Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Май 2020, 14:27

Яуаплылыҡ һәм уяулыҡ — улар иңендә

1649 йылдың 30 апрелендә батша Алексей Михайлович Рәсәйҙә 1-се янғынға ҡаршы хеҙмәт ойошторолоуы хаҡындағы Указға ҡул ҡуйған.

Көслө, профессиональ янғын һүндереүселәр командаһының береһе Пётр I тарафынан төҙөлгән. 1999 йылда Рәсәй Президенты Борис Ельцин Указы менән 30 апрель Рәсәй янғын һағы көнө булып индерелгән.
Халыҡ араһында “Янғын һүндереүсе йоҡлаһа — ил байый” тигән әйтем бар. Ысынында улар йоҡламай, был инде янғындың булмауына ишара.
Архангел районының 14-се янғын-ҡотҡарыу отрядының 63-сө янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу часы начальнигы Вәлиев Нәфис Фәтхелбаян улы көн һайын ҡарауыл алмашынғанда янғын һүндереү техникаһын, янғын-техник ҡорамалдарын һәм йыһаздарын ҡабул итә. Шәхси составты өйрәтеү, әҙерлек нормативтарын эшкәртеүгә лә ул яуаплы. Ошоларҙан тыш, етәксе кеше үҙе лә башҡаларға өлгө булып ҡалырға тейеш.
Янғын һүндереүселәрҙең эштәре иртәнге сәғәт 8.00-ҙә башлана. Сменаларҙың алмашынып, эш тотоноуы “развод” тип атала икән. Начальник иртәнге ҡарауылдың хеҙмәткә әҙерлектәрен тикшергәндән һуң, уҙған сменаның нисек үтеүе менән ҡыҙыҡһына, йомғаҡ яһай. Әйткәндәй, бындағы эш графигы — бер тәүлек эш, өс тәүлек ял. Артабан ул ғәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә, хеҙмәт һаҡлау буйынса инструктаж үткәрә. Был һөнәр оло яуаплылыҡ һәм уяулыҡ талап итә, бәләкәй генә хата кеше ғүмеренең өҙөлөүенә килтереүе мөмкин. Янғын һүндереү машиналарын тикшереү ҙә мөһим сараларҙан һанала. Уның таҙалығын, төҙөклөгөн, һыу һәм күбектең күләмен, янғын һүндереү рукавтарын ҡарап ҡабул ителә. Диспетчер биргән сигналдан һуң, яңы смена эшкә тотона. Үҙ тәүлектәрен үтәгән ир-уҙамандар ял итергә өйҙәренә таралыша, ә яңы килгәндәр хәүефһеҙлек һағында ҡала.
— Беҙҙең хеҙмәттә ваҡиғаларҙың ҡырҡа үҙгәреүенә һәр саҡ әҙер торорға кәрәк. Мәҫәлән, яңы смена эшкә килгән саҡта, төнгөһө әле генә янғын һүндерергә киткән саҡтар ҙа була. Был осраҡта уларҙың ҡайтҡандарын көтөп, аҙаҡ ҡына сираттағы ҡарауылды ҡабул итеп, үҙ бурыстарыбыҙҙы үтәй башлайбыҙ. Сәғәт 8.00-8.30-ға тиклем барлыҡ документациялар, составтың әҙерлек кимәле, йыһазландырылыуы тикшерелгәс, мөһим эш мәлдәре тураһында фекер алышабыҙ. Аҙаҡ көн тәртибе буйынса нормативтар тапшырыла, белем алыу бүлмәһендә дәрестәр ойошторола. Бер үк күнекмәләр хеҙмәткәрҙәрҙең физик торошон күтәреү, етеҙлектәрен юғалтмау маҡсатынан ҡат-ҡат ҡабатлана. Белгәндәребеҙҙе шымартып торабыҙ, сөнки янғын һүндереүҙә һәр секунд мөһим. Янғын һүндереүсегә тиҙ, сифатлы һәм ышаныслы эшмәкәрлек итеү зарур.
Мин үҙем байтаҡ йылдар ошо һөнәремә тоғро ҡалам. Халыҡҡа ярҙам итеү, ҡаршылыҡтарҙы еңеү бик оҡшай. Беҙҙең төп бурыс — кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу, янғын һәм уның эҙемтәләрен юҡ итеү. Ҡыйынлыҡтар күп булыуға ҡарамаҫтан, йылдар аша уларға иғтибар ҙа итмәй башлайһың, бөтә нәмәгә лә яраҡлашаһың. Янғын һүндереүсе тәүлектең төрлө ваҡытында, бер ниндәй һауа торошона ла, хәлгә лә ҡарамай һәр саҡ әҙер торорға тейеш. Беҙҙә тик ысын, батыр йөрәкле ирҙәр генә хеҙмәт итә ала, - тип һөйләп үтте Нәфис Фәтхелбаян улы.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — архивтан.
Читайте нас: