Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Май 2020, 15:18

Музейҙа — халыҡ тарихы

А.В.Луначарский “Музей — кешелектең грандиоз хәтер китабы”,-тигән.

Халыҡ-ара музейҙар көнөн билдәләп йыл һайын осрашыуҙар, әңгәмәләр, кисәләр, экскурсиялар үткәрелә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл барлыҡ саралар ситтән тороп ҡына ойошторолдо.
А.В.Луначарский “Музей — кешелектең грандиоз хәтер китабы”,-тигән. Уның барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше йәмғиәт тормошо менән бәйле. Элек-электән төрлө документтар, тәбиғәттең, йәмғиәттең тарихи үҫеше өйрәнелеп килгән. Музей тарихы беҙҙең илдә XVI-XVII быуаттар, йәки феодализм осорона барып тоташа. Ә XVIII быуатта беренсе рус музейҙары барлыҡҡа килә. XVIII быуаттың икенсе яртыһында Иркутскийҙа (1782), Петербургта Тау институтының “Мазеума”, шулай уҡ Мәскәү университетының “Минерология”, “Зоология”, “Ботаник” музейҙары эшмәкәрлектәрен башлай.
Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы иһә музей үҫешенә яңы йөкмәтке һала. Рәсәйҙә революцияға тиклем 1913 йылғы иҫәпләүҙәр буйынса, 1800 музей иҫәпләнһә, хәҙерге осорҙа 2000-дән ашыу тарихи усаҡ эшләп килә. Шулай итеп, беҙҙең республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында, ауылдарҙа уларҙың һаны артҡандан-арта. Уға миҫал итеп Өфөләге милли музей, этнография, төрлө билдәле шәхестәрҙең йорт музейҙарын һәм башҡаларҙы әйтергә мөмкин.
Ә ни өсөн кәрәк һуң музей? Ата-бабаларҙан ҡалған рухи, матди байлыҡтарҙы, тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлау, уны киләсәк быуынға еткереү, тыуған ергә, илгә һөйөү тәрбиәләү, үҙеңдең нәҫел ебеңде, ғөрөф-ғәҙәтте, йолаларҙы, әҙәбиәт, мәҙәниәтте, сәнғәтенде белеү, өйрәнеү, уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлау маҡсатынан ошондай тарихи усаҡтар бик урынлы.
Мәктәптәрҙә музейҙар ойоштороу уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙең төп сығанағы. Беҙҙең Убалар мәктәбендә лә музей асыу теләге күптән тыуған ине. Башта ул бер мөйөштә генә урын алды. Һуңынан туғыҙ йыллыҡ мәктәп асылғас, әҙәбиәт бүлмәһенә күсте. Уҡыусылар менән берлектә халыҡтан боронғо көнкүреш әйберҙәре, кейем-һалым, документтар, фоторәсемдәр һәм башҡалар йыйылды. Ошо йүнәлештә түңәрәк эштәре лә йәнле барҙы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар, тыл һәм хеҙмәт ветерандары менән осрашыуҙар, экскурсиялар үткәрелде, район конференцияларында уңышлы сығыш яһалды. Үҙем хаҡлы ялға киткәнсе музей әүҙем эшмәкәрлек итте, ә артабан төрлө сәбәптәр, мәшәҡәттәр сәбәпле уның эше туҡталып ҡалды.
Бөртөкләп йыйылған ҡомартҡыларҙың туҙып ятыуы мине борсоуға һалды. Ваҡыт уҙа, тормош үҙгәрә, ә кешеләрҙең күпме көс түгеп йыйылған ҡомартҡылары туҙан аҫтында ҡала бара. Уларҙың һәр береһендә милли һыҙат, рухи үҙенсәлек бар. Бөгөн олатай-өләсәйҙәрҙән ҡалған әйберҙәр һандыҡ төптәрендә, келәттәрҙә саң йыйып ята, ҡайһы берҙәрен кәрәкһеҙ тип сығарып ташлау яғын ҡараусылар ҙа бар. Заман рухы менән һуғарылған ҡомартҡылар юҡҡа сыға. Шуға күрә беҙгә, оло быуын кешеләренә, был турала ваҡытында хәстәрлек күрергә кәрәк.
“Мираҫ” төркөмө ағзалары менән кәңәшләшкәндән һуң, музейҙы ҡайтанан тергеҙергә булдыҡ. Экспонаттарҙы барлап, яңыларын өҫтәп музейға йән өрҙөк. Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Ә.Вәлиева, шулай уҡ Рәмзиә һәм Зәбәйҙә Йәнешевалар, З.Ниғмәтуллина, З.Абдуллина, Р.Юлъяҡшина, М.Әғзәмова ҙур изге эштә ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Бөгөн музейҙы асыуға ике йыл да булып китте. Ошо осорҙа барлығы 153 кеше ҡараған һәм үҙҙәренең рәхмәттәрен еткергән. Шулай уҡ Өфөнән килгән археологтар (алты кеше) экспонаттар менән танышты. Музейға килеүселәрҙе айырыуса “Үлемһеҙ полк” бүлеге ҡыҙыҡһындыра. Сөнки унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып иҫән ҡайтҡан һәм яу яланында ятып ҡалған яугирҙәрҙең, тыл һәм хеҙмәт ветерандарының, яугир интернационалистарҙың фотолары, альбомдары урын алған.
Уҙған йыл Еңеү байрамында “Үлемһеҙ полк” менән митингыла ҡатнашҡан инек, быйыл сикләүҙәр арҡаһында бер нисә кеше менән генә үткәрергә тура килде. Обелискка сәскә һалып, унда һалдаттарҙың фотоһынан аллея урынлаштырҙыҡ.
Убалар ауылы музейы ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫ, унда ауыл халҡының бар тарихы һаҡлана. Изге аманатты йәштәргә тапшырыу беҙҙең изге бурыс.
Әлмира Юламанова, музей етәксеһе.
Убалар ауылы.
Читайте нас: