Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Июль 2020, 14:21

“Хат ташыусынан уңдыҡ”,- тиҙәр Зәйет һәм Ҡыҫынды ауылдары халҡы.

Рәсәй почтаһы көнө

Хат ташыусы һөнәренең тамырҙары Боронғо Греция һәм Египет илдәренә барып тоташа. Унда яҙма йәки телдән әйтелгән хәбәрҙәрҙе адресатҡа тапшырып йөрөгән сапҡынсылар булған. Рәсәйҙә лә дәүләт, сауҙа эше менән бәйле юлламаларҙы сапҡынсылар бер ҡаланан икенсеһенә йөрөткән. Уларҙы “ямсы” тип йөрөткәндәр. Петр I заманында был һөнәр айырыуса үҙгәрештәр кисереп, әһәмиәтле хеҙмәт төрөнә әйләнгән. 1711-1712 йылдарҙа тәүге почта йорттары — почтамптар төҙөлә.
Почтальондар электән бик хөрмәтле кешеләр һаналған. Һөнәрҙәре иғтибарлы, алсаҡ булыуҙы, сыҙамлылыҡ һәм сабырлыҡ талап итә, сөнки хеҙмәттәре кешеләр менән аралашыуға, аңлашыуға ҡоролған. Уларға төрлө хат-хәбәр ташырға тура килә. Яманын да, яҡшыһын да, ҡайғылыһын да… Һуғыш ваҡытында иң яуаплы кешеләрҙе генә почтальон итеп ҡуйғандар. Хат ташыусылар гәзит-журналдар, хат-хәбәрҙәр, посылка, пенсия, төрлө түләүҙәргә квитанциялар таратыусы ғына түгел, ә ҡыҙыҡлы әңгәмәсе лә, психолог та, мәғлүмәт еткереүсе лә.
Ҡыҫынды, Зәйет ауылдары халҡына почта таратыусы Рәхмәтуллин Хәйретдин Ибраһим улы тап бына ошондай сифаттарға эйә булған үҙ һөнәренең эйәһе. Хәйретдин Зәйет мәктәбендә һигеҙ класс белем алғандан һуң, колхозға эшкә урынлаша, киске мәктәптә уҡыуын дауам итә. Әсәһе Зарифа инәйҙе яңғыҙын ташлап китә алмау сәбәпле, егеткә заманында һөнәри белем алырға форсат теймәй. Тырышлығы, тотонған һәр эшенә етди булыуы уны ябай малсынан ферма мөдиренә тиклем үрләтә. Хәйретдин Ибраһим улы колхоз тарҡалғанға тиклем ошо өлкәлә тир түгә. Артабан “Үҙәк” МТС–ының Еҙем бүлексәһендә лә хеҙмәт итеп өлгөрә. Мал йәнле ир-уҙаман малсылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә, ләкин, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, был эште бер ни тиклем ваҡытҡа туҡтатып торорға мәжбүр була. Тынғыһыҙ, халыҡ менән аралашыуҙан йәм тапҡан ир эшһеҙ ултырыуҙы үҙ итмәй. Уның күңел торошон яҡшы аңлаған тормош иптәше Бибинур хат ташыусы булып эшләп ҡарарға тәҡдим итә. Тап шул осор (2015 йыл) ауылда почтальон кәрәк була. Баштараҡ яңы өлкәләге эште үҙһенмәһә лә, намыҫлы ағай үҙ вазифаһына ең һыҙғанып тотона.
Тиҙ арала ауыл халҡының ышанысын аҡлап өлгөргән Х.Рәхмәтуллин бөгөн үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен белә. Айырыуса подписка ваҡытында ҙур әүҙемлек күрһәтә. “Юҡ, яҙылмайым!”, - тип аяҡ тибеп торғандарҙы ла яйлап һөйләшеп, өгөтләп, ыңғайға килтерә торғандарҙан. Тыныс холоҡло, кеше менән итәғәтле, кәрәк саҡта мәрәкә һөйләп күңелдәрҙе күтәргән йор һүҙле почтальонды етәкселәр ҙә маҡтап ҡына тора. Ул йылдан-йыл ауыл халҡының матбуғат баҫмаларына яҙылыуын сифатлы башҡара.
Ғаиләһендә тоғро, хәстәрлекле ир, өлгөлө атай, киң күңелле, йомарт олатай булған Хәйретдин ағай Бибинур Мөхәмәт ҡыҙы менән бергә өс улға, ике ҡыҙҙарына төплө тәрбиә биреп, юғары белем алыуҙа ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарҙы. Бөгөн Рәхмәтуллиндар ҡура тултырып мал тота. Киләсәктә йылҡысылыҡ тармағы менән шөғөлләнергә ниәтләй. Буш ваҡыттарын да балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә күңелле һәм файҙалы итеп үткәрә. Район, ауыл биләмәһендә ойошторолған бәйгеләрҙә лә ҡатнашырға өлгөрә. Ғөмүмән, ҡыҫындылар һәм зәйеттәр бик әүҙем, дәрте ташып торған, тырыш һәм яуаплы хеҙмәткәрҙән уңды тип әйтһәк бер ҙә хата булмаҫ. Бына шундай улар, һәр йортҡа көн һайын яңылыҡ таратыусы почтальондар.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: