Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Июнь 2020, 16:27

“Икеләтә бәхетле итә…”

Күҙҙәрендә һөйөү уттары балҡый

— Илүзә — йәшәүемдең мәғәнәһе. Беҙҙе ҡараштар осраштырҙы. Зәп-зәңгәр күҙҙәрҙе күреү менән унда мәңгелеккә баттым һәм ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын,- тип үҙенең тормош иптәше Илүзә Усман ҡыҙы тураһында һүҙ башланы Абҙанда тыуып-үҫкән, хәҙерге көндә Зәйет ауылында донъя көткән Зәғәфүрән Сәмиғулла улы Ғафаров.
— Юғары белем алғандан һуң, Ҡариҙел районына эшкә йүнәлтелһәм дә яҙмыш мине 1984 йылда Зәйет мәктәбенә алып ҡайтты. Ошонда мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы вазифаһында хеҙмәт юлымды башланым. Буласаҡ ҡәйнәм Флүзә апай бында йыйыштырыусы булып эшләне. Уға ҡайһы саҡ ҡыҙҙары килеп ярҙамлаша торғандар ине. Бына шул саҡта тәү тапҡыр осраттым да мин Илүзәне. Уның матур, асыҡ һәм йылы ҡарашы йөрәгемә һөйөү осҡонон сәсте. Шул минуттан алып тик зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынып, уның тураһында ғына уйлай башланым. Ул ваҡытта Илүзә Ҡыҙыл Еҙем мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡытып йөрөй. Бер мәл шулай йәйәү Абҙанға ҡайтырға сыҡтым. Ҡыҫындыға етһәм, ҡаршыма һөйгәнем килә. Нисек тә булһа ҡыҙҙың ҡарашын тотоп ҡалырға тырыштым. Бер-беребеҙгә күҙ һирпеү барыһын да һүҙһеҙ хәл итте. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ тигәндәге кеүек күп көтөп торманым Илүзәне кейәүгә саҡырҙым.
Байтаҡ йылдар бергә ғүмер иткән был ғаилә парының икеһенең дә һаман йәшлек дәрте ташып, күҙҙәрендә һөйөү нурҙары балҡып тора. Бына ошондай була икән ул ысын һөйөү…
Флүзә һәм Усман Нәжметдиновтарҙың ғаиләләре электән районда ғына түгел, ә бөтә Рәсәйгә билдәле тип әйтергә хаҡыбыҙ барҙыр. Ябай ауыл кешеләре балаларына матур тәрбиә, белем бирә, ә иң мөһиме кешелеклелек һәм намыҫлылыҡ тойғоларын тәрбиәләй. Шуға ла бөгөн Нәжметдиновтар үҙҙәренең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре менән лайыҡлы ғорурлана ала.
Әсәләре мәктәптә ябай йыйыштырыусы булып эшләһә лә зыялы, мәҙәниәтле, киң даирәле була. Йәш уҡытыусылар ҙа уларҙың йортонан ҡайта белмәй. Киң күңелле, йомарт ғаиләлә һәр кем үҙенә ышыҡ та, урынлы кәңәш тә, күңел йылылығын да таба. Ошо мөхитте күреп-белеп үҫкән Илүзә кесе йәштән үк уҡытыусы булырға хыяллана. Китап, ҡағыҙ биттәре, аҡбур уның уйынсыҡтарына әйләнә. Тора-бара күрше-күләндәге балаларҙан үҙенә “уҡыусылар” йыя.
— Әгәр бөгөн үткәнгә ҡайтыу мөмкинселеге булғанда, ниндәй һөнәр һайлар инең тип һораһалар, мин һис шикһеҙ уҡытыусы, тип яуаплаясаҡмын. Балаларға белем һәм тәрбиә биреү минең булмышым. Быйылғы сикләүҙәр ваҡытында ошоно нығыраҡ аңланым. Мәктәп, уҡыусылар, яратҡан коллективым минең йәшәйешем.
1984-1988 йылдарҙа Ҡыҙыл Еҙем мәктәбендә уҡыттым. Бөгөнгөләй хәтеремдә, 1 сентябрҙә нисек итеп балалар алдына килеп баҫыуым. Кескәй генә сабыйҙар менән нисек эшләрмен икән тип шул тиклем тулҡынландым. Класс бал ҡорттары иләүе кеүек геү килә. Шул ваҡыт бер матур ҡыҙҙың өмөт тулы, мөлдөрәмә ҡарашына иғтибар итә ҡуйҙым һәм ошо бала миңә ҡыйыулыҡ, ышаныс бирҙе. Үҙемде ҡулға алып изге сәғәттә дәресемде башлап ебәрҙем. Бөгөн был ҡыҙ үҙәк район дауаханаһында баш хисапсы булып эшләй, ул Ольга Швецова (Антипина).
Иң тәүге сығарылышым һәм уларҙың ата-әсәләре һаман да минең менән хәбәрләшеп тора: 8 март байрамы, тыуған көнөм менән бер ваҡытта ла ҡотларға онотмай. Артабан Зәйеттә ең һыҙғанып эшкә тотондом. Бында ла тәрбиәләнеүселәрем, уларҙың ата-әсәләре менән тиҙ уртаҡ тел таптым. Беҙҙең хеҙмәттә нескә генә бала күңеленә дөрөҫ юл ярыу, уны аңлауҙан тыш, төплө белемле, илһөйәр, үҙенән һәм тормоштан ҡәнәғәт, кешелек сифаттары булған шәхес тәрбиәләү мөһим.
Бөгөн беҙ мәғлүмәт технологиялары киң таралған, мәғариф өлкәһендә үҙгәрештәр барған осорҙа йәшәйбеҙ. Был уҡытыусынан уңышлы алымдар ҡулланыуҙы, дәресте һәм кластан тыш сараларҙы ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙы һорай. Заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы уҡытыу — уҡытыусының иң мөһим бурысы. Шуға күрә ижади эҙләнеү, үҙ-үҙеңде һөнәри яҡтан үҫтереү өлкәһендә әүҙем эшләйем.
Һеңлеләремдең дә уҡытыусы һөнәрен һайлауҙарында минең йоғонтом бар. Ғаилә байрамдарында йәки ял ваҡытында бергә осрашһаҡ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән “педсовет” ойоштороп ебәрәбеҙ. Туғандарға килгәндә, ике яҡтан да бик татыубыҙ, аралашып йәшәйбеҙ. Әлеге ваҡытта бер туғандар дуҫлығы, яҡындарыңдың ҡәҙерен белеү күптәр өсөн һирәк күренеш. Беҙ, Аллаға шөкөр, ҡәрҙәшлектең ҡиммәтен беләбеҙ.
Ике улыбыҙ Данис менән Фәнис юғары белемлеләр. Килендәребеҙ — саф башҡорт ҡыҙҙары. Улдарымды татар мөхитендә тәрбиәләһәм дә, улар үҙҙәрен башҡорт тип һанай, сөнки беҙҙең ғаиләлә атай һүҙе, тәрбиәһе һәр саҡ өҫтөн. Ике ейәнсәребеҙ, бер ейәнебеҙ тормошобоҙға тағы ла йәм өҫтәне. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, яҡындарың менән бер-береңә терәк-таяныс булып йәшәгәндә барыбер еңелерәк. Ағас тамыры ныҡ булһа, ел-дауылдар уны бер ваҡытта ла йыға алмай, кешеләр ҙә бына тап шулай. Ғаиләң ышаныслы икән, киләсәгең яҡты һәм бәхетле буласаҡ.
Балаларҙы уҡытыу-тәрбиәләүҙән тыш төрлө йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашырға ваҡыт табам. Өс тапҡыр Башҡортостанда ойошторолған татар конгресында һәм 2012 йылда Татарстанда үткәрелгән Бөтә донъя татарҙары конгресының V съезында — делегат, байтаҡ йылдар Берҙәм дәүләт һәм Төп дәүләт имтихандарында — ойоштороусы, район буйынса башланғыс кластар уҡытыусыларының методик берекмәһенең аттестация комиссияһы ағзаһы булдым, һайлау комиссияһы ағзаһымын.
Уҡытыусы — ул иң мәрхәмәтле һөнәр. Мин мөғәллимә булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Әгәр ҙә, уҡыусыларым тормошта үҙ урындарын табып, бәхетле тормош ҡорһалар, мин бик риза буласаҡмын. Хеҙмәтемдең яҡшы һөҙөмтәләре мине икеләтә бәхетле итә,- тип үҙенең тормошо һәм хеҙмәт юлы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте Илүзә Усман ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: