Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Июнь 2020, 15:45

Рус әҙәбиәте йондоҙо

Александр Сергеевич Пушкин Рәсәй мәҙәниәте тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес.

Пушкиндың әҫәрҙәрен өйрәнеү рус теленең, тарихының бөтә нескәлектәрен үҙләштерергә ярҙам итә. Шуға күрә уның тыуған көнөндә илебеҙ буйынса ҙур әһәмиәтле, мәртәбәле саралар ойошторола. Был байрамда олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнаша.
Рәсәйҙә Пушкин көндәре 1997 йылдан бирле йыл һайын 6 июндә уҙғарыла. Ә 2011 йылда уға тағы ла бер дата ҡушыла — халыҡ-ара рус теле байрамы билдәләнә башлай.
Әҙәбиәт һөйөүселәрҙең байрамында ғәҙәттә балаларҙың А.С.Пушкин әкиәттәре буйынса һүрәттәр, шиғырҙар конкурсы, әҙиптең тормошо һәм ижадына арналған викториналар, сәхнәләштерелгән интерактив әҫәрҙәр, онлайн бәйгеләр, экскурсиялар һәм башҡалар уҙғарыла. Пушкин көнө айырыуса ҡасандыр данлыҡлы шағир белем алған Ленинград өлкәһе Пушкин ҡалаһында (“Царское Село”) сағыу һәм бай йөкмәткеле үтә.
Был ҡыҙыҡлы! 2010 йылда БМО (Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы) 6 июнде Рус теле көнө тип иғлан итте. Рус теле донъяла таралыу буйынса һигеҙенсе урында тора. Ул 147 млн кешенең туған теле тип һанала, ә тағыла 116 млн — уны яҡшы белә.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: