Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Май 2020, 15:05

Ҡайын ағасының мөғжизәһе

Ҡайын – иң ҡупшы, донъялағы берҙән-бер аҡ ҡабыҡлы ағас.

Ҡайын – иң ҡупшы, донъялағы берҙән-бер аҡ ҡабыҡлы ағас. Был мөғжизә ҡайындың ҡабығында уға аҡ төҫ биреүсе матдә булыуы менән аңлатыла. Ғалимдар был матдәне «бетулин» (латин теленән тәржемә иткәндә «бетула» — «берёза») тип атағандар.
Ҡайындың аҡ ҡабығы ҡояш нурҙарын кире ҡаға, шуға күрә лә, хатта бик эҫе көндәрҙә лә ҡайындың олоно һалҡын булып ҡала.
Ҡара ҡайындар ҙа була. Беҙҙең илдә ҡайындың бер нисә төрө билдәле. Һөйәлле ҡайын менән бөҙрә ҡайын иң таралып үҫкәндәрҙән һанала. Улар илебеҙҙең бөтә территорияларында ла бар. Бынан тыш, Карелияла үҫкән һәм карелия ҡайыны тип аталған ҡайын үҙенең ныҡлығы һәм матурлығы менән айырылып тора. Тундра зонаһында кәрлә ҡайындар үҫә. Тәбиғәттә ҡара ҡайындар ҙа осрай. Ҡара ҡайын, ғәҙәттә Алыҫ Көнсығышта, Амур йылғаһы буйында үҫә. Шуға ла ул Даурия ҡайыны тип атала. Уның ҡабыҡтары ҡара-көрән төҫтә була. Башҡортостаның Баймаҡ, Күгәрсен, Учалы, Ишембай райондарында ҡара ҡайын үҫкәне билдәле. Тәбиғәт ҡомартҡылары һаналған был ҡара ҡайындар Даурия түгел, ә беҙҙең яҡтағы һөйәлле һәм бөҙрә ҡайындарҙың бер формаһы ғына икән. Башҡорт халҡында ҡара ҡайын ҡайғы килтерә тигән фекер йәшәгәне билдәле. Ихтимал, ҡара ҡайындар күберәк тә булғандыр, тик халыҡтың уға ҡарата дөрөҫ булмаған ҡарашы арҡаһында уны ҡырҡып та ташлағандарҙыр тип фараз итергә була.
Йыһан энергияһын күпләп йыйып, тирә-яҡҡа еңел генә таратып, запастарын бик тиҙ тулылыландырыусы ағастар бар. Улар – донор ағастар. Ағастан энергия алыу өсөн уға бер аҙ маңлай менән терәлеп торорға ла, баш осонан юғарыраҡ ике ҡуллап ҡосаҡлап, бөтә тәнең менән һыйынып ярҙам һорарға. Ҡояштан, һауанан һәм ерҙән үҙләштерелгән энергияға һәр ағас үҙенең сифаттарын өҫтәп бирә.
Был йәһәттән дә ҡайын — үҙенсәлекле ағас. Һәр кемгә лә ул энергияһын биреп бармай. Нисектер үҙ күргән кешеһенең генә күңел тойғоһон һиҙә. Әгәр ҙә ул кешелә уға ҡарата һөйөү, изгелек һәм наҙ хисен һиҙһә, көтөлмәгән миҡдарҙа энергияһын уға бүлеп бирә. Әйтемдәрҙә әйтелгәнсә: «Кем ҡайынды ярата, ул уның янында һәр ваҡыт һау-сәләмәт була», «Ҡайын – көйһөҙ һәм үҙ һүҙле ағас. Ул һәр кемде яҡынайтмай, һәр кемгә ярҙам итмәй. Әгәр инде кемделер яратһа, был кешегә һәр нимәлә бәхет һәм уңыш юлдаш булыр».
Ағастың «көйһөҙлөгөн» борон-борондан белгәндәр һәм ишек алдына, өй эргәһенә ҡайын ағасын ултыртмағандар.
Халыҡ ышаныуҙары буйынса ҡайын бигерәк тә йәш ҡыҙҙарҙы, балаларҙы яратҡан. Рус халҡында ла, башҡорт халҡында ла ҡыҙҙарҙың ҡайынды таҫмалар менән биҙәү йолалары быны раҫлай.
Ҡайындың бөрөһөлә, япраҡтары ла, сәскәләре лә файҙалы. Уның йәш япраҡтарынан әҙерләнгән төнәтмә бауыр циррозынан, холециститтан, ревмвтизм һәм радикулиттан да файҙалы, бөрөһө ашҡаҙан сирҙәренән, алҡаға оҡшаған сәскәләренең төнәтмәһе йөрәк ауырыуҙарынан дауалай. Мунсала ҡайын миндеге менән сабыныу тәнде таҙарта, һыуыҡ тейгәндә ярҙам итә.
Яҙ көнө йыш ауырыған, ябыҡ кешеләргә ҡайын һуты эсергәндәр. Ләкин ҡайындарҙы һаҡлау тураһында ла онотмағандар. Бер ҡайындан 1 литрҙан артыҡ һут алмағандар. Һутын алғандан һуң тишек урынын балауыҙ менән һылап ҡуйғандар.
Ҡайын туҙынан ҡайнатылған һағыҙ ауыҙ ҡыуышлығы өсөн бик файҙалы. Магазиндағы һағыҙҙарға ҡарағанда тәмлерәк тә.
Башҡорт халҡы араһында ҡайын ите ашау ғәҙәте булған. Ҡайын ите – уның туҙы менән ағасы араһындағы лайлалы ҡатлам. Ҡайындың туҙын, күшмәген һыҙырып ташлағандан һуң килеп сыҡҡан лайлалы ҡатламды ҡатыҡҡа ҡушып ашағандар.
Ҡайындан, уның туҙынан эшләнгән әйберҙәр күп төрлөлөгө менән айырылып тора. Ул төҙөлөш материалы булып тора. Йорт йыһаздары, саңғылар, юғары сортлы фанера эшләү өсөн ҡулланалар. Туҙынан бал ҡорто ҡашығы, алыуыстар (ҡаҙан төбөнән һыуҙы алыу өсөн), ҡаяҙ, туҙаяҡтар, тырыздар эшләгәндәр. Ҡайын ороһо шкатулкалар, портсигарҙар эшләү өсөн бик уңайлы материал.
Ҡайындан метил спирты, уксус, ацетон, дегет алалар. Ә дегетте һабын, шапмундәр эшләгәндә ҡулланалар.
Боронғо башҡорттарҙа кәрәсин һәм лампалы шәмдәр булмаған ваҡытта ҡайын сыраһын яҡтыртыу өсөн ҡулланғандар. Ул яҡты янған, төтөнө лә аҙ булған. Өйҙәрҙе йылытыу өсөн дә ҡайын иң ҡулайлы ағас. Ул йылылыҡты күп бүлеп сығара, шуға күрә өй тиҙерәк һәм нығыраҡ йылына. Күмерен самауыр ҡайнатҡанда ҡулланалар.
Бынан йөҙәр йыл элек, ҡағыҙ булмаған ваҡытта, туҙға хаттар, грамоталар, счеттар хатта балалар өсөн китаптар яҙғандар. Башҡорттоң «туҙға яҙмағанды ысын булһа ла һөйләмә» тигән билдәле әйтеме ошо осорҙо сағылдыра.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: