Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Июль 2020, 17:50

“Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул”

Ял итеүселәр ни өсөн сүплек ойоштора?

Һыу — ул тәбиғәт күрке. Халыҡ йылдың нидәй генә миҙгеле булмаһын, һыу ятҡылыҡтары эргәһенә тартыла. Айырыуса йәй көндәре. Быйыл июль айының сағыштырмаса эҫе тороуы сәбәпле, иртә таңдан кискә тиклем һыу буйҙарынан кеше өҙөлмәй. Бәғзе берәүҙәр аҙналар буйы ял итеп ята. Шулай итеп йылға, күл буйҙарынан шатлыҡлы ауаздар, аҡсарлаҡтар саңҡылдауына ҡушылған сәпелдәгән һыу тауыштары тәүлек әйләнәһенә яңғырап тора. Һәр кем тәбиғәттең сихри матурлығына, уның йомартлығына һоҡланып, йән һәм тән рәхәтлеге кисерә.
Тап ошо ваҡытта “Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул” тигән халыҡ мәҡәле иҫкә төшә. Беҙ һыу буйына ҡунаҡҡа киләбеҙ һәм шуға күрә тыйнаҡ булып ҡалырға, тәртип һаҡларға тейешбеҙ. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе алдамай, ғәҙел итеп кенә яуап бирәйек. Һеҙҙең тәбиғәт ҡосағына барғанда үҙегеҙҙең артығыҙҙан сүп-сар ҡалдырып киткәнегеҙ булдымы? Балаларығыҙ туңдырма, төрлө кәнфит ҡағыҙҙарын, эсемлектәрҙең буш һауыттарын йортоғоҙға алып ҡайтамы, иренмәйенсә яҡындағы махсус сүп һауытына алып барып һаламы?
Архангел ауылының матур, йәйрәп ятҡан быуаһын белмәгән кеше юҡтыр. Иҫ киткес хозур ер! Яҙын бында аҡҡоштар ҡайтып, бала сығара. Аҡсарлаҡтар, ҡарлуғастар, һандуғастар тауышы күңел ҡылдарын сиртә. Ә яр ситендә томбойоҡтар сәскә ата башлаһа, ожмах ошонда икән тигән уй баштан йүгереп үтә һәм ирекһеҙҙән быуа буйына яҡын йәшәүселәргә көнләшеп тә ҡуяһың.
Бала-сағаларын эйәрткән ололар тәмле-татлы ризыҡтар ашап-эсеп, бына ошондай ерҙәрҙә ял итергә тырыша. Тәүлегенә һанаһаң йөҙҙән артыҡ кешене ҡабул итә һыу буйҡайҙары. Ул һуҡранмай ҙа, арымай ҙа, ҡунаҡтарын ҡаршылай, оҙата, тағы көтә…Ҡунаҡ килһә бер шатланаң, ҡайтып китһә тағы бер шатланаһың тиҙәр. Ләкин тәбиғәтебеҙ беҙ ҡайтып киткәндән һуң шатланмай, ә хурланып илап ҡала. Хурланып! Яр буйҙарында аҙым һайын быяла шешә, ярсыҡтар, пластик һауыттар, тоҡсайҙар, бер тапҡыр ҡулланыла торған гигиена салфеткалары, тәмәке ҡаптары, төпсөктәр… Нимә генә ҡалдырмайҙар!
Кемдер үҙ артынан килтергән әйберҙәрен йыйыштырп китә, афарин! Ә сүптәрен тәртипһеҙ рәүештә ҡайҙа етте шунда ырғытып китеүселәр бит байтаҡ. Бына шундайҙар тәбиғәтебеҙҙе, еребеҙҙе сүп ояһына әйләндереүселәр! Шул пластик һауыт йәки бер ҡағыҙ ҡапты сүп контейнерында ҡалдырырға, йәки үҙең менән кире алып ҡайтыу ауыр түгел бит! “Мин ял иттем, ҡалғандарҙа эшем юҡ”,- тип ошолай ҡыланырға ярамай. Ололарға ҡарап, кескәйҙәр үрнәк ала. Ата-әсәһе сүп-сар ташлап китә икән, сабыҙан ни көтәргә ҡала?! Кеше шулай итеп гүзәл тәбиғәт мөйөштәрен дуңғыҙ ояһына әйләндерә.
Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр көн һайын сиратлап Архангел быуаһының яр буйҙарын таҙарта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр рейдта оло тоҡтар буш ҡайтҡаны юҡ. Сираттағы дежурҙа күпер аша бер йәш ҡатындың ике бәләкәй балаһы менән беҙҙең кеүек сүп-сар йыйып йөрөүе күҙгә салынды. Янына барып еткәс, әңгәмәләшеп киттек. Клокова Юлия, Өфө ҡалаһынан декрет ялына ҡайтҡан. Быуа буйында яҡында ғына йәшәй икән.
— Аҙнаһына бер тапҡыр сығып яр буйҙарын таҙартам. Ошондай бысраҡлыҡҡа, тәртипһеҙлеккә тыныс ҡарай алмайым. Ҡайһы берҙәр миңә башҡа эшең юҡмы әллә, тиҙәр.
Мин ошонда йәшәйем, балаларым менән ял итергә сығам. Сүп-сар ояһында бер ҙә йөрөгө килмәй. Быуа буйына махсус сүп контейнерҙары ҡуйырға кәрәк. Халыҡ бәлки шул ваҡытта тәртипкә өйрәнә, үҙ артынан йыйыштыра башлар ине. Ауыл хакимиәте ошо тәҡдимемде хуплаһа минең өсөн генә түгел, ә башҡалар өсөн дә бик яҡшы буласаҡ, -тип үҙ фекере менән уртаҡлашты ханым.
Ысынлап та, кешеләр күпләп ял иткән быуа буйында бер-ике сүп һауыттарын ҡуйыу бик урынлы тәҡдим. Бәлки яҡын арала ошо мәсьәлә хәл ителер тип ышанып ҡалабыҙ, ә гәзит уҡыусыларыбыҙҙы һыу буйҙарын таҙа һәм тәртиптә тоторға саҡырабыҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина фотоһы.
Читайте нас: