Инйәр
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
25 Июнь 2020, 14:30

Наркотик — ағыу һәм үлем…

Өлкәнәйеү барышында йәш кешегә күп кенә мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡ ҡағиҙә булараҡ, эргәлә “тормоштан мөмкин булғандың барыһын да алырға” тәҡдим иткән, онотолғоһоҙ тәьҫораттар вәғәҙә иткән “изге күңеллеләр” пәйҙә була.
Әгәр уларҙың наркотиктар “һайланма кешеләр” йәмғиәтенә ылығыуға, модала донъяның бер өлөшө булыуға ярҙам итәсәк тигән һүҙҙәренә ышанаһың икән, тормошоң башланмайынса уҡ тамамлана тигән һүҙ.
Наркотик таратыусылар телендә “маймылды тотоу” (“поймать обезьяну”) тигән төшөнсә яңы кешене наркотикка ултыртыу тигәнде аңлата. Тик һин наркотик — ул шприцтар, ампулалар һәм тәү ҡарашҡа имәнес наркодиллерҙар ғына икән тип уйлама. Заманса наркотиктарҙы тәмәке йәки порошок рәүешендә ҡулланып ҡарарға ғына тип дуҫтарығыҙ ҙа тәҡдим итеүҙәре мөмкин.
Һуңғы йылдарҙа медицина учреждениеларына тәмәке итеп тартыу ҡатнашмалары һәм башҡа синтетик наркотиктар ҡулланыу арҡаһында ҡатмарлы ағыуланып, хәлдәре бик ауыр булған йәш кешеләр килеүе артыу өҫтөндә. Илдә ошо сәбәптән үлем осраҡтары ла теркәлгән.
Хатта тәүге тапҡыр ҡулланып ҡарағандан ғына ла улар үҙәк нервы системаһының бик көслө зарарланыуына, психозға, ауыр депрессияға, тауыш һәм күреү галлюцинацияһына килтерә. Ҡулланған кешеләрҙең үҙ-үҙҙәренең йәки башҡаларҙың ғүмеренә ҡул һуҙыуы ла бик ихтимал.
Бик күптәр насвайҙы ҡулланырға мөмкинме тигән һорауҙы бирә. Моғайын, уны күргәнегеҙ барҙыр — бәләкәй генә йәшел шарҙар йәки һорғолт-көрәнһыу порошок. Насвай — составына “нас” үҫемлеге, тәмәке, Урта Азия махоркаһы, эзбиз, үҫемлектәр көлө, үҫемлек майы ингән ҡатнашма. Насвай ябай кустар ысул менән генә, йәғни өй шарттарында ғына эшләнгәс, уның составына нимәләр ингәне күҙәтелмәй. Йыш ҡына уның составына дөйә, тауыҡ тиҙәге, елем ҡушыла. Хайуандарҙың ашҡаҙан сей яраһына, эсәк инфекцияларына һәм паразитар ауырыуҙарға, шул иҫәптән вируслы гепатитҡа килтереүсе экскременттарының зыяны тураһында әйтеп тороу кәрәкме икән?
Насвайҙы оҙаҡ ваҡыт ҡулланғанда теш ауырыуҙары, яман сирҙәр үҫеү хәүефе юғары. Мәҫәлән, Үзбәкстанда теркәлгән ауыҙ һәм тамаҡ яман шеше менән сирлеләрҙең 78 проценты насвай ҡулланыусылар икән.
Насвай физик сәләмәтлеккә генә хәүефле түгел, ул – психик үҫеште боҙоусы, хәтерҙе юйыусы, даими аптырап ҡалыу һәм тотанаҡһыҙлыҡ барлыҡҡа килтереүсе психотроп матдә.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: