Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Май 2020, 11:05

Тауар һатып алғанда нимәләрҙе иҫтә тоторға?

Бөгөн ҡулланыу тауарҙарын һатыуҙы һәм төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүҙе Интернеттағы мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендә ойоштороу бик тиҙ үҫешә. Әммә бының менән бергә законлылыҡ нигеҙендә көйләнмәгән мөнәсәбәттәр ҙә барлыҡҡа килә.

Беҙ һуңғы ваҡытта ҡиммәтле техника — телевизор, һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһын интернет-ресурстар аша алабыҙ. Был уңайлы, тиҙ башҡарыла, йыш ҡына магазиндағынан арзаныраҡ та. Виртуаль һатып алыуҙарға бәйле проблемаларҙы урап уҙыр өсөн нимәләргә иғтибар итергә кәрәк?
Беренсенән, сайттың исеме „ru” хәрефтәренә тамамланырға тейеш, сөнки доменды RU зонаһында теркәү өсөн килешеү төҙөү, паспорт белешмәләрен йәки ойошманың реквизиттарын күрһәтеү мөһим.
Магазиндың нисә йыл эшләүен, юридик шәхестең исемен, уның ҡайҙа урынлашҡанлығын (адресын) тикшерергә кәрәк. “Дөрөҫ магазин”ды күрһәткән сифат — тулы реквизиттар һәм форумдың булыуы.
Намыҫлы компаниялар ҙур сауҙа үҙәктәрендә үҙҙәренең сайтын күрһәткән витриналар урынлаштыралар. Тауарҙы килтергәндә, курьер тауар йәиһә касса чегын, гарантия талонын бирергә бурыслы.
Дистанцион юл менән тауарҙар һатыуҙың айырым тәртибе һәм кире ҡайтарыу шарттары бар. Сауҙаның был төрө махсус ҡағиҙәләр ярҙамында яйға һалына. Һуңғылары РФ Хөкүмәтенең 2007 йылдың 27 сентябрендәге Ҡарары һәм Рәсәй Федерацияһының 1992 йылдың 7 февралендәге “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы законы тарафынан раҫланған.
Ошо хоҡуҡи нормаларға ярашлы, һатып алыусы тауарҙан уны алғанға тиклем үҙе теләгән ваҡытта, ә алғандан һуң, һатыусының барлыҡ мәғлүмәттәре булған осраҡта 7 көн эсендә баш тартырға мөмкин. Тейешле сифаттағы тауарҙы кире ҡайтарыу тәртибе һәм мөҙәте тураһындағы мәғлүмәт булһа, ҡайтарыу срогы уны биргәндән һуң өс айға ҡәҙәр арта. Талап ителгән сифаттағы тауарҙы уның төрө, ҡулланыу сифаттары, шулай уҡ һатып алыу шарттарын раҫлаған документ нигеҙендә ҡайтарырға була. Әммә һатып алыусыла был документтың юҡлығы, уны ошо һатыусынан алғанлығын раҫлаған башҡа документтарға (тауар чегы, квитанция, накладной ҡағыҙы) һылтаныу мөмкинлегенән мәхрүм итмәй.
Үҙенә тейешле сифатта булмаған тауар ебәрелгән һатып алыусы (әгәр ҙә был һатыусы тарафынан әйтелгән булһа) үҙ теләге менән түбәндәгеләрҙе талап итергә хоҡуҡлы:
- тауарҙағы етешһеҙлектәрҙе бушлай бөтөрөү йәки шул сәбәптән һатып алыусы йәки өсөнсө кеше тарафынан тотонолған сығымды ҡайтарыу;
- һатып алыу хаҡын тура килтереп кәметеү;
- тауарҙы шундай уҡ маркалағы тауарға алыштырыу.
Шулай уҡ һатып алыусы килешеүе үтәүҙән баш тартырға һәм тауар өсөн түләнгән сумманы ҡайтарыуҙы талап итергә хоҡуҡлы. Юғарыла телгә алынған закондың 17-се статьяһына ярашлы, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау суд тарафынан тормошҡа ашырыла. Бәхәс көйләнмәгән осраҡта ҡулланыусы суд органдарына мөрәжәғәт итә ала.
Шул уҡ ваҡытта иғтибарҙы йәнә бер нәмәгә йүнәлтергә кәрәк, РФ Граждандар-процессуаль кодексының 47-се статьяһына, РФ-тың “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы законының 40-сы статьяһына ярашлы, Роспотребнадзор Идаралығының республикалағы территориаль бүлеге ҡулланыусының юлламаһына таянып эш буйынса һығымта биреү өсөн суд тарафынан йәлеп ителергә лә мөмкин.
Тағы ла ҡулланыусыларҙың иғтибарын Рәсәй Федерацияһы Ҡануниәтендәге дәүләт контролен тормошҡа ашырыу тәртибе тураһындағы үҙгәрештәргә йүнәлтке килә. Унда әйтелеүенсә, “Дәүләт һәм муниципаль контролде тормошҡа ашырғанда юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, ҡулланыу хоҡуҡтары боҙолған граждандарҙың “үҙенең хоҡуҡтарын яҡлап юридик шәхескә, шәхси эшҡыуарға мөрәжәғәт итеүе һәм уның ҡаралмауы йәки ғариза биреүсене ҡәнәғәтләндермәүе” хаҡындағы фактты күрһәтеүе һәм тейешле документтарҙы ошо ғаризаһына теркәгән мөрәжәғәттәре Роспотребнадзор тарафынан пландан тыш тикшереү үткәреү өсөн законлы нигеҙ була ала.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина әҙерләне.
Читайте нас: