендарҙы әҙерләү “тимерлеге” булып “Импульс” Балалар ижады һәм спорт мәктәбе тора. Унда барлығы 660 бала тәрбиәләнә. “Йәйғор” үҫмерҙәр клубы ла был йәһәттән һөҙөмтәле эш күрһәтә. Уның нигеҙендә 66 үҫмер физкультура һәм спорт нигеҙҙәрен өйрәнеп, яңы бейеклектәргә үрләй. “Юбилей” стадионының асылыуы, ГТО нормаларын даими рәүештә тапшырыу районыбыҙҙың спорт тормошона яңы этәргес булды.
Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү бөгөн социаль сәйәсәттең, милли мәҙәниәттең һәм халыҡтың рухи яҡтан камиллашыуының айырылғыһыҙ өлөшө. Шуға күрә кешеләрҙең һаулығын һаҡлау һәм нығытыу өсөн шарттар тыуҙырыу, сәләмәт тормош алып барыу тәртибен формалаштырыу буйынса системалы саралар күреү көнүҙәктә. Ошо йәһәттән физкультура һәм спорт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр иҫәбен арттырыу буйынса эш дауам ителә.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото архивтан.
Читайте нас: