Инйәр
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Июль 2020, 14:03

Донъя селтәрендә балаларҙың хәүефһеҙлеге

Республика мәктәптәрендә балаларҙың «зыянлы» сайттарға инеү мөмкинлеген сикләйҙәр

2021 йылға тиклем “Мәғариф” милли проектына ярашлы Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә контентты фильтрҙан үткәреү системалары барлыҡҡа килә. Улар уҡыусыларҙың зыянлы ресурстарға — наркотиктарҙы, экстремизмды, суицидты пропагандалаған һәм башҡа сайттарға инеү мөмкинлеген сикләй.
Бынан тыш, Роскомнадзор вәкилдәре балаларҙың кеҫә телефондарына һәм өй компьютерҙарына ла ошондай фильтр ҡуйырға тәҡдим итә. Был мәсьәләне ата-әсәләр менән тикшереү күҙаллана.
Бөгөн компьютер технологияларының һәм интернет селтәренең киң ҡолас йәйеүе аралашыуға, белемеңде камиллаштырыуға ҙур мөмкинлектәр бирә. Әммә Интернет селтәре ҡулайлы булһа ла, уның аша балаларыбыҙ өсөн ҡурҡыныс янауы хаҡында оноторға ярамай. Был мәсьәлә һаман да көнүҙәктә ҡала, сөнки бәлиғ булмаған ҡулланыусылар һаны артҡандан-арта.
2020 йылдың 28 февраленән 30 июнгә тиклем райондың белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларында Интернет селтәре менән ҡулланғанда балаларҙың, ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың медиахәүефһеҙлеген һәм һанлы белем кимәлен күтәреү маҡсатынан “Интернет хәүефһеҙлеге айлығы” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторолдо. Акция барышында вертуаль селтәрҙәрҙе ҡулланыу ҡағиҙәләренә арналған саралар уҙғарылды. Унда балалар интернетта таныш булмаған кешеләр менән аралашыу ҡағиҙәләрен белде, “зыянлы” сайттарға инмәҫкә, антивирус программалары менән эш итергә һәм үҙҙәренең шәхси мәғлүмәттәрен хәүефһеҙлектә һаҡларға өйрәнде.
Мәғләмәт-ағартыу акцияһы Интернет селтәренән зыян күргән балаларға ярҙам милли үҙәге мониторингы составына ингән “Интернет хәүефһеҙлеге лигаһы” интернет-индустрияһы тарафынан үткәрелде. Сараларҙың төп маҡсаты — балаларҙың үҙ аллы мәғлүмәттәрҙе дөрөҫ ҡулланыуы, вертуаль селтәрҙәге ҡылыҡтары өсөн яуап биреүе, балаларға интернет менән бәйле мөмкин булған хәүефтәр тураһында ваҡытында аңлатыу.
Тематик класс сәғәттәрендә уҡытыусылар донъя селтәре менән эш иткәндә хәүефһеҙлек сараларын ҡәтғи һаҡлауға баҫым яһаны, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе һайлай белергә һәм улар менән хатаһыҙ файҙаланыуға һабаҡ бирҙе. Дәрестәрҙән һуң уҡыусыларҙан һорауҙарға яуап алынды. Улар нигеҙендә белем биреү усаҡтарындағы бөгөнгө хәл-ваҡиғаларға анализ яһалды. Уның буйынса балаларҙың 87 проценты вертуаль селтәрҙә үҙҙәре, ғаиләләре тураһындағы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашмай, Интернет этикаһын боҙмаҫҡа тырыша. Барлыҡ саралар йәмәғәтселектең иғтибарын Интернет сәлтәрендә балаларҙың хәүефлеген тәьмин итеүгә йүнәлтер өсөн башҡарылды. Ололар был шөғөлдөң файҙанан тыш, зыян да килтереүе хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртеү яһаны, ҡурҡыныс һәм “зыянлы” ресурстарҙы айыра белергә, уларға ҡаршы торорға саҡырҙы.
Шулай уҡ “Интернет селтәрендә хәүефһеҙлек” тигән ата-әсәләр йыйылыштары ла ойошторолдо. Осрашыуҙа балаларға нисә йәштән интернет селтәре менән ҡуллана башларға мөмкин? Уларға шәхси иҫәп алып барырға рөхсәт итергәме? Вертуаль селтәр менән эш иткәндә ғаилә эсендә ниндәй ҡағиҙәләр менән ҡулланырға? Компьютер вирустары тураһында нимәләр белергә кәрәк? кеүек һәм башҡа һорауҙар күтәрелде һәм тикшерелде.
“Интернет хәүефһеҙлеге айлығы” ваҡытында халыҡҡа бик күп кәрәкле мәғлүмәттәр еткерелде.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: