Инйәр
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Май 2020, 14:00

Рәсәй терроризмы тарихы

Терроризм, террор, теракт...

Терроризм, террор, теракт...Бөгөн был төшөнсә көсләү идеологияһы, теге йәки был дәүләтте, йәки тотош халыҡты ҡурҡытыуҙы, кешелекте буйһондороуҙы, юҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған ойошма булараҡ күҙ алдына баҫа. Терроризм тарихының тамырҙары бик боронға барып тоташа. Элек тә, әлегә кеүек, ҡотҡо һалыу һәм террор ярҙамында айырым сәйәси мәсьәләләрҙе сисеүгә ышанғандар. Бөгөнгө терроризм боронғоһо менән маҡсаттары, уны тормошҡа ашырыу юлдары менән оҡшаш.
Рәсәй терроризмының тарихы XIX быуат башында иң сағыу ҡанлы ваҡиғаларҙан ярала. Революционерҙар, террористар, шикле ойошмалар — барыһы ла буштан килеп сыҡмаған. Терроризмды алдан уйланған махсус сәйәси проект тип уйлау ҙа бигүк дөрөҫ булмаҫ. Был афәт Рәсәйҙә француздарға ҡарап, уларҙан өлгө алып барлыҡҡа килә, сәйәсәтен дә нигеҙенә һала. Кешелек бәләһе Францияла яралып, иң юғары танылыу ала.
Терроризмды аҡлау мөмкин түгел. Рәсәйҙә был хәрәкәт ҡанлы упҡынға яйлап, күп яманлыҡтар ҡылып төшкәндән-төшә. Терроризм механизмы кешелектең аңына әкренләп үтеп, тулы ҡеүәттә XIX быуатта эшмәкәрлеген башлай. Уның иң киң таралған алымы — революционерҙар тарафынан юғарыла торған чиновниктарҙы юҡ итеү була. Шулай итеп, Александр II идара иткән ваҡытта тәүге киң билдәле юлбаҫарлыҡтар тарихта уйылып ҡала. Батшалыҡ заманында “Халыҡ ирке” тигән йәшерен ойошма тарафынан батшаға 7 тапҡыр һөжүм яһала. Тарихсыларҙың байтаҡ өлөшө был ойошманың эшмәкәрлегендә терроризм һыҙаттары юҡ тип барһа ла, Рәсәйҙә енәйәтселек киң ҡолас йәйә. 1861 йылда Крәҫтиәндәр реформаһынан һуң бигерәк әүҙемләшә. 1870-1880 һәм 1905-1907 йылдарҙа уның иң көслө сағы була. Рәсәй империяһы тарҡалған осорҙа террористар үҙҙәрен “азатлыҡ көрәшселәре” тип таныта һәм ошо битлек аҫтында мәкерле сараларын тормошҡа ашырыуҙарын дауам итә. Кешелек барлыҡҡа килтергән яуызлыҡ имәнес ҙур һигеҙаяҡ кеүек әле берәүҙе, әле икенсене быуа, тонсоҡтора, үлтерә.
Элек тә айырым шәхестәрҙе юҡ итеүгә йүнәлтелгән шәхси террористик акттар ҙа, кемде үлтереүҙе ҡарап тормай, ғәйепле, ғәйепһеҙҙәрҙе лә ҡорбан итеүсе дөйөм акттар ҙа ҡулланылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы был күренештәр бөгөн дә күҙәтелә. Мәрхәмәтһеҙ енәйәттең төп маҡсаты ла үҙгәрмәй — хөкүмәтте, йәмғиәтте ҡурҡытыу, ғазаплау булып тороп ҡала. Шулай итеп, бөтә ер шарын ағыулаусы был күренеш тарих биттәрендә ҡанлы эҙ, ҡурҡыныс хәтирәләр ҡалдырған.
Терроризм ул яуызлыҡ һәм кешелектең уртаҡ бәләһе. Борондан килгән ошо мәсьәлә киләсәктә юҡҡа сыҡһын ине.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: