Эйе, илебеҙ именлеген, халҡыбыҙ азатлығын һаҡлап, яуға күтәрелгән, аяуһыҙ дошманды ҡыйратып, Еңеүгә ирешкән ата-олатайҙарыбыҙға мәңге рәхмәтлебеҙ. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләү көнө етте. Шуға ла барлыҡ уйыбыҙ, әйтер һүҙебеҙ ҙә ошо Еңеү һәм дә ҡаһарман халҡыбыҙ хаҡында.
Дошманды тар-мар итеүгә тос өлөш индергән яҡташыбыҙ полковник Сәйфулла Хәбиров тураһында яҙыр һүҙем. Ул 1905 йылда донъяға килгән. Атаһы Хәлил бабайҙың ишле ғаиләһендә баш бала. Ҡул араһына инә башлағас, атаһы менән бергә һал ағыҙған, һунарға йөрөгән. Йәше еткәс, Совет Армияһы сафына саҡырыла, ә хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, ауылдаштары уны ауыл советы рәйесе итеп һайлай. Коллектив хужалыҡтар төҙөлгәс, Сәйфулланы “Ҡыҙыл Инйәр” колхозы рәйесе вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Әммә уға был яуаплы бурысты оҙаҡ атҡарырға тура килмәй: республика хәрби комиссариаты саҡырыуы буйынса Ҡазан ҡалаһына артиллеристар курсына уҡырға ебәрелә. Бында ул үҙен уҡыу алдынғыһы, төрлө ярыштарҙа еңеүсе итеп таныта.
Курстар тамамланыу менән Сәйфулла Хәбиров Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла. 1939 йылда япон милитаристары Монголия һәм Манчжурия сиктәренә үтеп инә. Артдивизия взводы командиры Хәбиров Хәсән күле эргәһендә, һуңынан Халхин-Гол йылғаһы янында япон самурайҙарын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Артабан ул Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәтен дауам итә.
1941 йылда Сәйфулла Хәлил улын Өфөгә саҡыртып алалар. Башҡорт АCCР-ы етәкселеге һәм СССР Дәүләт оборона комитеты милли кавалерия часын төҙөү тураһында ҡарар сығара. Декабрь аҙаҡтарында дивизия ойошторолоп бөтә һәм хәрби уҡыуҙар башлана. 1942 йылдың 2 июле — дивизияның данлы тарихын асыу һәм С.Х. Хәбировтың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы яу юлдарының башланыу көнө. Ул Липецк өлкәһенең Тербуны ауылы янында тәү башлап һуғышҡа инә. Һуңынан Сталинград эргәһендә дошман ғәскәрҙәрен ҡамау һәм ҡыйратыуҙа, Донбасс өсөн алыштарҙа, Украинаның Чернигов ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Днепр йылғаһын ике тапҡыр аша сыға. 1943 йылда Белоруссиянан дошманды ҡыуып, Польша сиктәренә етәләр. 1945 йылдың 24 мартында Томашев тигән поляк ҡалаһын фашистарҙан азат иткән өсөн Сәйфулла Ленин ордены менән бүләкләнә. Данлыҡлы артиллерист үҙенең яу юлын Эльба йылғаһы ярҙарында, Премниц ҡалаһында тамамлай. С.Хәбировтың күкрәген туғыҙ хәрби орден: Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы, Александар Невский, Кутузов һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм бихисап миҙалдар биҙәй. Һуғыштан һуң СССР-ҙың Ҡораллы көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. Отставкаға сыҡҡас, тыуған Башҡортостанына ҡайтып, Өфө ҡалаһында төпләнә.
Яугир яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү буйынса районыбыҙҙа байтаҡ эштәр башҡарылды. 1999 йылда Сәйфулла Хәбиров тыуып үҫкән урамға уның исеме бирелә. Шулай уҡ ошо йылдан батыр исемендәге призға район волейбол ярыштары уҙғарылып килә. Бынан тыш Абҙан урта мәктәбе бинаһында уға арналған таҡтаташ урынлаштырылды, 2010 йылда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләгәндә белем усағы ихатаһындағы обелиск янына Сәйфулла Хәбировҡа бюст ҡуйылды. Минең авторлығымда донъя күргән “Арҙаҡлы яҡташтар” китабында батыр ауылдашыбыҙ хаҡында байтаҡ мәғлүмәт тупланған. Фронтовик яҙыусы Әхтәм Ихсандың “Саҡматояҡ аттарҙа” әҫәрендә яҡташыбыҙҙың хәрби хеҙмәт юлы һүрәтләнгән. 2015 йылда Сәйфулла Хәлил улының тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙғарылды. Унда яугирҙың барлыҡ туғандары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре саҡырылды.
Бына яҙҙар етте! Ер йәшәрә. Ағастар япраҡ яра һәм шау сәскәгә күмелә. 75-се Еңеү яҙын нисек ҡаршылайбыҙ, ниндәй уңыштарға ирештек, ниндәй кәмселектәребеҙ бар? Ошо хаҡта уйланһаҡ ине. Олораҡ быуын: “Мин нисек йәшәнем, үҙемдән һуң ерҙә нимә ҡалдырам”, ә йәштәр :”Мин тормошомдо ни рәүешле ҡорасаҡмын, ғүмер юлын үткәндә яңылыш һуҡмаҡтан китмәмме? Ата-олатайҙарҙың рухына тап төшөрмәмме?” кеүек һорауҙар бирһәң ине, кешем, үҙеңә. Иртән торған һайын күгебеҙҙең аяҙлығына, ҡояшыбыҙҙың яҡтылығына, күңелебеҙҙең сафлығына һөйөнөп, тормош ауырлығын еңеп сығырыбыҙға ышаныс менән йәшәргә кәрәк.
Бәләкәйҙән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, ялан аяҡ уйнап үҫкән ауыл малайҙарының һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын, михнәттәрен кисереп, яуыз дошманды еңеүгә үҙ өлөшөн индереүсе, ҡатмарлы тормош баҫҡыстарын лайыҡлы үтеүсе яугир яҡташтарыбыҙҙың рухи көсөнән үрнәк алайыҡ.
педагогик хеҙмәт ветераны.