Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Июнь 2020, 16:33

Мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмай

Районыбыҙҙа кесе эшҡыуарлыҡ вәкилдәре һаны йәш, дәртле һәм йүнсел кешеләр менән тулыландырыла.

Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында йәшәүсе Айгөл Усманова шундайҙарҙың береһе. Сит яҡтарҙан күсеп ҡайтҡан йәш ханым 2014 йылда үҙенең крәҫтиән хужалығына нигеҙ һала. Башта бер нисә баш малдан ғына башланһа, бөгөн бында 42 баш эре мөгөҙлө хайуан, 15 йылҡы аҫрала. Әлбиттә, был күрһәткестәр дәүләт ярҙамы менән өлгәшелә. 2016 йылда Айгөлдөң хужалығы грант ота һәм бүленгән аҡсаға 17 баш герефорд тоҡомло һыйыр малдары һатып алына.
Сәме ташып торған йәш эшҡыуар үҙен төрлө яҡлап та һынап ҡарарға теләй. Ул тәүгеләрҙән ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе булып китә һәм ошо тармаҡта үҙе етештергән аҙыҡ-түлек менән баш ҡала баҙарында билдәлелек яулай. Мал һуйыу пунктын булдырыу өсөн дә Айгөл күп көс һала. 2018 йылда урындағы башланғыстар нигеҙендә килем килтереүсе проектта уңышлы ҡатнашҡандан һуң, цехҡа нигеҙ һалына башлай. Көнөнә биш баш һуйыласаҡ модулле мал һуйыу цехын төҙөү өсөн район хакимиәте булышлығы менән ер бирелә. Бөгөн унда юл һалынған, тирә-яғын кәртәләү эштәре башҡарыла.
— Билдәле булыуынса, Таможня союзының техник регламенттарына ярашлы, һатыуға сығарыла торған малды шәхси хужалыҡтарҙа һуйыу тыйыла. Шулай уҡ “Меркурий” системаһында теркәлеү, малдарҙы идентификациялау һәм башҡа талаптар ауыл ерендә малсылыҡ менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙы урында мал һуйыу пункты асыуға этәрә, бының менән бергә ит продукцияһын етештереү ҙә яйға һалынасаҡ. Яңы төҙөлгән объект яҡын-тирәләге ауыл кешеләренә генә түгел, күрше район халҡына ла йылҡы, эре һәм ваҡ малды һуйыу, итте һаҡлау, эшкәртеү кеүек хеҙмәттәр күрһәтәсәк,-тип эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте А. Усманова.
Тыуған еребеҙҙә агротуризм йүнәлешен әүҙемләштереү — уның тағы ла бер маҡсаты. Ныҡыш, уйлаған ниәтен тормошҡа ашырырға ынтылған эшҡыуар 2019 йылда “Фортуна” һыбай йөрөүселәр клубын ойоштороуға ирешә. Ҡырҙан килеүселәр, туристар был ойошма менән шунда уҡ ҡыҙыҡһына башлай. Һәр бер нәмәһен уйлап, ҡунаҡтарға ҡыҙыҡ та, файҙалы ла итеп эшләнгән был проект бөгөн ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән. Ауыл ерендә, саф һауала, мал-тыуар, ҡош-ҡорт араһында ял итеп, крәҫтиән тормошон үҙҙәре татып ҡарарға теләүселәр һаны ла байтаҡ. Шуға күрә беҙҙең геройыбыҙ ауылды һәм тәбиғәтте һөйөүселәрҙе ҡуш ҡуллап ҡаршы алырға һәр саҡ әҙер тора. “Фортуна” клубы хатта “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тигән республика социаль пректының да иғтибарын алды һәм тапшырыуҙы төшөрөүсе төркөм бында ҡатнашыусы ике ҙур ғаилә менән фермерҙа ҡунаҡта булды.
Ата-әсәләр балалары менән малдарҙы нисек тәрбиәләргә, аттарҙы ашатырға, һыбай йөрөргә өйрәнде. Айгөлдөң ҡыҙы Таңсулпан уларҙың уҡытыусыһы ла, гиды ла булды. Барыһы ла бик ҡәнәғәт ҡалды һәм уңған хужаларға рәхмәттәр әйтеп, тағы ла кире килергә вәғәҙә итеп, баш ҡалаға ҡайтты. Клубтың эшмәкәрлегенә һуңғы коронавирус менән бәйле хәл-ваҡиғалар ғына аяҡ салды, планлаштырылған бик күп сараларҙан баш тартырға тура килде. Әммә күтәренке рухлы Айгөл иртәгәһе көнгә өмөт һәм ышаныс менән ҡарай. Үҙенең генә түгел, ә башҡа эшҡыуарҙарҙың да эшмәкәрлегенең яйға һалыныуына ышана.
Хужалыҡтың тағы ла бер үҙенсәлеге — улар республикала уҙғарылған “Терра Башҡортостан” тип аталған ат сабышында ҡатнашып, районыбыҙҙың данын яҡлаусы.
Бөгөн заман талаптарына тейешлесә яуап бирергә, уның менән бергә атларға кәрәк. Ошонан сығып Айгөл Ишдәүләт ҡыҙы үҙ өҫтөндә әүҙем эшләй. Әлеге мәлдә уңған ҡатын Башҡорт дәүләт университеты алдындағы иҡтисад, финанс һәм бизнес институтында белем ала.
Ал-ял белмәй, район һәм республика мәнфәғәте өсөн тырышҡан яҡташтарыбыҙға уңыштар һәр саҡ юлдаш булһын.
Дилара Бәҙретдинова.
Эльвира Абдулова фотоһы.
Читайте нас: