Ҡайһы берәүҙәр уларҙы аҡсалары етмәүҙән шундай эшкә керешә тип уйлайҙыр бәлки. Уныһын да кире ҡағып булмай. Әммә ысынбарлыҡта төп сәбәп — кешеләрҙә эшмәкәрлек инстинкты уяныу. Революцияға ҡәҙәр ауылдарҙа хеҙмәт ҡайнап торған. Һәр йорт, һәр хужалыҡ үҙенә кәрәкле ризыҡты үҙе етештергән. Ә совет системаһы кешеләрҙәге үҙеңә эшләү, өҫтәмә аҡса табыу тигән теләктәрҙе юҡҡа сығарҙы. Шуның менән ул халыҡты ялҡаулыҡта йәшәргә өйрәтте: өҫтәмә керем тураһындағы уйҙар тыйылды, ундай фекерҙәр капитализм ҡалдығына тиңләнде. Бәхеткә күрә, был режим емерелде. Уға алмашҡа ирекле баҙар килде. Дөрөҫ, Рәсәйҙә ул алға киткән Европа илдәрендәге шикелле була алманы. Бөтә ауырлығы ябай халыҡ елкәһенә төштө. Нигеҙҙә, өҫтәгеләр илдең бөтөн байлығын үҙ-ара бүлешеп бөтөрҙө. Килгән береһе нимәгә өлгөрә, шуны эләктереп китте. Ауыл халҡы эшһеҙ ҙә, аҡсаһыҙ ҙа ҡалды. Һуңғы йылдарҙа ауыл йәнләнә башланы, унда йәшәгән халыҡ үҙен-үҙе ҡайғыртырға кереште. Кешенең ҡыйыулығы һәм аҡылы етеп, үҙ тауарын үҙе һатып аҡса эшләй алһа, хәҙерге заманда уның байырға мөмкинселеге бар. Ауыл кешеһе бына шуны аңланы. Билдәле, һүҙ сереп байыу тураһында түгел, ә тормошон алып барырлыҡ, хужалығын нығытырлыҡ һәм кешесә йәшәрлек аҙмы-күпме аҡса эшләү хаҡында бара. Ауылда йәшәүселәр ошо маҡсаттан бөгөн ниндәй эштәр менән шөғөлләнәләр һуң?
Йәй буйы болан уты (иван-чай) йыйып, уны киптереп-эшкәртеп, сәй яһайҙар һәм әҙер массаны ҡалаға алып барып һаталар. Ул сәйҙе эскән кеше магазиндыҡын бүтән эсә алмай. Еләк өлгөргән саҡта ҡайын, ер еләге йыйып, алтмышар мең һум эшләүселәр бар. Бәшмәк тоҙлап һатыусыларҙың да килемдәре шунан кәм булмайҙыр. Мунса миндектәре бәйләп, хатта Себергә оҙаталар. Тракторлы кешеләр баҡса һөрә, бәрәңге ултырта, күмә, рәт араһын эшкәртә һәм көҙгөһөн үҙе үк алып та бирә. Былары күҙгә күренеп торған миҙгелле эштәр, улар даими аҡса сығанағы түгел. Шуға күрә кешеләр ҡышын да, йәйен дә табыш килтерә торған хеҙмәт төрҙәрен һайларға тырыша. Бына, мәҫәлән, өйҙә ҡаластар, торттар бешереп, туҡмас әҙерләп һатыу шуға инә. Дөрөҫ, был ашамлыҡтар ниндәй санитар-гигиена шарттарында етештереләлер, уныһын беҙ белмәйбеҙ. Әммә улар сауҙа нөктәләренә ҡуйылып, бик яҡшы һатыла. Шулай булғас, был уңған хужабикәләр йыл әйләнәһе аҡсаға тилмермәй тигән һүҙ.
Ағас эшенә тотонған кешеләр ҙә байтаҡ: станоктар алып, таҡта яралар, эшкәртәләр, кәрәкле үлсәмдәрҙә киҫеп, шымартып та бирәләр. Халыҡҡа ла яйлы, үҙҙәренә лә аҡса инә. Тәҙрә яҡтауҙары, рамдар, ишектәр, төрлө ултырғыстар, өҫтәлдәр яһап тәҡдим итеүселәр ҙә күп. Тимерҙән ҡапҡалар, һыу бактары, мейестәр...
Һанай китһәң, бөгөн һәр ауылда тиерлек бындай эштәр менән шөғөлләнеүселәрҙән тиҫтәләгән миҫалдар килтерергә мөмкин. Был кешеләрҙе тинләп аҡсаһын иҫәптә тота торған әҙәмдәр тип уйлау хата. Нәҡ шундайҙар ауылды үҫтереү, матурайтыу тураһында ла ҡайғырта. Ауылда үҙ эшеңде асып, шуның менән шөғөлләнеүҙең бик күп өҫтөнлөктәре бар. Бының өсөн артыҡ ҙур финанс сығымдары талап ителмәй. Баш менән уйлап, ҡул менән эшләй белергә генә кәрәк. Ҙур бизнесмендар ҙа ҡасандыр үҙ шөғөлөн ваҡ нәмәләрҙән башлаған.
Әйҙәгеҙ, бергәләп ауыл кешеһенең аҡса эшләй алыу юлдарын ҡарап үтәйек әле. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡулай булған төрҙәрҙең береһе үлән сәйе етештереү бизнесы — ауыр физик хеҙмәт талап итмәй торған даими аҡса сығанағы. Сөнки беҙҙең илдә сәйгә ихтыяж бер ҡасан бөтмәйәсәк. Өҫтәүенә, магазин сәйҙәренең ысын продукт түгеллегенә халыҡ инде күптән инанды. Шуға күрә үлән сәйҙәренә күсеп барусыларҙың һаны артҡандан-арта. Был төр бизнесты асыу артыҡ ҙур сығымдар ҙа талап итмәй. Үләндәрҙе үҙең йыяһың. Мелисса, ромашка, бөтнөк, календула (пәйғәмбәр тырнағы) , меңъяпраҡ, болан уты кеүек үләндәр урман буйҙарында, болондарҙа гөрләп үҫә. Ҡурай еләге, ер еләге, ҡайын еләге, бөрлөгәндәрҙе лә тилмереп эҙләп йөрөйһө түгел. Йыраҡҡа барып йыйырға иренһәң, үҙ баҡсаңда үҫтерергә мөмкин. Йыйған үләндәрҙең хуш еҫе һәм файҙалы сифаттары юғалмаһын өсөн уларҙы бик яҡшылап киптерергә кәрәк. 20-30 литрлы киптергестәрҙең хаҡы 5-7 мең һум тора һәм 12 сәғәт эсендә 5 килограмм еләк, 7 килограмм япраҡ киптерә ала. Сеймал әҙер булғандан һуң тәмле сәй әҙерләүҙең бер нисә рецептын алаһың. Рецепт буйынса япраҡтарҙы ҡушаһың да, тәмен татып ҡарау өсөн туғандарыңды йәки күршеләреңде саҡырып, сәй эсерәһең. Шунан һатып алыусыларҙы ғына табырға ҡала.
Билдәле, әҙер сәйҙе матур итеп төрөргә, ниндәй үләндәрҙән яһалғанлығын күрһәтеп, этикетка йәбештерергә кәрәк. Әҙер пакеттар магазиндарҙа бар, этикетканы матур итеп төҫлө рәсемдәр менән компьютерҙа үҙеңә яһарға була. Шунан социаль селтәрҙәге стеналарыңа сәй һатыуың тураһында реклама урынлаштыраһың. Ләкин был осраҡта рекламанан бигерәк, “сарафан радиоһы” һәйбәтерәк эшләйҙер. Ҡалалағы туғандарығыҙҙың күршеләре, таныш-белештәре бындай сәй хаҡында белеп ҡалһа, үҙҙәре һоратып аласаҡ. Тиҙҙән һеҙҙең сәй тураһында күршеләрҙең күршеләре, уларҙың туғандары ишетәсәк. Тауарығыҙ етмәҫкә лә мөмкин. Шунан киләһе йәйҙә инде үләндәрҙе тағы ла күберәк йыйып, әлегенән дә күберәк аҡса эшләйәсәкһегеҙ. Күпме кеше һеҙҙең шифалы сәйегеҙҙе эсеп ләззәтләнәсәк, күпмеһенә уның файҙаһы тейәсәк. Ябай сәй бизнесына тотонған кешенең генә түгел, ә ғөмүмән, ниндәй ҙә булһа бизнес башлағандарҙың фекерҙәре лә шулайыраҡтыр.
Икенсе төрлө шөғөл — бәйләнгән әйберҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе бәйләү эшенә оҫта. Улар шуның менән буш ваҡыттарын үткәрә, нервыларын тынысландыра, ейән-ейәнсәрҙәрен ойоҡбашлы, башлыҡлы итә. Теләгәндә был һөнәрҙе бизнесҡа әйләндереп ебәрергә мөмкин. Әммә теләһә нәмә бәйләп ултырыуҙан файҙа юҡ. Һатып була торған әйберҙәргә тотоноу мөһим. Бының өсөн тәү сиратта клиенттар табыу зарур. Иң элек, берәй бәйләгән әйберегеҙҙе күп кеше күрерлек итергә кәрәк. Әйтәйек, ейәнегеҙ мәктәптә уҡый ти. Уға бөтә кеше һоҡланырлыҡ башлыҡ, шарф йәиһә бейәләйҙәр бәйләп кейҙерегеҙ. Мәктәптәге бөтөн балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр “аһ!” итерлек булһын. Быны кем бәйләүе менән ҡыҙыҡһынасаҡтар һәм, әлбиттә, һеҙҙә табасаҡтар. Беренсе заказ әҙер тигән һүҙ! Бәйләү өсөн ептең сифатлыһын, матурҙарын һатып алырға кәрәк. Бер юлы күп алһағыҙ осһоҙға төшәсәк.
Рәсәйҙә сәй эсеүселәр күп булған шикелле, ҡайнатма ашаусылар ҙа хаттин ашҡан. Тәмле һәм витаминлы ҡайнатма эшләп һатыу шулай уҡ ҙур сығымдар талап итмәй. Баҡсаһында күпләп еләк-емеш үҫтереүселәргә ул бөтөнләй арзанға төшәсәк. Шәкәр ҡомоноң хаҡы ҡот осҡос түгел. Банка һәм ҡапҡастар һатып алыу ҙа мәшәҡәт тыуҙырмай. Ҡайнатма һатыу хәҙерге заманда ҙур табыш килтерәсәк, сөнки кешеләр сифатлы һәм тәбиғи сеймалдан әҙерләнгән ризыҡтар һатып алыуҙы хуп күрә. Иҫке йәки үҙенсәлекле рецептар буйынса эшләнгән экологик таҙа ҡайнатмалар бик шәп үтәсәк. Бизнестың беренсе уңышы — яҡшы сифатлы тауар етештереү. Икенсеһе — банкаға үҙегеҙ яһаған матур этикетка йәбештереү. Унда ҡайнатманың составы, емештең ҡайҙан һәм ҡасан йыйылыуы, эшләгән урындың адресы яҙылырға тейеш. Үҙегеҙҙең баҡса фонында төшкән фотоһүрәтегеҙҙе ҡуйһағыҙ һатыу күләме һис шикһеҙ артасаҡ. Этикеткаһыҙ тауар үҙ баһаһын 40-50 процентҡа төшөрә, шуны онотмағыҙ.
Реклама — бизнесҡа уңыш килтереүсе өсөнсө аҙым. Район гәзиттәренә, радиоға белдереүҙәр бирергә була. Социаль селтәрҙәрҙә ҡайнатмағыҙ хаҡында тәфсирләп яҙылған постар урынлаштырығыҙ. Билдәле, беренсе йылда уҡ уңышығыҙ ул ҡәҙәр үк булмаҫҡа ла мөмкин. Әммә эште яратып һәм белеп ойошторғанда был төр үҫә, киңәйә торған бизнес.
Бөгөн ауылда эш булмауҙан иң ныҡ тилмереүселәр — ҡатын-ҡыҙҙар. Ир-аттар иһә ҡалаға китеп йәки шабашкаларҙа йөрөп аҙмы-күпме аҡса табырға мөмкин, ә ҡатындар өй тирәһендәге эштәр менән генә булаша ала. Шуға күрә лә был мәҡәләлә һүҙ күберәк ҡатын-ҡыҙҙар өсөн аҡса табыу юлдары хаҡында барҙы. Ғөмүмән, бында телгә алынмаған эш төрҙәре лә етерлек. Һанай китһәң, үҙ һөнәре менән кәсеп итеүселәр күп инде улар: тегеүселәр, аяҡ кейеме төҙәтеүселәр, кәрзин үреүселәр, төрлө тауарҙар һатып йөрөүселәр, фотоға төшөрөүселәр, тамадалар, машина ремонтлаусылар... Бына шулай, эшләргә уйлаған тырыш кешеләр өсөн ауыл һис кенә лә уңайһыҙ урын түгел. Кемдер әйтмешләй, аҡса аяҡ аҫтында, күреп ала белергә генә кәрәк.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина әҙерләне.