Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Июнь 2020, 15:49

Рәсәй — уртаҡ дәүләтебеҙ

Рәсәй көнө йәш байрам булып һаналһа ла, уның барлыҡҡа килеү тарихы башҡа билдәле даталар кеүек ҡыҙыҡлы.

1990 йылда РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителә. Демократик дәүләт төҙөү ҙә нәҡ ошо йылдарҙа башлана. 1994 йылда дәүләт указы буйынса 12 июнь байрам итеп иғлан ителә. 2002 йылдан уға Рәсәй көнө тигән исем бирелә.
Был көндөң асылы — милләттәр берҙәмлеге һәм илебеҙ киләсәге өсөн барыбыҙҙың да яуаплы булыуы. Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, бөгөн Рәсәйҙә 171 телдә һөйләшеүсе 193 милләт вәкиле йәшәй, мәктәптәрҙә 89 милли телдә белем бирелә.
Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүсе төп байрам булып торһа ла, “12 июнь ниндәй байрам?” тигән һорауға аныҡ ҡына яуап ҡайтарыусылар бик һирәк. Күптәребеҙ уны ял көнө тип кенә көтөп ала һәм байрамдың ысын мәғәнәһен аңлап еткермәй.
Рәсәй көнөн райондаштарыбыҙ ҡайһылай ҡабул итә икән, әйҙәгеҙ уларҙы тыңлайыҡ.
Йортомбаев Фәйез Фәтих улы, район Совет секретары:
— Һәр дәүләттең, һәр төбәктең үҙенең байрамы була. Миллионлаған рәсәйлене берләштергән был көн берҙәмлек һәм бойондороҡһоҙлоҡ символы. Рәсәйҙә йәшәгән һәр кем шуны аңлаһын ине. Бай тарихлы Ватаныбыҙ үҙ иңендә бик күп ауырлыҡтарҙы намыҫ менән кисергән. Әле лә байтаҡ һынауҙар аша үтәргә тура килә. Көслө, сабыр, аҡыллы һәм дуҫ халҡы илебеҙҙең ныҡлы нигеҙе, ышанысы. Был мәртәбәле көндә һәр төбәктә төрлө сағыу саралар: фестивальдәр, конкурстар, осрашыуҙар һәм башҡалар уҙғарыла. Быйыл да беҙҙә байрам бер нимәгә ҡарамай юғары кимәлдә ойошторолор тип уйлайым.
Мөхәмәтдинов Рөстәм Фәтих улы, Оҙондар ауылы хакимиәте башлығы:
— Рәсәй — беҙҙең уртаҡ дәүләтебеҙ. 12 июнь уның барлыҡҡа килгән мәле, тимәк тыуған көнө. Ә тыуған көн әһәмиәтле байрам, шуға күрә билдәләмәй булмай. Һәр кем уны үҙенсә ҡаршылай. Бөгөн бик ҡатмарлы тарихи мәлде кисерәбеҙ, иҡтисади яҡтан да, сәйәси яҡтан да. Ошо мәлдә бер-беребеҙҙе аңлау, сабыр итеү, бәҫебеҙҙе төшөрмәү һәм төшөнкөлөкә бирелмәү мөһим. Күптәребеҙ Рәсәй көнөн Яңы йыл, 8 март кеүек оло байрам итеп ҡабул итмәһә лә, беҙ тарихи датаны ихтирам итеп, хөрмәт менән ҡаршы алырға саҡырабыҙ.
Фәттәхова Айгөл Рәжәп ҡыҙы, Архангел ауылы, хужабикә.
— Ял көндәрен һәр кем түҙемһеҙләнеп көтә. Ошо һылтауҙан балалар ялға ҡайта, байтаҡ ҡул етмәгән хужалыҡ эштәре башҡарыла. Һуңғы йылдарҙа иҫтәлекле даталар ишәйеп китте. Элек төп 3-4 байрам ғына булһа, хәҙер аҙна һайын “туй”. Шуға күрә мин был көнгә артыҡ иғтибар ҙа итмәйем. Байрамдарҙың ысын мәғәнәһе булырға, исеме есеменә тура килергә тейеш, тип уйлайым.
Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.
Читайте нас: