Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Май 2020, 16:10

Бейеү милләттәрҙе берләштерә

29 апрелдә бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнөн билдәләне.

29 апрелдә бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнөн билдәләне. Был көн бөйөк француз бейеүсеһе Жан Жорж Новерҙың тыуған көнө хөрмәтенә 1982 йылдан, Юнеско тарафынан иғлан ителгән. Менделеев, Эйнштейн, Галилей фәнни асыштар асҡан кеүек, Жан Жорж бейеүселәр өсөн ҡаҡшамаҫ бейеү ҡанундарын уйлап сығарған. Бөгөнгө бейеү сәнғәтенең нигеҙендә тап ошо ҡағиҙәләр ята.
Бейеү — кешеләргә илһам һәм күңел йылыһы биргән, дәрт өҫтәгән, милләттәр дуҫлығын нығытҡан сәнғәт төрө. Кешелек донъяһы үҫешеү менән бергә бейеүҙәр ҙә үҙгәрә, камиллаша барған. Бейеү тарихына күҙ һалһаҡ, боронғо замандарҙа унда иң тәүҙә ҡырағай күренештәр һынланыш тапҡан. Әйтәйек, кешеләр үҙҙәренең эске кисерештәрен, хайуандарҙың хәрәкәттәрен, ҡылыҡ-фиғелдәрен ым-ишаралар ярҙамында сағылдырған. Артабан тәбиғәт күренештәренә оҡшатырға тырышыу, һунарсылыҡ, аусылыҡ, һуғышсанлыҡ, һуңғараҡ әйлән-бәйлән уйнау, көнкүреш бейеүҙәре, хеҙмәт, ғөмүмән халыҡ бейеүҙәре барлыҡҡа килгән. Халыҡ бейеүе — ул, ысынлап та, халыҡтың күңеле. Быуаттар төпкөлөндә, милләттең үҙе менән бергә барлыҡҡа килгән бейеүҙең бөгөн дә ихласлығы менән тамашасыларҙа һоҡланыу тойғоһо уята алыуы башҡорт халҡының күңелен саф итеп һаҡлап ҡала алыуының да күрһәткесе ул.
Республикабыҙҙа 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы, йолалары, ғөрөф-ғәҙәте бар. Милли кейемдәре, көйө, йыры, бейеүҙәре менән айырылһа ла, уларҙың бөтәһен дә тыуған яҡҡа һөйөү, тыныслыҡ, татыулыҡ хисе берләштерә. Беҙҙең район мәҙәниәт йортоноң хореография коллективтары башҡарған төрлө халыҡ бейеүҙәрендә лә ошо тойғолар урғыла.
Рәсимә Мөхәмәтйәрова алып барған “Хазина”, “Ихлас” (өлкәндәр) һәм “Нәркәс” (балалар өсөн) фольклор төркөмдәре, Алеся Хәсәнова етәкләгән “Карамелька” (иң кескәйҙәр), “Йәйғор” (10-12 йәш), “Сулпан” (12-14 йәш), “Алтынай” (йәштәр төркөмө) һәм “Йәшлек” (ололар өсөн) бейеү ансамблдәре, Рәсимә Әсмәндийәрова өйрәткән “Задоринки” (8-9 йәш), “Шатлыҡ” (10-12) коллективтары районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булып тора.
Инде бер нисә тиҫтә йыл урындағы халыҡтың мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм таратыуға күп көс һалған был бейеү ансамблдәре республика, төбәк һәм ҡала-райондар араһында ойошторолған бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, йәш быуында илһөйәрлек, мәҙәниәткә, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото Алеся Хәсәнованыҡы.
Читайте нас: