Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Июль 2020, 16:12

“Беҙ социаль бурыс үтәйбеҙ”

27 июль — Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө 2013 йылдан башлап июлдең 4-се шәмбеһендә билдәләнеп килә. Баҙар мөнәсәбәттәре ныҡлап үҫешкәс, һатыусы һөнәре донъяла иң киң таралған һәм талап ителгәндәр рәтенә инә. Урта быуаттарҙа сауҙа менән башлыса ир-егеттәр шөғөлләнһә, хәҙер ул ҡатын-ҡыҙҙар һөнәре һанала. Һатыусыларҙың байтағы бөгөнгө байрамдарын ғәҙәттәгесә эш урындарында уҙғара. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең 17 проценттан ашыуы сауҙа өлкәһендә эшләй.
Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан районыбыҙ халҡын байтаҡ йылдар аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итеүсе, заман ҡаршылыҡтарына ҡарамай, үҙ бәҫен төшөрмәй, уңышлы эшләп килгән сауҙа нөктәләренең береһе — РАЙПО район ҡулланыусылар кооперацияһының эшмәкәрлеге хаҡында уның етәксеһе Сахибзадаева Фәриҙә Рафаэль ҡыҙы уртаҡлашты.
— Һатыусы хеҙмәте ауыр һәм яуаплы. Бөгөн бигерәк тә ҡатмарлы ваҡытта беҙҙең хеҙмәткәрҙәр табиптарҙан ҡалышмай, алғы һыҙыҡта бара. Бигерәк тә И.Васарман (Максим Горький ауылынан), Г.Ғәлиева (Оҙондарҙан), Ә.Вәхитова (Тирәкленән), Г.Нурмөхәмәтова (Муллаҡайҙан), Л.Матвеева һәм Л.Казанцева (Архангелдән), Ф.Андреева (Ләмәздән), водителдәребеҙ С.Колбин, Н.Орлов, А.Панфиловтарҙың тырыш һәм намыҫлы хеҙмәттәрен билдәләп үтмәй мөмкин түгел. Әлеге мәлдә район буйынса 17 магазиныбыҙ бар.
Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ социаль бурысты үтәйбеҙ. Һатыу нөктәләре булмаған 29 ауылға аҙнаһына бер тапҡыр сығып халыҡҡа аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле тауарҙарҙы һатабаҙ. Шуға ла урындағы халыҡ ете көнгә етерлек запас алып ҡалырға тырыша. Кешеләр бигерәк тә икмәк, йәшелсә, һөт һәм ит ризыҡтарын бик теләп ала. Көндәлек тормоштағы башҡа кәрәк-яраҡтарға ла ихтыяж ҙур. Автокибеттәр маршруты район хакимиәте тарафынан раҫланған. Улар халыҡты махсус әҙерләнгән маршрут һәм график буйынса хеҙмәтләндерә. Бының өсөн автомобилдәрҙең барыһы ла аҙыҡ-түлекте тейешле шарттарҙа һаҡлау мөмкинлеге биргән ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Кемгә мал аҙығы, кемгә он, шәкәр кәрәк, мөмкинселеккә ҡарап алып барып еткереп, халыҡтың күңелен күрергә тырышабыҙ. Сәғит, Сухополь, Приураловка, Фроловка, Березовка һәм башҡа халыҡ аҙ йәшәгән төпкөл ауылдарҙа “тәгәрмәсле” магазиндарыбыҙ ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Ҡулланыусыларға был бик оҡшай, ошо алым арҡаһында уларҙың йәшәү кимәле лә яңы баҫҡысҡа күтәрелә.
Коллективыбыҙ берҙәм, көслө һәм әүҙем булғанға күрә беҙҙең ойошма аяҡта ныҡ баҫып тора һәм киләсәктә лә уңыш беҙҙе ташламаҫ,- тип һүҙен тамамланы оҫта етәксе.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: