Филологтар көнө — үҙненең тормош юлын, эшсәнлеген телгә бағышлаған кешеләрҙең һөнәри байрамы. Филолог — филология өлкәһендәге, йәғни тел, яҙма әҙәбиәт, текстар, ауыҙ-тел ижады аша халыҡтың мәҙәниәтен өйрәнеүсе, юғары белемгә эйә булыусы белгес. “Филология” һүҙе грек теленән тәржемә иткәндә, “телгә мөхәббәт” тигәнде аңлата. Рәсәйҙә был көн иҫке славян әлифбаһына һәм яҙыуына нигеҙ һалыусылар Кирилл һәм Мефодий исеме менән дә бәйле.
Тел кешенең аҡыл һәләтен үҫтереүҙә әһәмиәтле сара булып иҫәпләнә. Бына шуға ла тел ғилемен өйрәнеүҙең файҙаһы ҙур. Ошонан сығып, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында телдәрҙе, айырыуса туған телде уҡытыуға ныҡ иғтибар итергә кәрәк. Ә тел һағында кемдәр тора һуң? Әлбиттә, тәү сиратта ғаилә, сөнки телгә ҡыҙыҡһыныу, ихтирам ғаиләнән башлана. Артабан тел ғилеме уҡытыусылары. Улар киләсәк быуынға телебеҙҙең матурлығын еткереүсе, уға хөрмәт тәрбиәләүсе, нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен күрһәтеүсе.
Ырныҡшы мәктәбендә егерме йылға яҡын башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгән Зөбәржәт Тәлғәт ҡыҙы Вашкевич тап ошондай мөғәллимәләрҙең береһе. Абҙан урта мәктәбен тамамлаған үҫмер ҡыҙ остазы Хәлиҙә Нурғәлий ҡыҙы Сәфәрғәлинаның кәңәше буйынса Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Белем усағында уҡ яратҡан уҡытыусыһы уның күңелендә башҡорт теленә ҡарата һөйөү орлоҡтары сәсеп өлгөрә. Шуға күрә Зөбәржәт ошо һөнәрҙе һайлауына бер ҙә үкенмәй.
— Белем усағында эшләй башлауымдың тәүге көнөнән алып үҙ телен, илен ысын йөрәктән яратҡан шәхестәр тәрбиәләргә тырышам. Туған тел уҡытыусыларының хеҙмәте бик етди, сөнки йәш быуындың киләсәге беҙҙең ҡулда. Башҡорт телендә матур һәм дөрөҫ итеп һөйләргә, фекер йөрөтөргә өйрәтеү төп бурыстарымдың береһе. Сөнки үҙ халҡын, телен генә яратҡан, кеше, Ватанының ысын шәхесе була ала. Тағы шуны өҫтөп әйткем килә, туған телен яратҡан, белгән бала башҡаларҙан айырмалы рәүештә тормошта үҙ урынын тиҙерәк таба.
Бөгөнгө ҡатмарлы ваҡытта башҡорт теле уҡытыусыларына туған телебеҙҙе үҫтереү, камиллаштырыу маҡсатынан берләшергә, әүҙемлек күрһәтергә, башҡорт теле, халыҡ яҙмышы өсөн көрәшкән ойошмалар, матбуғат саралары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк.
Телебеҙ бик нескә, йомшаҡ, матур өндәргә бай. Бына шул гүзәллекте тулыһынса асып, ҡәҙерләү, һаҡсыл ҡараш хистәрен балаларыбыҙға еткерергә тейешбеҙ,-тип үҙ фекере менән уртаҡлашты тәжрибәле тел белгесе.