Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Май 2020, 15:39

Аҡыллы кеше үҙ теләге менән ғүмерен ҡыҫҡартмай!

Яңы доза табыу өсөн был кеше теләһә ниндәй енәйәткә лә барырға риза.

“Наркотик” грекса ойоп ҡалыу, һиҙемләү, бөтөү тигән һүҙ. Наркотиктарға балалар бик тиҙ өйрәнә, уға ҡарата психик һәм физик бәйлелек барлыҡҡа килә. Нервы системаһы таушала, кеше хәлһеҙләнә, ул хатта, үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла мөмкин. Наркотик эйфорияһы 1-5 минут дауам итә. Аҙаҡ 2-3 сәғәт дауамында хәлһеҙләнеү, һаташыу күҙәтелә, йоҡо килә. Йоҡлағанда насар төштәр күрелә. Эйе, өс минутлыҡ рәхәтлектән һуң, 20-30 көн үткәс, наркоман уларҙан башҡа йәшәй алмай.
Кеше үҙ тәненә кейем ҡағылыуҙан да ҡурҡа, хатта. Тамырҙар тибешенән, хәрәкәттән ауыртыу тоя башлай. Уның кәүҙәһе туҡтауһыҙ һыҙлап торған яраға әйләнә. Организм 10-12 сәғәт үтеү менән, яңынан наркотик һорай. 2 йылдан был кеше тулыһынса зәғифкә әйләнә: тиреһе һарғая, һөйәктәре һыныусан була, сәсе ҡойола, аҡылы зәғифләнә, тойғолар, ҡыҙыҡһыныуҙар юғала, хәтер насарая. Яңы доза табыу өсөн был кеше теләһә ниндәй енәйәткә лә барырға риза.
Наркотик ҡулланған ата-әсәләрҙән тыуған балалар аҡыл һәм физик үҫеш яғынан йәштәштәренән бик артта ҡала. Бөгөнгө көндә илебеҙҙә аҡылға зәғиф балалар мәктәптәрендә 300 000-дән ашыу бала уҡый. Статистика шуны раҫлай: аҡылға зәғиф балаларҙың 60% наркоман һәм эскесе ата- әсәләрҙән тыуа.
Наркотик — ғаиләләге ыҙғыштың, уның тарҡалыуының төп сәбәпсеһе. Шул уҡ ваҡытта был мауығыу ғаилә бюджетына етди зыян килтерә. Наркоманға махсус матдә һатып алыу өсөн көн һайын 300-500 һум аҡса кәрәк. Социаль именлектең, йүнле торор урындың булмауы, ғауғалы тормош, ауыр ғаиләләр, тәрбиәлә ебәрелгән хаталар, ата-әсәләрҙең алкоголь һәм наркотиктар менән аралашыуы, йәштән үк мауығыуы, үҙ-үҙеңде раҫларға ынтылыу — фажиғәле юлға этәреүселәр. Шуға күрә һәр ата-әсә, уҡытыусы йәш быуынға тәрбиә һәм белем биреүҙә ошоларҙы иҫәпкә алып ойошторорға бурыслы.
Һуңғы ваҡытта наркотик ҡулланыусылар һаны күбәйә бара. Бер минутлыҡ рәхәтлек өсөн күпме йәш ғүмерҙәр юғала. Тормоштоң ҡыҙығы ҡалмай, кешелек сифаттары юғала. Спидтың таралыуында ла уларҙың өлөшө ҙур. Бик һирәк наркоман ғына 30 йәшкә ҡәҙәр йәшәй. Ул артыҡ доза алыуҙан, дистрофиянан, йөрәк ауырыуынан, туҡмалыуҙарҙан, йоғошло сирҙәренән, гепатиттан, СПИД-тан үлә. Был заман бәләһе кешене физик яҡтан ғына зәғифләндермәй, уның рухын да көсһөҙләндерә, юҡҡа сығара. Статистика раҫлауынса, наркотиктар ҡармағына көсһөҙ, холоҡһоҙ, дөрөҫлөктән ҡасыусы балалар эләгә. Яман ғәҙәт кешенең ихтыярын юҡҡа сығара, һындыра, энергияһын ҡаҡшата. Шәхес булараҡ, кеше булараҡ юҡҡа сығаһың килмәһә — ҡулланма!
Һығымта шул: аҡыллы кеше үҙ теләге менән ғүмерен ҡыҫҡартмай!
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: