Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Август 2020, 12:10

Йөрәктәренә йыһан һыя

Тик һүҙем үҙем хаҡында түгел, ошо коллективта аралашып, ауырлыҡтарҙы бүлешеп йәшәгән күркәм кешеләрҙең береһе тураһында. Ул минең ауылдашым — Гөлшат Бикбаува, хәҙер инде — Ғилманова.

Дүрт тиҫтәгә яҡын йылдар дауамында мәғариф өлкәһендә эшләгәндә миңә төрлө яҙмышлы кешеләр, матур ғаилә парҙары менән аралашырға тура килде. Хеҙмәт коллективтарының ҙуры ла, 15 кешенән артмағаны ла булды. Һуңғыһы Зәйет ауылы мәктәбе коллективында 27 хеҙмәт йылым уҙҙы. Шуға ла уның менән матур хәтирәләр, йылы хистәр бәйләй. Аҡыллы, тырыш уҡыусылар, балаларының яҙмышын, киләсәген хәстәрләгән ата-әсәләр менән эшләнем. Тик һүҙем үҙем хаҡында түгел, ошо коллективта аралашып, ауырлыҡтарҙы бүлешеп йәшәгән күркәм кешеләрҙең береһе тураһында. Ул минең ауылдашым — Гөлшат Бикбаува, хәҙер инде — Ғилманова. Гөлшат Мәғәфүр ҡыҙы был коллективҡа минән һуңыраҡ, 1988 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белгес булып килгәйне. Тиҙ арала уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһына әйләнде. Сөнки ул был һөнәргә осраҡлы рәүештә килеп эләкмәгән. Уҡытыусы булыу — бала саҡ хыялы. Балаларҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләне. Уның уҡыусылары район кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа йыл һайын призлы урындар яулай килде. Бөтә конкурстарҙа, шәжәрә байрамдарында ла тәрбиәләнеүселәре яҡшы күрһәткестәргә иреште. Ҡыҙым Гөлдәрҙең класс етәксеһе булды. Ул әле лә Гөлшат Мәғәфүр ҡыҙын маҡтап, ихтирам менән иҫкә ала. “Уның дәрестәре генә түгел, класс сәғәттәре лә юғары кимәлдә үтә ине. Беҙҙе ҙур тормош юлына әҙерләне, төрлө темаларға дискуссиялар ойоштороп, үҙаңыбыҙҙы үҫтерҙе “,— тип хәтерләй. Гөлшат үҙенең мөхәббәтен ошонда тапты. Ул — Заһит ауылының иң уңған, эшһөйәр егете Ғилманов Фаяз Нәжип улы. Урман хужалығында эшләй ине. Мәктәпкә физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып килде. Быға тиклем дә спорт ярыштарында ҡатнашып йөрөгән була. Ҡасан ҡарама, Заһит менән Ҡыҫынды араһында йәйен — йүгерә, ҡышын саңғыла елдерә торғайны. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамланы. Физкультура һәм хеҙмәт балаларҙың яратҡан дәресе булды. Уны көтөп алалар ине. Ҡыңғырау шылтырау менән кластан осоп сығып китәләр, Фаяз ағайҙарын һырып та алалар. Ул эшләгәндә Зәйет мәктәбе уҡыусылары спорт буйынса алдынғылыҡты бирмәне. Белем усаҡтары араһында беренсе урындар гел генә беҙҙең мәктәп командаһында була торғайны. Ә хеҙмәт дәрестәрендә ағас эшкәртеү оҫталығына өйрәтте. Балалар, дәрестән һуң ҡалып, мастерскойға йыйылып, әле быныһын, әле тегенеһен эшләргә өйрәнделәр. Фаяз Нәжип улы ҡайтып китергә ашыҡмай, күпме кәрәк шулай ваҡыт сарыф итеп, малайҙарға оҫталыҡ дәрестәре бирҙе.
Гөлшат Мәғәфүр ҡыҙы ла, Фаяз Нәжип улы ла бар күңелдәрен һалып эшләне. Хөкүмәттең юғары наградаһын алмаһалар ҙа, улар иң юғары баһа — уҡыусыларының һөйөүен, ата-әсәләрҙең хөрмәтен яуланы. Шунан да юғарыраҡ баһа булырға мөмкинме!?
Бер-береһен яратҡан парҙың ғаиләһендә ике ул буй еткерҙе. Улар ҙа ата-әсәһе өлгөһөндә аҡыллы, эшһөйәр, тәртипле, тәрбиәле булып үҫте. Әлеге мәлдә икеһе лә үҙ донъяларын ҡорған, татыу йәшәйҙәр. Өлкән улы Фидус кәләшек менән ике ҡыҙ бала тәрбиәләй. Ә кеселәре Илдустың күптән түгел генә улы тыуҙы. Гөлшат һәм Фаяз бәхетле олатай менән өләсәйҙәр. Атай- әсәгә тағы нимә кәрәк: балаларың тормошта үҙ урынын табып, бәхетле булып йәшәһәләр, шул етә. Фидус ғаиләһе менән район үҙәге Архангелдә йәшәй. Аталары ярҙамы менән өй бөтөрөп, тырышып донъя көтә. Илдусҡа ла шунда уҡ йорт һала башлағандар. Ял һәм байрам көндәре төп нигеҙ шат бала тауыштарына күмелә. Тыуған йортҡа юл беҙҙең ауыл аша үтә. “Шундай тәрбиәле, аҡыллы, тырыш, итәғәтле балалар үҫтерҙеләр Ғилмановтар”, — тип һоҡланып ҡала ауылдаштарыбыҙ. Бәхеттәренә күҙ генә теймәһен. Ҡулыма ҡәләм алыуымдың сәбәбе лә ошо булды. 27 йыл бер коллективта эшләү дәүерендә уларҙың ярҙамын күп тойҙоҡ. Гөлдәргә диплом эше яҙырға кәрәк. Компьютерҙың яңы ғына сыҡҡан ваҡыты. Ауылда ул Гөлшаттарҙа ғына. Диплом эшен баҫып бөткәнсе юлға туҙан ҡундырманыҡ. Йә үҙе генә китә, йә кискә ҡалынһа, мин эйәрәм. Бер ризаһыҙлыҡ күрһәтмәнеләр. Йылы ергә йылан эйәләй, тиҙәр бит. Был йылы, нурлы йортта һуңынан да күп тапҡырҙар булырға тура килде. 2019 йылдың аҙағында Илдустың никахында булдым. Бәхетле, етеш тормошта, бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп йәшәүҙәренә һоҡланып ҡайттым.
Читайте нас: