Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Май 2020, 16:40

Мөғжизәле Йыһан

Бөтә донъя космос көнөн билдәләп

21 майҙа Бөтә донъя Космос көнөн байрам итә. Уны 12 апрелдәге Космонавтар көнө менән бутай күрмәгеҙ. Был байрам тураһында тәүге тапҡыр америка астронавты Томас “Мир” орбита станцияһында 1998 йылда иғлан иткән.
Ҡояш, ай, йондоҙ — былар барыһы ла йыһан арауығында урынлашҡан. «Йыһан» һүҙе «бөтөн донъя» тигәнде аңлата. Ер, беҙҙең планета — был ғаләмдең бер өлөшө. Борон заманда уҡ кешеләр күккә ҡарап уйланғандар, унда юғарыла болоттар аша нимә бар икән, тип хыялланғандар.
Ә хәҙер йыһанға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы факттар тәҡдим итәм:
Галилео-итальян ғалимы. Беренсе булып күк есемдәрен өйрәнеү өсөн телескоп эшләгән. Телескоп аша Ерҙең,Ҡояштың һәм башҡа күк есемдәренең хәрәкәттә булыуын асҡан. Шулай уҡ Айҙағы тауҙарҙы, Ҡояштағы таптарҙы, Марстың 4 юлдашын билдәләгән.
Беренселәрҙән булып йыһанды өйрәнеп, күк есемдәренең әйләнешен асыусы поляк астрономы Николай Коперник булған.
Йыһандың сикһеҙлеге һәм күк есемдәренең хәрәкәттә булыуын, уларҙың системалар барлыҡҡа килтереүен раҫлаусы итальян ғалимы, шағир Джордано Бруно утта яндырылған.
“Кешелек мәңге ерҙә йәшәп ятмаясаҡ. Ер — аҡылдың бишеге, ләкин мәңге бишектә ятып булмай.” К.Циалковский.
Йыһан тураһында фантастик әҫәрҙәр ижад итеүсе Америка яҙыусыһы Клиффорд Сеймактың да ошондай һүҙҙәре бар: “Йондоҙҙарға менер алдынан, кешегә иң беренсе ерҙә йәшәп өйрәнергә кәрәк.”
Ҡояш ер шарын яҡтырта. Ер шары көн һайын уның тирәләй әйләнә. Ҡояш ысынында — ул йондоҙ.
Ҡояшҡа иң яҡын планета — ул Меркурий. Унда шул тиклем эҫе, шуға бер нимәлә йәшәй алмай. Венера Ҡояштан һуң икенсе планета. Ул Ер шарына иң яҡын планета һәм яҡынса Ер шары кеүек ҙурлыҡта.
Ҡояш системаһы Ҡош юлы галактикаһының бәләкәй генә бер өлөшө, был галактика 2 миллиардтан ашыу йондоҙҙан тора.
“Орел” исемле планетаның болоттарында табылған спирттан 200 млн. литрға тиклем һыра яһап була. Был турала 1995 йылда асыш яһалды. Әйткәндәй, ул болоттарҙа башҡа химик матдәләр ҙә бар.
Йондоҙҙар араһындағы бушлыҡтың тауышы бар. Уны ябай ҡолаҡ менән генә ишетеп булмай. Ләкин “Voyager-1” исемле космик апарат ошо серле тауыштарҙы яҙып алған.
Юпитер, Нептун, Сатурн, Уран планеталары өҫтөнән атлап йөрөп булмай, сөнки аяҡ аҫтында ҡаты ер юҡ.
Ҡыҙыл планетала ҡояш байыуы зәңгәр төҫтә. Был һирәк күренеште “Оппорьюнити” тигән марсоход төшөргән.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: