Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
30 Апрель 2020, 15:16

Һуғыш яралары уңалһа ла, күңел яралары уңалмай.

Ауыл халҡы яланда, ҡыр эштәрендә.

Ауыл халҡы яланда, ҡыр эштәрендә. Малайҙар йәйге көндө колхозда тир түгеп, әсәйҙәргә ярҙам итеп ҡалырға тырыша. Бер ҡайғы-хәстәт күрмәй, уйын-көлкө, йыр-моң солғанышында йәшәп ятҡанда, һуғыш сығыуы тураһында хәбәр тарала. Ошо көндән башлап тыныс тормоштоң оҙайлы ваҡытҡа ҡара болоттар ҡуйылығы аҫтында ҡалырын ул саҡта бер кем дә аңлап етмәгәндер.
Фронтҡа киткән атайҙар, ағайҙар урынына 10-17 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡала. Уларға ер һөрөп, иген сәсеү, уны йыйып алыу, мал-тыуарға бесән әҙерләү һәм башҡаларҙы әсәйҙәр өйрәтеүе буйынса башҡарырға тура килә. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙыла, йәше еткән, егет ҡорона ингәндәр ҙә фронтҡа юллана.
Был йылдарҙың әсеһе-сөсөһө йәш ҡыҙҙар иңенә лә төшә. Абҙан ауылынан бер юлы 19 кешене Златоуст ҡалаһына эшкә алып китәләр. Сит ерҙәргә сығып өйрәнмәгән йәштәргә бик ауырға тура килә: йәшәү шарттары ла насар, һағыш та көслө. Төндәр буйы илап сыҡҡан ҡыҙҙар ҡасып ҡайтырға ҡарар итә, сөнки дүрт айға тип ебәрелһәләр ҙә уларҙы һаман ҡайтармайҙар. Әлеге 19 кеше араһында Миңзифа Яҡшымбәтова менән Миңлегөлсөм Рәхмәтуллина һәм башҡалар була. Бер йыл самаһы ауылда фермала эшләп йөрөгән Миңзифаны һәм уның менән Златоуста булған иптәштәрен район үҙәге Архангелгә саҡыртып, ҡулға алалар. Тиҙ арала хөкөм сығарып, Владивостокҡа оҙаталар.
— Май баштарында барып еттек, ергә төшһәң, батып китәһең, торф икән унда. Палаткалар ҡороп, 40 градус һыуыҡта эш башланыҡ. Арбалар менән таш ташыйбыҙ, тимер юл һалабыҙ. Көнөнә 100 арба — норма, уны үтәһәң 800 грамм икмәк бирәләр, үтәмәгән осраҡта яртыһын ғына эләгә. Палатка эсендә икешәр ҡатлы итеп һикеләр эшләп алдыҡ. Аяҡҡа быйма, өҫкә фуфайка, бүрек бирҙеләр. Һуңғараҡ Комсомольск ҡалаһына юл һалыуыбыҙ аңлашылды.
Көн буйына музыка уйнай, йүгереп эшләйбеҙ. Ҡабаланып, тар ғына күперҙән үткәндә һыуға сумып бөтәбеҙ. Һуғыш бөткән, Еңеү байрамы була тигән хәбәрҙе ишеткәс, ҡайтырға ашҡындыҡ. Япондар менән һуғыш башланыуын белгәс, күңелдәребеҙҙе баҫып, яңынын эшкә тотондоҡ. Биш йылға хөкөм ителһәк тә, ике йылдан ҡайтырға рөхсәт алдыҡ,-тип һөйләне Миңзифа апай Мөхәмәтйәнова бынан 15 йыл элек.
Ауылға ҡайтҡас, тағы фермаға эшкә керә. Өҫтөндә йүнле кейеме юҡ, ашарға наҡыҫ ваҡыт. Һуғыштан иҫән ҡайтҡан ире “тегендә” булған ҡатынды кире алмай. Бер нисә йәш ҡатынға өйләнеп ҡараһа ла рәтле генә тормош ҡора алмайынса Белорет яҡтарына сығып китә.
Миңзифаның атаһы Йомаҙил, яңғыҙы ҡалғас, икенсе ҡатынға өйләнә. Үгәй әсә ҡулында йәшәүе лә еңел булмай, етмәһә, Сәйетмырҙа ағаһы ла һуғыштан ҡайта алмай.
Тыныс ҡына эшләп йөрөгәндә шахтаға эшкә йыйып йөрөйҙәр. Яҡлап алып ҡалырлыҡ кешеһе лә юҡ, тағы ултыртып ҡуйырҙар тип ҡурҡып, эшкә китергә ризалыҡ бирә.
Прокопьевск ҡалаһына алып барып урынлаштыралар. Бәхет ҡояшы бер саҡ йылмая бит. Татарстанда тыуып үҫеп, һуғышҡа тиклем Донбаста эшләгән, ауыр утлы юлдар үтеп фашисты еңгән егет менән осраша Миңзифа. Лотфрахман Мөхәмәтйәнов менән ун йыл йәшәгәндән һуң, ауылға ялға ҡайталар. Тыуған яҡ һағындыра бит. Тормош иптәше лә бындағы тәбиғәтте, урман-тауҙарҙы үҙ итә. Атай йортонда матур ғына йәшәп алып китәләр. Әммә һөйөнөргә иртәрәк әле. Яңы Тимербай ауылында үгәй әсәһе менән атаһының йорттары янып китә, ололар йәштәр янына күсеп килә.
— Йәшәү урыны ҡыҫыҡ булғас, бер бәләкәй генә өй алып, башҡа сыҡтыҡ. Август аҙаҡтары ине, Фәнисебеҙ беренсе класҡа уҡырға төштө, үҙебеҙ колхозға эшкә керҙек. Иремә (ҡырҙан килгән, тип) берәү ҙә ауыр һүҙ әйтмәне, үҙе лә ауыл халҡына бик итәғәтле булды, - тип һөйләне ил инәһе.
Эйе, Лотфрахман еҙнә менән миңә лә байтаҡ йылдар аралашып йәшәргә тура килде, сөнки уны йыл һайын ата-әсәләр комитеты рәйесе итеп һайлай торған инек. Үҙе тәрбиәле, эшһөйәр булғас, башҡаларға һүҙе үтә ине. Иҫкесә лә, яңыса ла уҡымышлылығы, олоғая биргәс, ауылыбыҙҙың ҡарап торған бер имам-хатибы булыуы ла уның абруйын юғары күтәрҙе. Етмеше тулғансы колхозда эшләне: һәр нәмәне еренә еткереп башҡара ине.
Миңзифа апай ҙа башта сөгөлдөр үҫтерһә, пенсияға сығыр алдынан 12 йыл дауамында медпунктта санитарка хеҙмәтен башҡарҙы. Фельдшерҙар районға китһә, уколын да үҙе һалып, дарыуын да биреп, йәрәхәтләнеп килгәндәрҙе “бәйләп”, тынысландырып сығарыр ине. Быныһы инде уның ярҙамсыл, изге күңелле булыуынан килгәндер.
Бәхетлеләр ҡыҙ таба, егәрлеләр ул таба, ти халыҡ мәҡәле. Миңзифа апай өс улының, өс килененең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөү бәхете лә тейҙе уға. 87 йәшендә донъя ҡуйған тормош иптәше Лотфрахман еҙнә менән 46 йыл ғүмер кисерәләр. Ошо тиклем ҡатмарлы тормош юлы үткән ауылдашыбыҙ бөгөн 96 йәшендә лә үҙен һау-сәләмәт тоя.
Ваҡыт үтә, Бөйөк Ватан һуғышының ауаздары ла йырағайғандан-йырағая. Фашист илбаҫарҙары күрһәткән ғазаптарҙы үҙ иңендә татығандар ғына уның ысын мәғәнәһен аңлай һәм тыныс томоштоң һәр көнөнөң ҡәҙерен белә. Эйе, тау-таш араһында йығылып алынған тән яралары уңалһа ла, һуғыш килтергән күңел яралары онотолмай.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: