Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Июнь 2020, 16:08

Яугирҙы иҫкә алайыҡ

Яҙасаҡ һүҙем илебеҙ именлеге өсөн барлыҡ көсөн биргән Миңнислам Ғарифулла улы Ғинийәтов тураһында.

Ул 1924 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында донъяға килә. 1938 йылда Алайғыр мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ педтехникумына уҡырға инә, ә 1942 йылдың апрелендә (икенсе курстан) үҙе теләп һуғышҡа китә. Сталинград ҡалаһы өсөн барған яуҙарҙа, Курск дуғаһы алышында ҡатнаша, Латвияла власовсылар армияһына ҡаршы көрәшә, ҡаты яралана. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. Армия сафтарынан 1947 йылда ғына демобилизациялана һәм тыныс тормошта тракторсы булып хеҙмәт юлын башлай.
Һуғыш арҡаһында туҡталып ҡалған уҡыуын Благовещинск педагогия училищеһында тамамлап ҡуя. Артабан Ҡабаҡ һәм Иҫке Бәпес мәктәптәрендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Ә 1959 йылда БР Мәғариф министрлығының ҡарары менән Архангел районы Абҙан мәктәбенә эшкә йүнәлтелә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы беҙҙең мәктәптә физкультура һәм биология дәрестәрен алып барҙы. Олоғайып барыуына ҡарамаҫтан, ситтән тороп Бөрө педагогия институтының биология факультетында белемен камиллаштыра. Артабан өйҙә ултырырға теләмәй, 70 йәшенә тиклем Свердлов колхозы рәйесенең хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Йәмәғәтселек эшендә лә әүҙемлек күрһәтте: ветерандар советы рәйесе булараҡ оло кешеләрҙең тормошон хәстәрләп йәшәне. Тормош иптәше ( шулай уҡ уҡытыусы) Флүрә Хажиғәли ҡыҙы менән тиң ҡартайып, һәүетемсә генә донъя көттөләр.
Уларҙың алты балаларының өсәүһе уҡытыусы һөнәрен һайланы: Рәйлә, Зифа, Әниф. Оло улдары Ҡәнәфиә ғүмер буйы райондың тәртип һаҡлау органдарында намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтте, әле лә Инйәр ауыл советының ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара. Рәмил — юғары белемле юрист, Нияз — Ауырғазы районында юл-төҙөлөш идаралығында эшләп, урындағы халыҡтың ихтирамын яуланы. Ул БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
5-се кластан 11-сене тамамлағансы Миңнислам Ғарифулла улының талапсан тәрбиәһе ҡарамағында булыуыбыҙ беҙҙе сыныҡтырҙы, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә өйрәтте.
Беҙ — уның уҡыусылары, ғөмүмән, ауыл халҡы, Бөйөк Ватан һуғышында тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән, тыныс тормошта ла намыҫлы хеҙмәт юлы үткән уҡытыусыбыҙҙы оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: