Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Июнь 2020, 15:54

Устарыма һалып бирер инем, мөлдөрәмә тулы бәхетте

Бар ҡиәфәтенән етдилек бөркөлөп торған саф йөрәкле, көслө рухлы кешеләр бар бит был донъяла.

Тыныс диңгеҙҙе хәтерләткән холоҡ-фиғел артында иһә теләһә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ, сыныҡҡан, маҡсатлы булмыш төҫмөрләнә уларҙа. Тыуып-үҫкән ерендә тел уҡытыусыһы булып эшләгән бер ханым тураһында һүҙем.
Наза Мәҡсүт ҡыҙының уҡытыу-тәрбиә өлкәһендәге уңыштары хаҡында һөйләп китергә лә мөмкин: район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә яуланған дипломдары, Маҡтау ҡағыҙҙары, БР Мәғариф алдынғыһы билдәһе, үткәргән асыҡ дәрестәре, кластан тыш саралары тураһындағы абруйлы жюриларҙың юғары баһаламалары уның ижади ҡарашлы, булдыҡлы, өлгөр уҡытыусы икәнлеге хаҡында һөйләй.
Әммә фекеремде бөтөнләй икенсе йүнәлешкә борам. Мөхәббәттең наҙлы тулҡындарында тирбәлергә, шул уҡ ваҡытта йәшәү йәмен һүндерерлек юғалтыуҙар кисерергә лә тура килә уға. Тик көслө рухы, улдары алдындағы яуаплылыҡ ҡына өмөт нурын маяҡ итеп алып, ышаныслы аҙымдар менән йәшәү мәғәнәһен эҙләп табырға ярҙам иткәндер. Ваҡытында уй-кисерештәрен аңлап торһам да, күңел көҙгөһөнә һаҡһыҙ ҡағылып, уны тоноҡландырып, юйып ҡуйыуҙан ҡурҡа инем.
Хыялдар тормошҡа ашҡанда
Ауылыбыҙҙың хөрмәтле оло быуын кешеһе, колхоз яландарындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн ВДНХ-ға күргәҙмәгә ебәрелгән, ғәҙеллеге, донъясыллығы, ярҙамсыллығы яғынан яҡташтарының хәтерендә һаҡланған изге күңелле ир-уҙаманы (олатаһы Юлмөхәмәт Йосопов) нәҫеленән ул. Икеһе лә юғары белемле, йәшлек дәрте менән ауылға ҡайтып эш башлаған ғаиләлә баш бала булып донъяға килгән, сабый саҡтан әҙәбиәт һутын татып, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын күңеленә һеңдереп үҫә.
Колхоз эшенән бушамаған атаһы ҡыҙҙарын тик нескә тойғолар менән генә үҫтермәй, ә ҡатмарлы тормош юлдарында юғалып ҡалмаҫҡа өндәй, хеҙмәткә хөрмәт икәнен үҙ өлгөһөндә иҫбатлай. Тыуған ауылын, изге игенсе һөнәрен яратҡан, иртә таңдан ҡара кискә тиклем баҫыуҙан ҡайта белмәгән, тура һүҙлелеге арҡаһында ҡайһы берәүҙәргә оҡшап та етмәгән атаһы аяуһыҙ сиргә һабышҡас, сикһеҙ үкенес тойғоһо кисерә. Хәлен һиҙептер инде, ҡыҙҙарының хыялдары менән ҡыҙыҡһына. “Атай, мин агроном булам”,- тигәнде ишеткәс, “Ер эшкәртеү, саң-туҙан араһында, көҙгө батҡаҡта оҙон ҡуныслы итектә йөрөү ҡатын-ҡыҙ эше тиһегеҙме әллә? Ана, әсәйегеҙ кеүек уҡытыусы булырһығыҙ. Эше еңелдән булмаһа ла, ҡар-бурандан, ел-ямғырҙан һаҡланыр өсөн мәктәптең ҡыйығы бар”,- ти.
Наза сығарылыш кисәһенән һуң, йоҡлап та тормай Өфөгә юллана. Педагогия институтына тәүгеләрҙән булып документтарын тапшыра һәм имтихандарҙы уңышлы биреп, бер ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инеп тә китә. 90-сы йылдарҙағы көрсөк ваҡыты ла уға ҡамасауламай, һайланған һөнәре буйынса тырышып белем ала.
“Атайың ауырый, әсәйеңдең эше яуаплы, һеңлеләреңә лә терәк-таяныс булырһың, ауылға ҡайт,”-тип кәңәш итә туғандары. Ата йорто иркен дә бит, мәктәптә эш юҡ. Шулай ҙа әсәһенең тыуған ауылы Көмәрлелә йәш белгесте ҡуш ҡуллап ҡаршылайҙар. Ең һыҙғанып, эшкә тотона, тиҙ арала заман талаптарына ярашлы кабинет төҙөй. Тәжрибә етмәһә лә тырышлыҡ үҙенекен ала. Мәғариф бүлеге методстары эшенә юғары баһа бирә. “Был мәктәптең абруйын күтәрәһең, һиңә үҙ өмөттәр бағлайбыҙ,”-тиҙәр улар. Бер йыл ваҡыт үтеп тә китә. “Эшеңә һүҙем юҡ, ләкин шәхси тормош унан да мөһимерәк. Парланырға кәрәк, балам”,- тип әйтә килә әсәһе. Шул арала күршелә генә үҫкән егет ҡырҙан ҡайтып төшә. Бәләкәй сағында: ”Атайың бирһә, һине кәләш итеп алам”,- тип шаярта торған ине. Йәштәр оҙаҡ ваҡыт осрашмай торғас, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Малай саҡтағы хыялын йәшермәй егет. Ҡыҙҙы күҙләүселәр ҙә күп. Назаның күңел ҡылдарын сиртәйем тип йәш кеше күршеләргә йышыраҡ йөрөй: әле теге, әле был эштә ярҙамлашып ҡына тора. Ҡыҙҙың күптәге танышы аша һоратырға киләсәген дә ишеттерә. Егет һүҙе бер булыр, тигәндәй, ағаһы менән еңгәһен, апаһы менән еҙнәһен яусы итеп ебәрә. Тиҙҙән ике яҡ та туйға әҙерләнә башлай. Өйләнмәҫ элек үк өй күтәреп, башын ябып ҡуйған була кейәү кеше. Туйҙан һуң тиҙ арала ҡалған эштәрен теүәлләп башҡа сығаралар. Бәхет ҡояшына мансылған, йәшәйеште йәмләп, бер-бер артлы аталары кеүек теремек ир балалар донъяға килә. Донъясыл, нәмәгә тотонһа ла, эшен ҡойоп ҡуйған ире таяныс та, ышаныс та була. Йорт-ҡура, мал-тыуар ҙа ҡараулы. Бесән әҙерләйем тиһә, тракторына ултыра, утын кәрәк икән “дружба”һы бар, балтаһы ҡулында уйнатып ҡына тора, ҡыҫҡаһы, “алтын ҡуллы”, һалҡын ҡанлы. Наза Мәҡсүт ҡыҙы Йосопова мәктәптә ҡолас йәйеп эшләй, хеҙмәттәштәре лә, балалар ҙа үҙ итеп, хөрмәт итә. Төрлө конкурс, бәйге, конференцияларҙа ҡатнашып, район, республика кимәлендә белем усағының намыҫын яҡлай.
Донъя йөгөн бергә тартып, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрағас, өҫтәлдәрендә аш-һыу өҙөлмәй, ике яҡтың да туған-тыумасаһын да тигеҙ күрәләр. Яҡты йөҙ, асыҡ сырай күрһәткәс, килем-китем дә күп. Ошо бәхетебеҙҙән айырмаһын, Раббым, тип һөйөнөп кенә йәшәйҙәр.
Йондоҙ һин кешелек түрендә.
Киләсәккә бағлаған барлыҡ өмөттәре, хыялдары селперәмә килер, тип кем уйлаған? Йығылырымды белһәм, һалам түшәр инем, ти халыҡ мәҡәле. Тик бындай осраҡта һалам ғына ярҙам итә алмаҫ ине, моғайын. Бына ҡайҙа ул тәғдир тигән төшөнсәнең аяуһыҙлығы, мәрхәмәтһеҙлеге — уның ҡарамағында тормошто яратыу ҙа, ғаиләң алдында яуаплылыҡ та көсһөҙ икән…
Йәмле йәйҙең аяҙ бер көнөндә яҡты донъя менән хушлашырмын тип башына ла килтермәгәндер 37 йәшлек, типһә тимер өҙөрлөк ике бала атаһы. Һай, үкенесле лә һуң был донъя! Күҙ асып йомған арала тулы ҡанлы тормош баштүбән әйләнә. Ҡайһылай ҙа аяуһыҙ һин яҙмыш. Көтмәгәндә иң ҡәҙерле кешеһен юғалтҡандарҙың кисерештәрен аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Күрмәгәндәргә күрһәтмәһен, күргәндәргә түҙем бирһен Хоҙай, тиҙәр был осраҡта.
Наза Мәҡсүт ҡыҙының тормошон ҡара болоттар ҡаплап, күңелен ауыр ҡайғы ҡатырһа ла, булмышын яҡтыртырлыҡ, йәшәйешен йәмләрлек өмөтө, яратҡан яртыһының төҫө — ике улы бар бит әле. Һөйгәненең яҡты рухы хаҡына ошо сабыйҙарын аяҡҡа баҫтырырға, аталарының ысын алмашсыһы итеп тәрбиәләргә, бәхетле, тәүфиҡлы, оҙон ғүмерле итеп үҫтерергә тейеш тә инде ул! Өмөтһөҙ — шайтан ғына. Бөгөн уның иңенә шундай һынауҙар төшкән икән, уларҙы лайыҡлы үткәрә белергә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә тейеш, тимәк!
Был йәш ҡатын:”Хоҙай миңә бәхет бүләк итеп, уның ниндәй икәнлеген төшөндөрҙө лә, кире тартып алды. Әммә татыған бәхетем ғүмерем иртәләрен яҡтыртып торорлоҡ, күңелемде йылытырлыҡ яҡты нур ҡалдырҙы. Бының сере ябай — яратҡан кешемдән балаларым бар”, - тип әйтер төҫлө. Ошо фекер әсәнең бар булмышын балаларына бағышлап, уларҙы йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп тәрбиәләргә ярҙам итәсәк. Тағы шуныһы: яҙмыш уға икенсе тапҡыр тәүге тормош иптәшеләй күркәм булмышлы кеше бүләк итерме? Был тормошта ысын бәхетте бер генә тапҡыр татып ҡарарға мөмкин тиҙәр бит!
Ҡатын-ҡыҙҙың сирағы ҡырҡ
Йылдар, йылдар… Ваҡыт арғымығына атланып, бигерәк йылдам ағаһығыҙ шул. Тормошо ҡырҡа боролош алыр, яратҡан яртыһының мәңгелеккә күҙҙәрен йомоуына ла биш йыл булып киткән. Шөкөр, туған мәктәбе коллективында ла, райондағы хеҙмәттәштәре араһында ла тырышлығы менән абруй ҡаҙана ул. Бының төп сере шунда: эшенә ижади ҡарай. Һуңғы бер-ике йыл был тол ҡатын өсөн бигерәк тә ҡатмарлана. Ике улын ҡосаҡлап, күберәк улар янында булырға кәрәк саҡта тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелә. Бындай вазифаға егеләһең икән, тартырға тейешһең. Шуныһы ҡыуаныслы: оло улы атаһына оҡшап, моңло йыры, кесеһе — мәктәптә гел “дүртле” һәм “бишле”гә генә өлгәшеүе менән һөйөндөрә.
Улдарыңды яңғыҙ үҫтерәһең, улар әсәһенең итәгенә йәбешеп йөрөгән егеттәргә әйләнеүе ихтимал, тиҙәр. Әммә Наза уларҙың булмышына үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итерлек көслө рух орлоҡтарын сәсергә, иректәрен сикләмәҫкә, һәр хәл-ваҡиғаға үҙҙәренең ҡараштары, баһалары булырға тейешлеген күңелдәренә һеңдерергә тырыша.
Бәхет төшөнсәһен төрлө кеше төрлөсә аңлай. Күңелендә башҡаларға үпкә йөрөтмәүе, һәр ҡарарға ҡабат-ҡабат уйлағандан һуң ғына килеүе, үҙен уратып алыусыларҙың һәр ҡайһыһына тик изгелектәр генә теләүе йөрәк түрендә болоттар ҡуйыртмай. Бәхеттең ҡанаты суҡ булмай, тиҙәр халыҡта. Ир туғандарының да, үҙ нәҫеленең дә иғтибары һәм ихтирамы күңелен тынысландыра, үҫеп килгән улдары киләсәккә ышаныс менән ҡарарға көс бирә. Билдәле йырҙа:”Сибәрҙе сибәр яратыр, һөйөү урманына ҡаратыр, моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға, бәхет ебен кемдәр таратыр”,- тиелә. Яңғыҙ түгел ул, шуға ла бәхете теүәл, тип яҙғайным бынан 11 йыл элек геройымдың исемен алыштырып.
Ә бөгөн иһә: оло улы — Илгизәре БДУ-ның магистратураһын тамамлап, һәйбәт итеп эшләп йөрөй, кәләш алды. Кесеһе — Сәлиме Санк-Питербург ҡалаһында өсөнсө курста уҡый. Ә ҡыҙым һигеҙ йыл дауамында яңғыҙ йәшәгәндән һуң, (улдарын үҫтергәс, яңынан тормошҡа сыҡты. Яңы йорт тергеҙеп, матур ғына йәшәп яталар. Рәхмәтлемен Хоҙайыма, күҙ генә теймйһен, тип теләйем.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: