Инйәр
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Июнь 2020, 12:58

Минең ҡайным яҡшы кеше ине…

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә тарихҡа байҡау яһайбыҙ.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә тарихҡа байҡау яһайбыҙ. Үткәндәрҙән һабаҡ алабыҙ. Илебеҙ азатлығы өсөн йәндәрен фиҙа ҡылған батырҙарыбыҙҙы иҫкә төшөрәбеҙ, тыныс тормош бүләк итеүсе ата-олатайҙарыбыҙҙың рухы алдында баш эйәбеҙ, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү сараларын күрәбеҙ. Әммә һәр һалдаттың үҙ фажиғәһе, үҙ шатлығы, үҙ еңеүе, үҙ тарихы бар.
Әйтер һүҙем Абҙан ауылында тыуып-үҫеп, башҡалар тиңенән тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыған ир-уҙаман Юлмөхәмәт Йомағужа улы Йосопов хаҡында. Мин уларҙың ғаиләһенә килен булып төшкәндә 66 йәшен тултырғайны. Хаҡлы ялда булһа ла, Свердлов колхозы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан хеҙмәт кешеһе ине. Хеҙмәте ябай: урманға барып кәрәкле ағас ҡырҡып алып ҡайта ла, сана, арба яһай, дуға бөгә, һалабаш төшөрөп, йүкәһенән арҡан, дилбегә, септә ишә. Шундай мәшәҡәттәренән йылдар буйы бушамай. Тик бесән ваҡытында ғына ҡайырып бесән сабып, күбәләп, кәбәнгә һалып, ҡышҡылыҡҡа етерлек утын әҙерләй ҙә тағы үҙенең кәсебенә тотона.
Бригадирҙар Ғәйсәр Ҡотләмбәтов, Ғәйнислам Йосопов, ат ҡараусылар Сабит Ишкилдин, Динислам Теләпҡолов кәрәкле әйберҙәрен алып китәләр. Улар килһә, ҡайным ҡәйнәмдән сәй әҙерләтеп, ҡәҙерле ҡунаҡтарын һыйлап сығара. Күпме эш хаҡы, уны белешмәй ҙә, һорамай ҙа, шулай һәүетемсә генә йәшәп ята.
Мин төпсөк малайының кәләше, йәш килен, ҡайным менән артыҡ әңгәмә ҡорорға баҙнат итмәйем. Ҡәйнәм Өфөнән уларға ҡайтып төпләнгәс үк, әйтеп ҡуйғайны: яулыҡ ябынырға, ойоҡ кейергә, күп һөйләмәҫкә, тип. Шуныһы ҡыҙыҡ: инде өйләнеп, атай булып бөткән улын арҡаһынан һөйөп: “Һуғыш бүләге генә бит ул”,- тип һамаҡлар ине ҡәйнәм. Бер йортта йәшәгәс, яйлап үҙләшеп киттек, ҡайны-килен хатта донъя йөгөн бергә тартыусыға әйләндек.
Иптәшем (агроном), мин (уҡытыусы) юғары белем алып ауылға эшкә ҡайтһаҡ та әҙер фатир бирелмәне. Ҡайным йортонда өйләнмәгән ҡайнаға ла булғас, үҙебеҙгә өй һалырға булып киттек. Иптәшем көн буйы яланда, йәйгеһен ярай уҡытыусының ялы бар. Бына шунда инде ҡайным менән бергә Ҡанлыкүлдән мүк йолҡоп ташыйбыҙ, яңы бура тирәһендәге бар нәмәне башҡарабыҙ: мүк тығабыҙ, таҡта шышабыҙ, бағана ултыртып, кәртә тотабыҙ. Хатта аҙбар бураһын да икәүләп кенә күтәреп ҡуйҙыҡ. Иптәшем кис эштән ҡайтҡас, беҙҙе әрләй: “Минең башымдан көләһегеҙ”,- ти. Шулай ҡайным менән әңгәмәләшеп, үткәндәрҙе һөйләп ултырған саҡтарым да булғыланы. Бигерәк итәғәтле, йомарт, ярҙамсыл, тәртипле, тәрбиәле кеше ине ул. Эсеү, тартыу тигән нәмәләрҙе бер ваҡытта ла яҡын юлыҡтырманы.
Ул саҡтағы яңғыҙаҡ әбейҙәрҙең бар йомошо унда: көйәнтә, бәләкәй сана эшләп бирһенме, балта, салғы һаплаһынмы? Барыһы ла уға килә, береһе лә буш сыҡмай. Шуға ла ауыл халҡы заманында уны ныҡ хөрмәт иткән. Хәҙер ҙә оло быуын кешеләре ҡайным менән ҡәйнәмде яҡшы һүҙ менән иҫкә ала. Була бит шундай изгелексән, башҡаларҙың көнитмешен хәстәрләп йәшәүселәр.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн ул Мәскәү ҡалаһына ВДНХ-ға ла ебәрелгән. 80 йәшендә донъя ҡуйҙы ҡайным, уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында был һирәк күренеш. Ошондай аҡһаҡаллы ҡарттар һәр ауылда ла булды. Уларҙың йәне йәннәттә, урындары ожмахта булһын, тип теләргә генә ҡала.
Яҡшы кешенән яҡшы эш ҡала, яман кешенән: яман һүҙ ҡала, тигән халыҡ мәҡәлен иҫкә төшөрһәк ине.
Нәсиә Йосопова, педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: