2019 йылдың ноябрь айында районыбыҙҙың мәҙәни тормошо яңы һулыш алды тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Район хакимәте башлығы күрһәтмәһе буйынса, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы итеп Ильяс Миндиәхмәт улы Сафин тәғәйенләнде.
Белешмә өсөн. И.М.Сафин 1974 йылдың 21 февралендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Айбат ауылында тыуған. 1990 йылда Өфө ҡалаһында республика музыка мәктәп-интернатын, 1992 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. 1992-1994 йылдарҙа Мәскәү консерваторийының Хәрби-дирижер оркестры факультетында хәрби хеҙмәт бурысын үтәй. 1994-2019 йылдарҙа Сибай дәүләт филормонияһында төрлө вазифаларҙа (оркестр артисы, уның етәксеһе, администратор, концерт эшмәкәрлеге буйынса директор урынбаҫары, художество етәксеһе) эшләй. Ике юғары белемле. Ғаиләле, бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй.
— Ильяс Миндиәхмәт улы, һеҙҙең тыуған Арғаяш ере йәмғиәт эшмәкәре, прфессор Дамир Вәлиев, башҡорт операһының танылған солистары Раил Кучуков һәм Вәкил Йәләлетдинов, шағирә Кәтибә Кинйәбулатова, ауыр спорт төрҙәре чемпионы Эльбрус Ниғмәтуллин, чемпион-боксерҙар Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар, Денис Шафиҡов һәм башҡа һәләтле шәхестәрҙең атайсалы. Уларҙың барыһының да яҡты хыялдарын тормошҡа ашырыр өсөн үҙҙәре һайлаған юлы булған. Һеҙҙең хыялдарығыҙ ниндәй ине? Мәҙәниәт өлкәһенә, Сибай ҡалаһына, сирек быуат ваҡыт эшләп киткән Сибай филормонияһы коллективына нисек килеп юлыҡтығыҙ?
— Ҡәҙерле дуҫтар, район матбуғатын даими уҡып барыусыларҙың барыһын да сәләмләйем һәм тик яҡшы хәбәрҙәр генә теләйем! Байтаҡ туғандарым һалдат погондарын йөрөтөп үҙҙәренең ғүмерен Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеүгә бағышланы. Сабый сағымда мин дә уларға оҡшарға теләп, үҙемде үҫкәс тик хәрби кеше булараҡ күҙ алдына килтерә инем.
Әсәйем беҙҙе, өс баланы, яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы. 4-се кластан Өфө ҡалаһында музыкаль интернатта тәрбиәләндем. Армиянан һуң бәләкәй саҡтағы хыялымды тормошҡа ашырыу маҡсатынан Башҡорт дәүләт университетының хәрби кафедраһының юридик факультетына уҡырға инергә тип килдем. Шул ваҡыт класташым, хәҙер инде БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, мине Сибай филормонияһына эшкә өгөтләне. Үҙе үк поезға билеттар алып, кире уйлап ҡуйыуымдан ҡурҡып сумаҙандарымды ҡулынан ысҡындырмай алып китте. Бөгөн шундай ҡыйыу аҙым яһауыма бер ҙә үкенмәйем. Филормония коллективы менән беҙ бөтә Рәсәйҙе үтеп сыҡтыҡ, фестивалдәрҙә ҡатнашып байтаҡ илдәрҙе күреү бәхете тейҙе. Сибай ҡалаһында үҙемдең тормош иптәшемде таптым, ошонда беҙҙең балалар тыуҙы.
— Нисек ҡәҙимге эшегеҙҙе, йәшәгән урынығыҙҙы ҡапыл ғына алыштырырға уйланығыҙ?
— Барыһына ла билдәле булыуынса, ваҡыты-ваҡыты менән һәр кемгә эш ерен генә түгел, ә өлкәһен дә алыштырып тороу файҙалы. Шул ваҡытта ғына алға китеш һиҙеләсәк. Мин һәр саҡ эстән яңы үҙгәрештәргә әҙерләнеп килдем — филормонияла артист булһам да, уҡытыусылыҡ эше менән дә шөғөлләндем, башҡа мәҙәни үҙәктәрҙең, ойошмаларҙың эшләү формалары, алымдары, тәжрибәләре менән таныштым, өйрәндем. Гастроль һәм концерт эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса директор урынбаҫары вазифаһын алып барғанда республикала, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҡала һәм ауыл мәҙәниәт учреждениелары менән идара итеү функцияларын үҙләштерҙем. Был үҙенә күрә ҙур әһәмиәтле тәжрибә мәктәбе булды.
— Хеҙмәттәштәрегеҙҙең эш тәжрибәһенән үҙегеҙгә нимә алдығыҙ?
— Иң мөһиме — кешеләр менән һаҡсыл эшләү. Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү һәм ябай кешеләрҙең яҙмышына нисек йоғонто яһауы араһында тигеҙлек таба белеү — уның һөҙөмтәһе.
— Кадрҙар барыһын да хәл итәме?
— Эйе, дөрөҫ! Был районда мин ысын һөнәрмәндәр командаһына тап булдым. Улар менән эшләү еңел дә, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла. Илшат Нәжмитдин улына ошондай етди вазифаны ышанып тапшырғаны өсөн бик рәхмәтлемен. Беҙ ышанысты аҡларға тырышасаҡбыҙ.
— Беҙҙең районда мәҙәни үҫеште нисек билдәләр инегеҙ?
— Урындағы мәҙәни үҫеш юғары кимәлдә. Иң мөһиме бында һәләтле, тырыш һәм тормошто һөйөүсе халыҡ йәшәй. Районда ғүмер иткән төрлө милләт вәкилдәренең үҙенсәлекле милли мираҫының һаҡланыуы, үҫеүе һәм йәш быуынға тапшырыла килеүе һөйөндөрә. Миңә тиклем ошо вазифала эшләүселәргә, мәҙәниәт өлкәһендә йән атҡандарға милли мәҙәниәт, тел, тарих һәм йолалар тураһында хәстәрлек күреүҙәре өсөн ҙур рәхмәт.
Ҡағиҙә булараҡ, һәр етәксенең үҙенә генә хас булған эш алымдары, күҙаллауҙары була. Бөгөн район хакимиәте башлығы тарафынан урында халыҡ хореографияһын үҫтереү, тыуған яҡты, уның тарихын өйрәнеү буйынса музей асыу, билдәле һәүәҫкәр төркөмдәргә һаҡсыл ҡараш булдырыу, халыҡ араһынан сыҡҡан һәләттәрҙе эҙләү, уларҙы артабан үҫтереү, балаларҙың ижади проекттарын күтәреү кеүек төплө маҡсаттар ҡуйылды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙ сиратында, ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә һәр саҡ әҙер. Район да беҙҙгә аҡсалата ярҙам итеп тора — сәхнә костюмдары тегелә, матди-техник база нығытыла.
— Мәҙәниәт учреждениеларының уңыштары тураһында бер нисә һүҙ…
— Беләһегеҙме, беҙҙә үҙ һөнәрен ысын күңелдән һөйгән бик яҡшы кешеләр эшләй. Мәҫәлән, Балалар ижады мәктәбен генә алайыҡ. Уларҙың тәрбиәләнеүселәре 11 тапҡыр Бөтә донъя, Бөтә Рәсәй һәм башҡа республика бәйгеләрендә еңеүсе булды. Ә онлайн конкурстарҙағы призлы урындарҙы һанаһаҡ!... Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ — афариндар! Балалар ижады мәктәбенең 56 сығарылыш уҡыусыһы бөгөн илебеҙҙең төрлө уҡыу йорттарында белемдәрен дауам итә. Бында мәктәп директоры И.Ю. Пинягинаның оҫта етәкселеге, талапсанлығы әйтеп бөтөргөһөҙ. Район мәҙәниәт йорто һәм ауыл мәҙәниәт клубтары хеҙмәткәрҙәре — барлыҡ мәҙәни сараларҙы ойоштороусы һәм ошо усаҡты һаҡлаусы. Үҙешмәкәр артистар ҙа барлыҡ фестивалдәрҙә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып юғары һөҙөмтәләр яулауҙарын дауам итә. Айырыуса Тирәкленән Ғәниевтәр ғаиләһен, Ҡыҫынды ауылы мәҙәниәт клубы етәксеһе Раушан Хазиәхмәтовты, Орловканан Фәнисә Гольцованы билдәләп үтке килә. Китаханасылар ҙа өр-яңы эш алымдарын ҡулланыуҙары, ижади эҙләнеүҙәре һәм яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүҙәре менән ҡыуандырҙы. “ Ауыл ерендә иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” республика конкурсында ҡатнашып, Баҡалды китапханаһы 100000 мең һумлыҡ призға лайыҡ булды һәм ошо аҡсаға кәрәкле офис техникаһы һатып алынды.
Мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштарҙа һәр кемдең өлөшө бар. Район мәҙәниәт йорто директорының административ-хужалыҡ бүлеге буйынса урынбаҫары Дмитрий Машненковтың үҙ вазифаһын еренә еткереп, оҫта башҡарыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Баш хисапсыбыҙ — етәкселектең уң ҡулы булһа, тырыш методистарыбыҙ — учреждениеның мейеһе. Беҙҙә бер артыҡ кеше юҡ. Айырыуса йәш хеҙмәткәрҙәр өсөн һәр саҡ “йәшел ут”.
— Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә Балалар ижады мәктәбендә музыка, театр һәм башҡа сәнғәт төрҙәре менән шөғөлләнеү нимәһе менән ярҙам итә?
— Бөгөн социумда, эшендә, шәхси тормошонда үҙен табырға, уңышҡа өлгәшергә теләгән кеше белемһеҙ, мәҙәниәтһеҙ, битараф һәм һүлпән булырға тейеш түгел. Хәҙерге йәштәр киң даирәле, мәғлүмәтле һәм һәр саҡ эҙләнеү юлында. Уларҙың томошо төрлө сағыу ваҡиғаларға бай. Беҙҙең концерттар, спектаклдәр, әҙәби кисәләр, сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу был йәһәттән тәрбиәүи яҡтан тик ыңғай яҡтан ғына тәьҫир итәсәк. Үҙ халҡыңдың милли-мәҙәни мираҫын өйрәнеү, милли музыка ҡоралдарында уйнау, тарихи йыр-көй сәнғәтен үҙләштереү һәм башҡа сәнғәт төрҙәре аша йәштәрҙә милли зауыҡ, халыҡсанлыҡ, илһөйәрлек тойғоһо үҫтерергә була.
— Ильяс Миндиәхмәт улы, артистарҙы, үҙешмәкәр булһалар ҙа юғары эшмәкәрлеккә нимә илһамландыра?
— Миңә килгәндә, һәләтле, белемле һәм тәртипле кешеләр менән эшләү илһамландыра. Беҙҙең артистар тап бына шундайҙар. Сәнғәт кешеләренә тамашасылар менән тулы зал, алҡыштар дәрт бирһә лә, уларға сәхнәнән тыш көс йыйыу мөһим. Берәүҙәр уны ғаилә эсендә, икенселәр, тәбиғәт ҡосағында, яратҡан шөғөлөндә, мөхәббәттә, һине яратҡан, аңлаған кешеһе эргәһендә таба.
— Гәзит уҡыусыларыбыҙға нимәләр теләр инегеҙ?
— Барлыҡ архангелдәргә бәхет, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар, тыныслыҡ теләйем. Ваҡытлыса сикләүҙәр бөтөү менән беҙ ойошторған сараларға рәхим итегеҙ! Түңәрәктәрҙә һәи ижади коллективтарҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашығыҙ, китапханаларға килегеҙ, балаларығыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе Балалар ижад мәктәбенә йөрөтөгөҙ, туған телебеҙҙә баҫылған “Инйәр” гәзитенә мотлаҡ яҙылығыҙ. Уңайы тура килгән саҡта мин өс аҙ тәьмин ителгән ғаиләгә бүләк итеп ярты йыллыҡҡа “Инйәр” гәзитен яҙҙырттым. Тик бер шарт үтәлде — ғаилә үҙешмәкәр сәнғәт ағзаһы булырға тейеш.
— Әңгәмәгеҙ һәм бүләгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Уңыштар һеҙгә.
Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.