Инйәр
-9 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Май 2020, 15:11

Ғаилә ныҡлығы тамырынан беленә

Ғаиләнең ныҡлығы ир менән ҡатындың бер-береһен хөрмәт итеүҙән, яратыуҙан, аңлауҙан башлана.

— Мәктәптә уҡыған сағымда беҙгә әле генә юғары уҡыу йортон бөткән ҡурсаҡ кеүек һылыу, немец теле уҡытыусыһы Венера Тәлғәт ҡыҙы Баҡиева эшкә килде. Барыбыҙ ҙа уға ҡарап һоҡлана инек, ә уның матур итеп сит телдә һөйләшеүе, балалар менән йомшаҡ мөғәлләмәлә булыуы күңелдәребеҙҙе тағы ла нығыраҡ әсир итте,- тип үҙенең яҙмышы менән таныштыра башланы Резеда Ғәбделәхәт ҡыҙы Әхтәмова.
Липовка ауылында Клара Сәмиғулла ҡыҙы һәм Ғәбделәхәт Мөхәмәдиәр улы Тажетдиновтар ғаиләһендә мөхәббәт емештәре булып өс ҡыҙ бала бер-бер артлы донъяға ауаз һала. Тәүге бала — Резеда апай, артабан һеңлеләре Гөлшат (әлеге мәлдә районыбыҙҙың мәғариф бүлегендә хисапсы) һәм Ләйсән (Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡытыусы). Аталары ғүмер буйы Липовка совхозында шофер, ә әсәләре ошонда уҡ хисапсы, баш хисапсы, ә хаҡлы ялға китер алдынан кадрҙар бүлеге инспекторы булып эшләй. Егәрле, матурлыҡ һөйөүсе ата-әсәнең балалары ла үҙҙәре кеүек тырыш, инсафлы булып үҫә. Туғанлыҡтың ҡәҙерен белгән, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған гүзәл заттар бөгөн дә тығыҙ аралашып, дуҫ һәм татыу йәшәй.
Урындағы мәктәпте уңышлы тамамлаған Резеда Әхтәмова үҙ белемен артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетында дауам итә. Тап ошонда ул үҙенең остазы — Венера Тәлғәт ҡыҙы менән ҡабаттан осраша. Үҫмер сағында уҡ киләсәктә сит телдәр уҡытыусыһы һөнәрен һайлауҙа этәргес биргән уҡытыусы йәш студент ҡыҙҙы тағы ла ҡанатландыра, бөтмәҫ дәрт бирә.
Студент йылдары… Иң күңелле, дыуамал һәм хис-тойғоға бай мәл ул. Бергәләшеп имтихандарға әҙерләнеү, төрлө осрашыуҙарға, мәҙәни усаҡтарға йөрөү, Салауат һәйкәле янына “пяточек”ҡа сығыу — башҡа бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ, йөрәктәрҙә тәрән, яҡты эҙ ҡалдырған хәтирәләр.
Тап институтта уҡыған сағында Резеда Ғафури егете Ринат Әхтәмов менән таныша. Ябай аралашыу көндән-көн йәштәрҙе бер-береһенә эҫендерә. Ике йыл осрашып йөрөгәндән һуң, 1986 йылда улар өйләнешә. Аграр университетын тамамлаған ир-уҙаманды Орловка ауылының “Россия” колхозына ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Береһе ветврач, икенсеһе уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлап ебәргән йәштәргә иҫке мәктәптең бер мөйөшөндә ваҡытлыса торлаҡ бүленә. Бер йыл эшләгәндән һуң колхоз өс бүлмәле фатир бирә. Шулай итеп районыбыҙҙың тағы ла бер өлгөлө ғаиләһе ышаныслы аҙымдар менән алға атлай башлай.
Намыҫлы, тынғыһыҙ Ринат Ғаян улы ветврач вазифаһында 10 йыл эшләгәс, ауыл хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә һәм 20 йылдан артыҡ халыҡҡа тоғро хеҙмәт итә.
Резеда Әхәт ҡыҙы хеҙмәт юлын Орловка мәктәбендә рус һәм немец телдәре уҡытыусыһы булып башлай.
— Ул ваҡытта колхоз тормошо ла, мәктәп тә гөрләп тора ине. Мәктәп коллективы йәш, балалар ҙа байтаҡ. Күңелле саҡтар булған икән, тип хәҙер иҫләргә генә ҡала. Колхоз рәйесе Антипин Александр Кузьмич булған осорҙа уҡыусылар менән колхоздың картуф, сөгөлдөр яландарында ярҙамлашабыҙ, ә улар, үҙ сиратында, йыл әйләнәһендә колхоз ашханаһында балаларҙы бушлай ашата. Етмәһә, колхоз умарталығынан бал да бирелә ине. Хәҙер колхоздан бер нимә лә тороп ҡалманы, мәктәп тә эшләмәй. Әйткәндәй, минең тәүге сығарылыш класс уҡыусыларыма бөгөн 45-шәр йәш.
Ҡасандыр үҙ ауылындағы гөрләп торған мәктәптә ауылдаштарының балаларына белем һәм тәрбиә биргән ханым, белем усағы ябылыу сәбәпле, башта Ҡыҙыл Еҙем мәктәбендә, артабан Зәйет мәктәбе директоры Зәғәфүрән Сәмиғулла улы эшкә саҡырып алғас, Зәйеткә күсә.
— 2008-2010 йылдарҙа мәғариф үҫтереү институтында тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһына уҡып сыҡтым. Донъя ҡалдырып баш ҡалала белем алыу еңелдән булманы. Тормош иптәшем ошо мәлдә ныҡ ярҙам итте. Февраль айының сатлама һыуыҡ көнөндә ҡулыма диплом алып ҡайтып киләм. Автобустан төшһәм, ҡулына ҡып-ҡыҙыл рауза гөлләмәһе тотоп ирем көтөп тора. Эй шул тиклем шатландым. Аллаға шөкөр, тормошомда ошондай ҡыуаныслы мәлдәр күп булды.
Улыбыҙ Ришат Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия, дәүләт һәм муниципаль идара итеү факультеттарын уңышлы тамамланы. Бөгөн ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында киленебеҙ Гөлназ менән ейәнсәребеҙ Дилә һәм ейәнебеҙ Азатты тәрбиәләп үҫтерә, “Рощинсий” совхозында агроном булып эшләй. Балаларыбыҙҙы һағынып көтөп алабыҙ, улар өсөн янып-көйөп торабыҙ.
Ғаиләнең ныҡлығы ир менән ҡатындың бер-береһен хөрмәт итеүҙән, яратыуҙан, аңлауҙан башлана. Ихласлыҡ, бар нәмәне уртаға һалып һөйләү, сабыр булыу ҙа мотлаҡ. Үҙебеҙҙе ошондай ғаилә ҡора алдыҡ тип һанайым һәм башҡаларға ла бәхетле яҙмыш теләйем,- тип һүҙен йомғаҡланы бәхетле йылмайып Резеда апай.
Дилара Бәҙретдинова. Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: