Инйәр
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Июль 2020, 16:11

Уттың һәм һыуҙың ҡойроғо юҡ.

күңелһеҙ хәлдәргә юлыҡмайыҡ…

Быйыл июль айының бигерәк эҫе тороуы янғын хәүефһеҙлегенең артыуына килтерҙе. Республика биләмәләрендә янғындар һаны бермә-бер артты. “Уттың һәм һыуҙың ҡойроғо юҡ”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Янғын яландарҙы ла, урмандарҙы ла, йорт-ҡаралтыларҙы ла аямай. Шуға күрә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмай теүәл үтәү зарур.
Яңыраҡ ҡына Белорет районында урмандарҙың яныуы тураһында хәбәр ишеттек. Был ҡаза урындағы халыҡҡа бик күп зыян килтерҙе. Йөҙәр йыллыҡ ағастар, үлән-сәскәләр юҡ ителде. Ә урманда йәшәгән йәнлектәр, ҡоштар һәм бөжәктәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Ҡоро үлән янғанда сереүҙең тәбиғи юлы боҙола, шунлыҡтан тупраҡтың уңдырышлылығы ла түбәнәйә. Ундағы бөжәктәр, файҙалы микроорганизмдар һәләк була. Үлән араһында, тупраҡтың өҫкө ҡатламында йәшәүсе барлыҡ тиерлек имеҙеүсе хайуандар янып, йә төтөн еҫенә тонсоғоп үлеп ҡала, зәғифләнә. Үткән йылдың декабрендә Австралиялағы ҡот осҡос янғында өс меңләп йорт-ҡаралты, йөҙәр меңләп кейек-йәнлек, ҡош-ҡорт янды. Уларҙың ҡайһы бер төрҙәрен ҡабаттан бөтөнләй тергеҙеп булмаясаҡ. Ошо хәл бөтәбеҙгә лә һабаҡ. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, урманда янғын сыҡҡан ун осраҡтың һигеҙендә кешеләрҙең һаҡһыҙлығы сәбәпсе. Шуға күрә беҙ тәбиғәт ҡосағына ял итәргә барғанда ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, тирә-йүнебеҙҙе оло бәлә-ҡазанан һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ.
Янғын хәүефе янаған миҙгелдәрҙә биләмәләрҙе сүп-сарҙан, кипкән үләндән таҙартырға кәрәк. Бесән күбәләрен, утындарҙы йорт-ихата эргәһенә яҡын һалмаҫҡа. Йәйен ҡоро һәм елле көндәрҙә тышта усаҡ яҡмаҫҡа, мейес тоҡандырмаҫҡа, янғын хәүефһеҙлеген тыуҙырған эштәр менән булашмаҫҡа. Шулай уҡ һүнеп бөтмәгән ҡуҙҙы, көлдө кәртә-ҡура тирәһенә, ҡоро үләнгә түгеү үтә хәүефле. Уларҙы һыу һибеп һүндерергә, махсус урынға түгергә кәрәк. Мейестәрҙе, төтөн юлдарын, электр үткәргестәрҙең төҙөклөгөн даими тикшереп тороғоҙ. Ылыҫлы йәш ағастар, утын әҙерләгәндән һуң ҡоро ҡалдыҡтар ҡалған ерҙә, бесән-һалам төргәктәре, күбәләре янында ут менән булашыу тыйыла. Иҫке түңгәктәр, серек ағас төпһәләре лә ҙур хәүеф тыуҙыра. Йәшен атҡанда улар тоҡанап китеп йыш урман янғындарының сәбәпсеһе була.
Урманға мангал алып киләгеҙ икән, янығыҙҙа запас һыу, көрәк булһын. Ут яндырыу, янған шырпыны, тәмәке төпсөгөн ырғытыу, майлы йәки тоҡаныусы әйбер һеңгән сепрәкте ташлау, двигатель багына яғыулыҡ ҡойоу, төҙөк булмаған машинаны файҙаланыу, шешә йәки быяла ярсыҡтарын ҡалдырыу, ағас төбөндә, яланда, аҡланда үлән яндырыу, торфлы һаҙлыҡта, ҡоро үлән булған урындарҙа усаҡ яғыу тыйыла. Ут яғырға тура килгәндә һуңынан тупраҡ менән күмеп, йәки һыу һибеп, тапап тулыһынса һүндерергә кәрәк.
Янғын ҡуласаһында ҡалғанда хәлегеҙҙән килһә башҡа ял итеүселәрҙе ҡотҡарырға: юлға, яланға, йылға ярына, ҡурҡыныс зонанан тиҙ арала сығырға ярҙам итегеҙ. Урман эсендә ялҡын телдәренә перпендикуляр йүнәлештә барығыҙ. Хәүефле ерҙән сығып булмаһа, һыуға керергә йәки еүеш кейемгә бөркәнергә. Яланға барып еткәнсе, ергә ятып һуларға, ауыҙ-танауҙы сепрәк менән ҡапларға. Ҡаза урынынан сыҡҡас, уның урыны, ҙурлығы тураһында янғын һүндереүселәргә хәбәр итергә.
Ут ауылға етә башлаһа, эвакуация хәстәрен күрергә. Йорттан документтарҙы, ҡиммәтле әйберҙәрҙе, йылы кейем, запас аҙыҡ-түлек һәм һыу алырға, тыныслыҡ һаҡларға.
Янғын хәүефһеҙлегенең ябай ғына талаптарын үтәү, ут сыҡҡанда ни эшләргә кәрәклеген белеү һаулығығыҙҙы, ғүмерегеҙҙе, мөлкәтегеҙҙе һаҡларға булышлыҡ итер. Абай булығыҙ!
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: