БР Мәғариф һәм фән министрлығының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин:
— Федераль министрлыҡ тәҡдимдәренә ярашлы, “Һуңғы ҡыңғырау” мәктәптәрҙә яңғырамай. Байрам дистанциялы рәүештә, йәғни уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың туранан-тура бәйләнештән тыш, мәктәптән йәки кафенан ситтә үткәрелә. Муниципалитеттарға онлайн-флешмобтар һәм башҡа дистанциялы саралар уҙғарыу тәҡдимдәре менән хаттар ебәрелде.
Һуңғы ҡыңғырау! Ул йәшлектең
Киләсәккә тәүге бер аҙым ул,
Мәктәп йылдарының бар йәме!
Быйыл район буйынса 78 — 11-се һәм 196 — 9-сы класс сығарылыш класс уҡыусылары матур йолаға әүерелгән “Һуңғы ҡыңғырау” байрамын үҙенсәлекле, ғәҙәти булмаған форматта уҙғарҙы. Ғүмерҙә башҡа бер ҙә ҡабатланмаҫ ошо көндә шау-шыулы, күңелле мәктәп йылдары, ғәмһеҙ баласаҡ, тәүге мөхәббәт, ололарҙың хәстәрле ҡараштары, өгөт-нәсихәттәре ҡыңғырау моңона сорналып артта ҡалды. Бөгөн үҫмерҙәр мәктәп, бала саҡтары менән мәңге хушлашып, һикәлтәле һуҡмаҡлы, борма-борма юллы, көйөнөсө лә, шатлығы ла булған үҙ аллы яңы тормошҡа аяҡ баҫты.
Тулы бер ғаиләгә әйләнеп, бер-береһен һүҙһеҙ аңлап торған балалар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Һуңғы ҡыңғырау”ҙы ситтән тороп ҡына үткәрҙе. Был, бәлки, замансалыр, әммә нисәмә йылдар бергә белем алған класташтарыңдан, яратҡан уҡытыусыларыңдан айырым, веб-камера аша ултырып ҡына хушлашыу үкенесле әлбиттә… Берәү ҙә ваҡиғаларҙы ошолай ҡырҡа үҙгәрер тип уйламаған ине. Ләкин башҡа сара юҡ. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар тыумаһын, районыбыҙҙың һәр белем усағы был тарихи ваҡиғаны барыбер еренә еткереп уҙғарыуға иреште. Кемдер нәфис фильмдар төшөрҙө, икенселәр, тура бәйләнеш аша флешмобтар ойошторҙо, башҡалар үҙенсәлекле дистанцион кисәләр әҙерләне.
Ғәйсәров Искәндәр, Ҡыҫынды мәктәбе, 9-сы класс уҡыусыһы:
— Үҙемдең “Һуңғы ҡыңғырау”ым онлайн аша яңғырар тип бер ҙә уйламаған инем. Байрамды элекке кеүек тыуған мәктәбеңдә, яҡын уҡытыусыларың, класташтарың, ата-әсәң менән бергә үткәрмәгәс, йырҙар башҡарып, шиғырҙар һөйләмәгәс күңелһеҙ. Уҡытыусыларыбыҙға, ата-әсәләребеҙгә ҙур рәхмәт, ошондай ҡатмарлы заманда беҙҙең байрамды матур һәм онотолмаҫлыҡ итеп ойоштороу өсөн барыһын да эшләне. Нимә генә булмаһын, сара яҡшы булды.
Әлфирә Әйүпова, Оҙондар мәктәбе директоры:
— Быйылғы һуңғы сиректә беребеҙгә лә еңел булманы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп яңы технологияларҙы үҙләштерергә, уҡытыу-тәрбиә эшендә икенсе алымдарҙы ҡулланырға, талаптарға яраҡлашырға тура килде. Әлеге хәлдәр ваҡытлыса булыр, элекке кеүек ғәҙәти тормошҡа ҡайтырбыҙ тип уйлайым. Һәр яңылыҡтың яҡшы яҡтарын күрергә кәрәк. Сығарылыш кластарға онлайн “Һуңғы ҡыңғырау” ҡыҙыҡ, сөнки бындай хәл менән тәү тапҡыр осраштыҡ. Улар тарихҡа инеп ҡаласаҡ. Уҡыусылар менән айырылыу һәр йыл күңелдәрҙә моңһоу хистәр уята.
Байрамды нисегерәк ойоштороу күп һорауҙар, бәхәстәр тыуҙырһа ла, беҙ был мәсьәләне уңышлы хәл иттек тип әйтә алам. Балаларҙың күңеле китек булып ҡалманы. Уларға ҡыйынлыҡтар алдында баштарын эймәҫкә, алда көткән һынауҙарҙы уңышлы үтәргә яҙһын. Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, ниндәй һөнәр кешеләре булһалар ҙа ысын кешеләр булып ҡалһындар, күңелдәре саф, ниәттәре изге булһын!
Гөлнур Латыпова, Максим Горький мәктәбе уҡытыусыһы, ата-әсә.
— Айырылышыу минуттары бик ауыр. Әле генә ҡулдарынан етәкләп, тәү тапҡыр мәктәпкә килтергән генә инек, ә хәҙер улар үҫкән ҡарлуғастар кеүек үҙ ояларын ҡалдырып осоп китергә әҙерҙәр. Был байрам шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа. Беҙҙең балаларға оло һынауҙар үтергә тура килде. Был уларҙы алдан уҡ сыныҡтырҙы, тормоштоң алһыу төҫтән генә тормауын иҫбатланы. Сығарылыш класс уҡыусыларына дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, районыбыҙға кәрәкле булған юғары уҡыу йорттары студенттары булыуҙарын теләйем.
Ҡатмарлы ла, оло ла тормош юлына ҡурҡмайынса, ҡаушамайынса баҫығыҙ. Алдығыҙға маҡсат ҡуя белегеҙ, уға ирешегеҙ.
Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.