Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Май 2020, 16:31

Киләсәккә ышаныс менән

Aуыл хужалығы тармағы көнүҙәктә

Бөгөн фермерҙар райондың тотҡаһы тиһәк, бер ҙә яңылыш булмаҫ. Ошо тынғыһыҙ, ныҡыш, егәрле кешеләр колхоз, совхоздар бөтөрөлгәндән һуң, фермалар төҙөп, мал аҫрап, ер эшкәртеп ауылға йән өрөп, яңы һулыш биреүсе.
Убалар ауылында эшмәкәрлек иткән Абдуллин Уралдың крәҫтиән-фермер хужалығы бөгөн уңышлыларҙан һанала. Урал Хәлиулла улы урындағы мәктәпте тамамлағас, Аксен ҡасабаһында урынлашҡан ауыл хужалығы техникумының ветеринария бүлегендә белемен дауам итә. Бәләкәйҙән ҙур хужалыҡ тотҡан ғаиләһенә ярҙам итеп, эш мәғәнәһен белеп үҫкән егет бәхет эҙләп сит ерҙәргә сығып китмәй, ә үҙ тыуған ауылында төпләнеп, бал ҡорттары, мал-тыуар аҫрауҙы хуп күрә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, йәш кеше, ата-әсәһе менән кәңәшләшкәндән һуң, крәҫтиән-фермер хужалығы асырға тигән ҡарарға килә. Умартасылыҡ кәсебен киңәйтеп ебәреү маҡсатынан әсәһе Раҡия апай тейешле документтар йыя, ә ғаилә башлығы Хәлиулла ағай һәм Урал ҡаралтыларҙы әҙерләү менән булыша.
Эшҡыуарлыҡ шөғөлөнөң айышына төшә башлағас, “Россельхозбанк”тан кредит юллап, ауыл хужалығы техникалары (трактор, бесән сапҡыс, пресс-подборщик) һатып алына. Артабан ғаилә хужалығы малсылыҡ, һөт һәм ит етештереү менән булышырға уйлап, 2013 йылда “Башланғыс фермерҙарға ярҙам күрһәтеү” программаһы сиктәрендә конкурс этабын уңышлы үтеп, итселек, һөтсөлөк продукцияһын етештереү йүнәлешендә мал ишәйтеү өсөн проектты уңышлы яҡлап, грант алыуға өлгәшә (ул ваҡытта үҙҙәренең генә биш баш һауын һыйырҙары була). Дәүләт тарафынан бүленгән аҡсаға тағы ла мал һәм техникалар арттырыла. Урал Абдуллин үҙенең төп кәсебенән тыш хәйриәлек эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Тәүге йылдарҙа Максим Горький ауылындағы “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йорто тәрбиәләнеүселәренә “Башҡортостан”, Убалар ауылының күп балалы ғаиләләренә “Инйәр” гәзиттәренә яҙылырға ярҙам итә, урындағы мәсетте төҙөүҙә лә техникаларын йәлләмәй, ауыл биләмәһенең үҙ тракторы булғансы ҡыш миҙгелдәрендә Заря, Убалар, Аҫҡын ауылдарының юлын ҡарҙан таҙарта. Республика, район кимәлендә үткән йәрминкәләрҙән һәм башҡа сараларҙан да ситтә тороп ҡалмай.
Фермер эше бик ауыр, яуаплы һәм шул уҡ ваҡытта сығымлы. Иртә таңдан ҡояш байығансы мал ҡарайһың, уның араһында йорт мәшәҡәттәрен дә башҡараһың, район үҙәгенә лә юл тотаһы бар, ә дәүләт алдында иҫәп-хисап биреүҙе әйтеп тораһы ла түгел. Дуҫ, татыу ғаилә барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы ла бергә үткәреп, бөгөн уны йырып сығып килә.
— Эшҡыуар тип әйтеүе генә еңел. Ә уның бер туҡтауһыҙ ваҡсыл мәшәҡәттәре, ҡағыҙ эштәре, һалым түләүҙәр һәм башҡалары физик яҡтан арыуҙан да ҡатмарлыраҡ. Әлбиттә, ирҙәргә ауыр эш күберәк тейә, мин иҫәп-хисап алып барам, ҡул менән һыйыр һауам, һөт аҙыҡтарын эшкәртәм. Быйылға тиклем ауыл халҡынан һөт йыйҙыҡ. Хәҙер күберәге мал һимертеү һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы, бал ҡорттарын үрсетеү менән шөғөлләнәбеҙ. Малдарҙы тере көйөнсә лә, итләтә лә һатабыҙ. Яңы ғына үҙебеҙ диләнкә алып, иркен мал һарайы һалдыҡ. Ҡулдан булһа ла тағылмалы инвентаре менән “Т-40” тракторын алдыҡ. Бөгөн КФХ-ла барлығы 40-тан артыҡ мал. Хәләл көсөбөҙ менән ҡуртымға алынған бесәнлектәрҙән ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләйбеҙ. “Үҙәк” МТС-ы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ,- тип үҙҙәренең хужалығы тураһында һөйләп үтте Раҡыя Фәзлиәхмәт ҡыҙы.
Тырышып, төрлө ауырлыҡтарҙы үҙ көстәре менән еңеп, сыныҡҡан, ҡуйған маҡсаттарына ынтылған, ауылдаштарына ярҙам итеүҙән йәм, хеҙмәтенән тәм табып, киләсәккә ныҡлы ышаныс менән ҡараған, аяғында ныҡлы баҫып торған был ғаиләгә һоҡланмай мөмкин түгел. Районыбыҙҙың байтаҡ крәҫтиән хужалыҡтары ябылһа ла, улар һаман алға табан килеүҙәрен дауам итә. Ошондай егәрле яҡташтарыбыҙ булғанда ауыл хужалығы тармағы үҫешер, үҙен илебеҙҙең юғары баҙарҙарында лайыҡлы күрһәтер тигән өмөт бар.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: