Инйәр
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Июнь 2020, 11:00

Битарафлыҡ һәләкәткә илтә

Районыбыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан “Инйәр” гәзите быйыл 20 йәшен тултырҙы.

Ул “Архангельский вестник”тың тәржемәһе түгел, ә үҙаллы ижтимағи-сәйәси баҫма.
Шөкөр, донъя күргән көнөнән алып бер ҙә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Рус мәктәбен тамамлаһалар ҙа, балаларым да “ҡаҙалып ятып” уҡый. Мине борсоғаны: баҫманы алдырыусылар кәмегәндән-кәмей. Аптырайым, районыбыҙҙа татар-башҡорт милләтлеләр аҙайҙымы? Мин Ҡырмыҫҡалы районында тыуып үҫтем. Гәзит татар һәм рус телендә генә сыға ине. Хеҙмәт хаҡын таяҡ һыҙып иҫәпләгән саҡта ла берәү ҙә гәзитһеҙ ҡалманы. Һуғышта һәләк булған атайым өсөн биш балаға килгән пенсияны килтергәндәрендә иң элек заем тоталар һәм гәзиткә яҙҙыра торғайнылар. Әлеге мәлдә лә пенсия таратҡан көндәрҙә почтальондар өйҙәргә йөрөп яҙҙыра ала бит.
“Яҙғы көн — йылды туйҙыра”, — тип ауыл эшсәндәре яҙ етеү менән ең һыҙғана. Ә ғөмүмән алғанда халыҡ битарафҡа әйләнеп бара. Шулай булмаһа, совет осоронда төҙөлгән биналарҙы (ферма, контора, гараж, тирмән һәм башҡалар) ватып-емереп, металлоломға тапшырып бөтөрҙәр инеме? Ташландыҡ хәлендә ҡалған был объекттар хәҙер ауылдың йәмен китәреп һерәйеп ултыралар. “Ватыу — төҙөү түгел” тиҙәр рустар. Эсем боша: емереү еңел дә, төҙөү, тергеҙеү ауыр, халыҡ байлығы бит улар.
Был районыбыҙҙың башҡорт телендә сыҡҡан, милли рух һығының йөҙөк ҡашы булған “Инйәр” гәзитенә лә ҡағыла. Башҡорт һәм татар милләтле райондаштарыбыҙҙың битараф ҡарашы арҡаһында уны ла юғалтыуыбыҙ бар. Ә бит 1990 йылдарҙа баҫмаға йән өрөү өсөн күпме хеҙмәт түгелде, шундай көс сарыф итеп донъя күргән “Инйәр”ебеҙ йәшәүҙән туҡтамаһын инде. Ул — оран һалыусы, шаң ҡағыусы орган, халыҡ һүҙе, намыҫы, күҙе. “Инйәр”гә яҙылайыҡ, яҡташтар. Башҡорт рухлы гәзитебеҙ һәр өйгә килһен, уны уҡыйыҡ, фекерҙәр уртаҡлашайыҡ, район тормошонан ситләшмәйек.
Рәшиҙә Баязитова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Благовещенка ауылы.
Читайте нас: