Әле генә Максим Горький мәктәбендә уҡып йөрөгән бөҙрә сәсле бәләкәй ҡыҙҙың сибәр, шул уҡ ваҡытта эшлекле, үҙ һөнәрен яратҡан шәхес булып үҫеп китеүенә шатландым. Тыныс, баҫалҡы, бөтә нәмәлә лә тәртип яратҡан Миләүшә үҙенең булмышы менән һәр ваҡыттағыса башҡаларға ыңғай йоғонто яһауын дауам итә. Уның менән аралашыусыларҙың кәйефе күтәрелә, ышанысы арта. Ябай, ләкин урынлы кәңәштәре, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы, төрлө ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә белеүе — гүзәл заттың холоҡ үҙенсәлеге. Шуға күрә Миләүшәнең абруйы бөтә ерҙә лә ҙур.
Кесе йәштән кешеләрҙе дауаларға хыялланған үҫмер 11-се класты уңышлы тамамлағандан һуң, ағаһы Радик артынан Өфө медицина колледжына уҡырға инә. Быйыл Миләүшә Исхаҡова III курста белем ала.
— Колледжда уҡыуы ауыр ҙа, ҡыҙыҡ та. Әгәр медицина һинең тормошоңдоң мәғәнәһе булыуын аңлаһаң, ул еңел биреләсәк. Минеңсә, табип булыу Хоҙайҙан. Бында анатомия, физиология фәндәрен рус телендә генә түгел, ә латында ла белеүҙән тыш, саф медицина фәндәрен дә үҙләштерергә кәрәк. Белемдең күп өлөшө тәжрибә мәлендә алына. Шуға күрә беҙҙе йыш поликлиникаларға, дауаханаларға йөрөтәләр. Унда төрлө сирҙәрҙең килеп сығыу тарихынан алып, уларҙы дауалау алымдарына тиклем өйрәнәбеҙ. Медицина хеҙмәткәрҙәре яҡшы хәтерле, киң даирәле, сабыр холоҡло, һалҡын ҡанлы булырға тейеш. Һәм тағы ла ерәнергә ярамай, сөнки беҙ төрлө хәлдәге сирлеләр менән эшләйбеҙ. Мин үҙемдә үрҙә әйтелеп киткән сифаттарҙың барыһы ла бар тип һанайым һәм ошо һөнәргә уҡыуыма бер ҙә үкенмәйем.
Быйыл коронавирус менән булған хәл-ваҡиғалар йәшәйешебеҙгә ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Һәр уҡыу йорто студенттары йоғошло ауырыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән ирекмәндәр штабын булдырҙы. Ошо сәбәпле беҙ ҙә, буласаҡ табиптар, шәфҡәт туташтары дистанцион дәрестәр ваҡытында ирекмән медиктар сафына инеп, вирусҡа ҡаршы көрәш алып барабыҙ. Ирекмәндәрҙең бер төркөмө гигиена мәсьәләләре өсөн яуаплы булһа, икенселәре карантинда һәм үҙаллы изоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граджандарға ярҙам күрһәтә. Мин әле Өфө ҡалаһының 17-се ҡала поликлиникаһында ирекмән булып эшләйем. Бер төркөм студенттар менән бында махсус кейемдәрҙә кесе персонал вазифаһын башҡарабыҙ, медицина учреждениеларына килгәндәргә дистанциялы термометрия һәм ҡулдарын антисептик менән зарарһыҙландырыу үткәрәбеҙ, битлектәрҙең булыуын тикшерәбеҙ, генераль йыйыштырыу яһайбыҙ, документация менән эшләйбеҙ, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле кешеләрҙең өйҙәренә рецептар алып барабыҙ. “Ҡыҙыл” зоналарға беҙҙе ебәрмәйҙәр. Көн һайын дүртәр сәғәт эшләгәндән һуң, дөйөм ятаҡҡа ялға ҡайтаралар. Һаҡланыу костюмына ғына өйрәнеү ҡыйын булды, бигерәк тә эҫе көндәрҙә уңайһыҙ. Ә дөйөмләштереп әйткәндә, халыҡҡа ярҙам итеү бик оҡшай. Бөгөн ирекмәндәрҙең ярҙамы бик урынлы,-тип үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте яҡташыбыҙ Миләүшә Исхаҡова.