Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Апрель 2020, 15:23

Хәтерҙән юйыу мөмкин түгел

1941 йылдың июнендә Германия ғәскәрҙәре һуғыш иғлан итмәйенсә Советтар Союзы территорияһына баҫып инә

1941 йылдың июнендә Германия ғәскәрҙәре һуғыш иғлан итмәйенсә Советтар Союзы территорияһына баҫып инә, бер-бер артлы ҡалаларҙы яулап илдең уртаһына юллана. Ҡанға туймаҫ фашист илбаҫарҙары беҙҙең сикте боҙоп, ауылдарҙы, ҡалаларҙы үлем утына тота. Шулай итеп, тетрәндергес Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға оҙаҡламай 75 йыл да тула. Был ҡәһәрле һуғыш тарих биттәрендә урын алһа ла, уның халыҡ хәтеренән юйылыуы мөмкин түгел. Илебеҙҙә һуғыштың шәфҡәтһеҙ ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, афәте ҡағылмаған ғаилә юҡ.
Абҙан (Тимербай) ауылында тыуып үҫкән Камалетдин Ғәләүетдин улы Фәхретдиновтың ғаиләһе лә ҡәһәрле фашист илбаҫарҙары килтергән фажиғәле ваҡиғаларҙы үҙ иңдәрендә татый, йөрәктәренән үткәрә.
Йәшлек дәрте, көсө ташып торған Камалетдин тыуған колдхозында ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Кәләш алып та өлгөрә ул. Һөйгәне Суфия менән ике йәшлек ҡыҙ үҫтереп, тағы бәпес көтөп торған саҡтары. Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡан мәлдә бөтә ил буйынса ҡурҡыныс хәбәр тарала. Фашистик Германия һуғыш асҡан! Йәш ирҙе беренсе көндән үк бер төркөм ауылдаштары менән фронтҡа оҙаталар. Ул 244-се уҡсылар дивизияһының 911-се полкына алына. Был ҡаһарман дивизия һәр саҡ алғы рәттәрҙә алыша һәм ҡағиҙә булараҡ, уның яҙмышы ла бик фажиғәле була.
Декабргә агрессор Мәскәү эргәһенә килеп етә. Контрһөжүм 1941 йылдың 5-6 декабрендә Калининградтан Елецҡа тиклемге фронтта башлана. Хәрби хәрәкәттәр шунда уҡ киҫкен характер ала. Беҙҙең һалдаттар, шул иҫәптән яҡташыбыҙ Камалетдин Фәхретдинов фашистарҙың “Үҙәк” тип аталған армияһына ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. Тарихта ул “Вязем ҡаҙаны” (“Вяземский котел”) тип билдәле. Тап ошо ҡан ҡойошта 244-се дивизия тулыһынса тар-мар ителә.
Яугирҙың хәтирәләре буйынса, был алыш күп ҡорбан килтерә. Ул хеҙмәт иткән 911-се полкта барлдығы 20 һалдат ҡына иҫән тороп ҡала. Рәсми һандар буйынса Мәскәү янындағы яуҙа 300 мең кеше баш һалған, 700 меңе әсирлеккә төшкән тигән фараз бар. Пленға эләккәндәрҙең барыһын да немецтар Вязьм эргәһендә урынлаштырылған “184-се Дулаг”ҡа оҙата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәхретдинов та ҡулға алына. Дошмандар барлыҡ совет һалдаттарына үҙҙәренең яғына күсергә тәҡдим итә. Ләкин яуҙа сыныҡҡан, ҡурҡыу белмәгән яугирҙарҙың береһе лә риза булмай. Уларҙы бер ниндәй йәшәү шарттары булмаған лагерҙа тоталар. Ас-яланғас, яралы, ауырыу совет һуғышсылары күп ғазаптар, кәмһетелеүҙәр күреп тотҡонлоҡта ыҙа сигә. Лагерҙа көн һайын 300 кеше һәләк була, сирлеләрҙе йә атыр, йә иһә барактарға тултырып яндырыр булғандар. Сәләмәтлектәре яҡшы, физик яҡтан ныҡтарҙа фашистар тәжрибәләр үткәргән, ағзаларын үҙҙәренең сирлеләренә күсереп ҡуйған. Камалетдин да ошо ҡәһәрле лагерҙа бер бөйөрһөҙ ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, нисек тә булһа тотҡонлоҡтан ҡасырға план ҡора һәм уны тормошҡа ашыра.
Камалетдин Ғәләүетдин улы фашист илбаҫарҙарын дөмөктөрөп, тыуған еренә 1945 йылдың көҙөн дә генә ҡайтып етә. Уны өйҙә ҡатыны һәм ике ҡыҙы һағынып көтөп ала. Ватаныбыҙ алдында күрһәткән батырлыҡтары “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” (1945 йыл), “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 20 йыл” (1965), “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл” (1975), “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 40 йыл” (1985) юбилей миҙалдары менән билдәләнгән. Батыр йөрәкле яугир тыныс ваҡытта “Свердлов” исемендәге колхозда тир түгә. Тормош иптәше Суфия Хәйретдин ҡыҙы менән барлығы ун балаға ғүмер биреп, матур итеп тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың ҡыҙҙары һәм улдары ла бөгөн илебеҙҙең төрлө тарафтарында үҙ ғаиләләрен ҡороп, үҙҙәре кеүек тәртипле, аҡыллы, тырыш балаларҙы оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы.
Бөйөк Ватан һуғышы йыл һайын алыҫая, һуғыш һәм тыл ветерандары ла кәмегәндән-кәмей бара. Камалетдин Ғәләүетдин улы Фәхретдинов күптән арабыҙҙа булмаһа ла уның эшләгән изгелектәре, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре яҡташыбыҙҙың рухын һүндермәй.
Һуғыш ветерандары беҙгә азатлыҡ таңы, ысын тормош яҙы алып килгәндәр. Бына инде етмеш биш йыл ваҡыт үтте, ә һәләк булғандар һаман онотолмай һәм онотолмаясаҡ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: