Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Май 2020, 12:00

Һай аҫыл да ир булған...

Олатайыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында йылдар үткәс кенә белдек

75...Ошолай тип әйтеү генә бер нәмә лә аңлатмай. Нимәнеңдер иҫәбен белдергән һан. Ә инде Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тула тиһәң, күҙ алдына 1418 көн дауам иткән ауыр үлемесле һуғыш, емерелгән ҡалалар, ер йөҙөнөн юҡ ителгән ауылдар, етем балалар, тол ҡатындар, һөйгәндәрен көтөп алалмаған ҡыҙҙар, илебеҙ азатлығы өсөн көрәшеп, яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙар күҙ алдына килеп баҫа. Баҫалар ҙа, йөрәктәрҙе һыҡрандырып, һыҙландырып алалар. Ирекһеҙҙән күҙҙәрҙән йәштәр атылып сыға. Беҙ һуғыштан һуң тыуған балалар, ошо хаҡта уҡылған китаптар, ҡаралған фильмдар һәм дә яуҙан иҫән ҡайтҡан яугирҙар менән аралашыу аша беләбеҙ. Уларҙың ҡаһарманлыҡтары һоҡланыу, ғорурлыҡ тойғоһо уята. Күрһәткән батырлыҡтары ғүмер буйы оҙата килде тиһәк тә хата булмаҫ. Ә инде тормоштары һәр ҡайһыбыҙ өсөн өлгө булып торҙо.
Беҙҙең бәләкәй генә Ҡыҫынды ауылынан да 150-нән ашыу кеше һуғышҡа киткән. Шуларҙың өстән ике өлөшө тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмаған, сит ерҙәрҙә мәңгегә ятып ҡалған. Бер ҡасан да күрмәгән Ишдәүләт олатайыбыҙ ҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Эйе, быныһын беҙ белә инек. Ләкин ҡасан һуғышҡа алынған, кем сифатында көрәшкән, ниндәй батырлыҡтар күрһәткән, ниндәй наградалары булған — былары тураһында бер нәмә лә белмәй үҫтек. Нишләптер өләсәй ҙә (уның тормош иптәше), атайыбыҙ ҙа һөйләмәгән. Уның бер орден-миҙалы ла, документтары ла һаҡланмаған. Ә бит ауылыбыҙға иҫән-һау ҡайтҡанында, күкрәге тулы орден, миҙалдар ине, тип һөйләйҙәр уны иҫләүселәр.
Олатай һуғыштан ҡайтҡанда, беҙҙең атайға 15 йәш булған. Ул атаһының миҙалдары менән маҡтанып, тағып йөрөгән. Күрәһең, миҙал-ордендарҙың юғалыуында ул ғәйепле. Атайыбыҙ арҡаһында олатайҙың наградалары беҙгә килеп етмәгән. Ҡасан да булһа, кәрәге тейер әле, тип өләсәйҙең дә һаҡларға башы етмәгән. Ниндәй үкенесле! Ишдәүләт олатайҙың 11 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәләре бер нәмә белмәй үҫкәнбеҙ. Башҡалар үҙ олаталары тураһында бәйән иткәндә, уларҙың батырлығы тураһында һоҡланып тыңлағанбыҙ, ә үҙебеҙҙең яҡын кешебеҙҙең яу тарихы хаҡында һөйләүсе булмаған. Ярай әле, Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан бығаса сер итеп һаҡланған мәғлүмәттәрҙе халыҡ өсөн астылар. Рәхмәт инде хөкүмәткә. Баш архивҡа кереп олатай тураһында хәбәрҙар булдыҡ.
Ишдәүләт олатайыбыҙ 1910 йылда Хөппөниса менән Шаймырҙа Хажиәхмәтовтар ғаиләһендә доньяға килә. Аслыҡты, яланаслыҡты елкәһендә татып үҫкән, буй еткергән. 18 йәшендә Тәүәкәс ауылы ҡыҙына өйләнгән. 1929 йылда атайыбыҙ Фәйзрахман тыуған. Унан һуң да балалары күп тыуа. Һөйләүҙәре буйынса 9 бала булған, тик икәүһе генә тере ҡалған. Беҙҙең атайыбыҙ һәм уның һеңлеһе — Фәтиха. Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы. Ауылды әле аҡтар, әле ҡыҙылдар баҫып алған. Һәр береһе хәленән килгәнсә талаған, емергән, ауылды бөлгөнлөккә төшөргән. Тормош ауырайғандан-ауырая. Колхоздар төҙөлә башлағас, аттарын эйәртеп дөйөм хужалыҡҡа ингәндәр. Ҡыҫҡаһы, китаптарҙа тасуирланған әсе яҙмыш уларҙы ла урап үҙмаған.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, олатайға 31 йәш булған. Ул 1942 йылдың 5 майында саҡыртыла һәм тейешле әҙерлек үткәс, яуға оҙатыла. Белоруссия фронтының 48-се армияһына ҡараған 198 –се уҡсылар дивизияһы составындағы 616-сы уҡсылар полкының минометсыһы булған. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн бер нисә ҡат хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә. Ике тапҡыр — 1943 йылдың сентябре һәм 1944 йылдың февралендә яралана. Госпиталдә дауаланып сыға һәм артабан хеҙмәтте дауам итә. Белоруссияны азат итеү өсөн барған алыштарҙа дошмандың 3 пулемет нөктәһен һәм 2 пулеметын юҡ итә. Ҡаршы яҡ контратакаға күскәс, дошмандың пехотаһына теүәл төбәп атып, 30 гитлерсыны юҡ итә. Ошо батырлығы өсөн Хөкүмәт наградаһы — Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. 1944 йылдың 25 октябрендә немец илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән ҡаһарманлығы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән билдәләнә.
Һуғышты Көнсығыш Пруссияла тамалай. Фриш-Перунг районына ҡараған Прибернау ауыл биләмәһе өсөн барған яуҙағы батырлығы өсөн (2 дошман пулеметын юҡ иткән) “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырыла.
Бына ул орден- миҙалдарын сыңлатып, Еңеү менән тыуған ауылына ҡайта һәм баш- көллө эшкә сума. Партия ҡайҙа ҡушһа, шунда көс түгә. Шул осорҙа уны белгәндәрҙең әйтеүенсә, ул бик ярҙамсыл, тырыш, тормошто яратҡан кеше була. 1951 йылда Белорет районына урман йығырға ебәрәләр. Бер иптәшенең һаҡһыҙлығы арҡаһында олатайыбыҙҙың өҫтөнә ҡарағай ағасы йығыла. Бер ай өйҙә ятҡандан һуң, мәңгелеккә күҙен йома. Һуғыш утын үтеп, мәкерле дошманды еңеп ҡайтҡан батыр яугирҙе бер осраҡлы хәл алып китә был доньянан. Ошо аяныслы хәл булмаһа, беҙ, 11 ейәненең бер нисәүһе генә лә, олатайҙы күрер, уның менән аралашыу бәхете татыр ине. Йәл, бик һуңлап белдек ҡәҙерлебеҙҙең ҡаһарманлығы тураһында.
Тик беҙ, ейән-ейәнсәрҙәре, батырҙар рухына тап төшөрмәй, хоҙай тарафынан бирелгән ғүмерҙе лайыҡлы үтеп, улар яулаған тыныс тормошто һаҡлап, киләһе быуынға мираҫ итеп ҡадырырға бурыслы. Ил өсөн башын һалған яугирҙар, тыныс йоҡлағыҙ.
Бөгөн хәүефле вирус барыбыҙҙы ла өйҙәргә бикләне, “Үлемһеҙ полк” акцияһын үткәреүҙе лә сикләне. Әгәр ҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын киң күләмдә билдәләү мөмкинлеге теймәһә, был көндө өйҙәребеҙҙә ғаиләләребеҙ менән яугирҙарҙы хәтерләп, уларҙың батырлыҡтары тураһында һөйләшеп, шул осорҙағы йырҙарҙы башҡарып билдәләйек.Ә инде вирус сигенгенгәндән һуң, киң күләмдә байрам итербеҙ, хоҙай насип итһә.
Зифа Абдуллина.
Ҡыҫынды ауылы.
Читайте нас: