Арбаңды — ҡыш, ә санаңды йәй әҙерлә, ти халыҡ мәҡәле. Йәй миҙгелендә йылы, рәхәт булһа ла, ҡыш “ҡылысын һөрәтеп килә”. Шуға күрә оҙайлы, һалҡын ҡыш миҙгелен яҡшы итеп үткәрер өсөн бөгөндән үк хәстәрлек күрә башларға кәрәк. Райондың төрлө социаль объекттарының яңы йылытыу миҙгеленә нисек әҙерләнеүҙәре хаҡында район хакимиәте башлығының урынбаҫары Фәрзәнә Хәсәнова таныштырып үтте.
— “Торлаҡ-коммуналь, энергетика һәм газ хужалығы объекттарын 2020-2021 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү буйынса эш башлау тураһында”ғы муниципаль район ҡарары нигеҙендә барлыҡ социаль өлкәләрҙә лә әүҙем эш алып барыла. Ошо маҡсаттан сығып эш планы төҙөлдө, кәңәшмәләр уҙғарылды. Социаль өлкәгә ҡараған барлыҡ учреждениеларҙа ла косметик йүнәтеү, төҙөкләндереү саралары үтәсәк.
Мәҙәниәт бүлегенә килгәндә, Казанка һәм Ләмәз, Уҫаҡлы ауылдары мәҙәниәт йорттарының кәртәләре алмаштырыласаҡ. Убаларҙа элекке мәктәп бинаһы йүнәтеләсәк, йылытыу ҡорамалдары яйға һалынасаҡ. Валентиновка мәҙәниәт йорто газ менән йылытыуға күсәсәк. Ҡыҫындыла рәшәткәләр буялды, Ҡыҙыл Еҙемдә һәм Орловкала яҡтыртыу лампалары алмаштырылды. Көмәрлеләрҙең клубына пластик тәҙрәләр ҡуйылды, түбәһе яңыртылды. Шулай уҡ 289 куб. күләмендә ҡаты яғыулыҡ материалын булдырыу һәм уны килтереү планлаштырыла. Китапханаларҙа ла төҙөкләндереү саралары, ҡышҡылыҡҡа утын бысып әҙерләү, уны өйөп ҡуйыу, утынлыҡтарҙы йүнәтеү, тәҙрә блоктарын йылытыу ҡаралған.
Балалар ижад йортоноң уҡытыу кластарында иҙән япмаларын янғын хәүефһеҙлеген тыуҙырмаған линолеумға, электр яҡтыртыусы приборҙарҙы светодиодлы лампаларға алыштырыу һәм башҡалар башҡарыла.
Үҙ ҡаҙанлыҡтары булған мәктәптәрҙең ҡаҙан һәм насос ҡорамалдары, ҡышҡы йылытыу миҙгеле тамамланғандан һуң теплотрасса системаһы, торбаларҙың таҙартылыуы ла күҙ уңына алынды. Утын менән йылытылған белем усаҡтарында утын әҙерләнә.
Архангел үҙәк район дауаханаһында ла ҡышҡа әҙерлек йылдам ойошторолған. Йылытыу, һыу биреү, электр уты менән тәьмин итеү системалары, ҡыйыҡ-түбәләр, тәҙрә һәм ишек блоктары, янғын иҫкәртеү ҡорамалдары тикшерелә. Ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары яғыулыҡ материалдарыменән тәьмин ителә. Стационарҙа, поликлиникала һәм фельдшер-акушелыҡ пунктарында йүнәтеү-төҙәтеү саралары уҙғарыла.
Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.