Инйәр
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Апрель 2020, 15:28

“Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк”

Кейемдәге һәр нәмә, һәр биҙәк яман көстән, күҙҙән һаҡланыу саралары булараҡ ҡулланылған

Башҡорттарҙа “Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк” тигән әйтем бар. Кейем һыуыҡ, эҫе, ел-ямғырҙан һаҡлаусы ғына түгел, ә кешенең социаль статусын, этник сығышын билдәләүсе, халыҡтың эске булмышының сағылышы.
Башҡорттарҙың бөгөнгө көнгәсә килеп еткән милли кейеме башҡа бер халыҡта ла булмаған үҙенсәлеге менән айырылып тора. Ерле халҡыбыҙ бер ваҡытта ла арзан яһалма биҙәүестәр, быяла мунсаҡтар таҡмаған. Алтын күп булһа ла – көмөштө үҙ иткән, сөнки уның шифалы дауалау үҙенсәлектәрен белгән, яман көстәрҙән һаҡлағыс тылсымына ышанған. Ғөмүмән, башҡорттар сигеү, нағышлау, мәрйендән селтәрләп, алтын-көмөштән сүкеп эшләнгән биҙәүестәргә өҫтөнлөк биргән.
Башҡорттарҙың милли костюмы халыҡтың тормош шарттарына, тарихына, ырым-йола, ғөрөф-ғәҙәттәренә ныҡ бәйле. Кейеменә ҡарап, кешенең ниндәй социаль ҡатламға ҡарауы, ғаилә хәле тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин булған. Баш кейеменә айырыуса бик ҙур иғтибар бирелгән, мәҫәлән, өлкәнерәк ҡатындар баштарына киндер йә ситсанан аҡ яулыҡ – таҫтар ябынған, дәрәжәле, бай заттар яулыҡ өҫтөнән ҡама йәки ҡамсат бүрек кейгән. Ә бына ҡашмау кейәүгә сыҡҡан ҡатындар өсөн генә тәғәйенләнгән. Йәш ҡыҙҙар ҡашмау кеймәгән, сәстәренә тәңкәле сулпылар, үрместәр таҡҡан, елкә соҡоро тапҡырында ҡайын туҙынан өсмөйөшләп яһалған сәс ҡыҫтырғыс йөрөткән. Ир-ат ситтәре ҡиммәтерәк тире менән тегелгән һарыҡ, төлкө, бүре, һеләүһен бүректәре, кәпәс кейгән. Өлкән ирҙәр ҡараһыу, ә йәштәр сағыу төҫтәрҙәге түбәтәйҙәрҙе үҙ иткән. Улар ебәк, йөн еп менән сигеп, мәрйен, ҡабырсаҡ, уҡа менән биҙәлгән. Кейемдәге һәр нәмә, һәр биҙәк яман көстән, күҙҙән һаҡланыу саралары булараҡ ҡулланылған. Ҡатын-ҡыҙ әйберҙәрендә был символдар айырыуса асыҡ сағылыш тапҡан, сөнки бала имеҙеүсе әсәләрҙе, йәш кенә килендәрҙе боҙомдан, сит-ят күҙҙән һаҡлағандар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының туй костюмы тулы комплектында 30 килограмға тиклем ауырлыҡта булған. Ҡашмау, һаҡал, түшелдерек, сәсүрместәр, камзулдар көмөш тәңкәләр, мәрйен, аҡыҡ, гәрәбә, фирүзә кеүек аҫыл таштарҙан эшләнгән төрлө биҙәүестәр менән күҙҙең яуын алып торған. Кейемдәр күберәк киндерҙән, кесерткәндән һуғылған туҡыма, һарыҡ йәки башҡа йәнлектәрҙең тиреһенән, кейеҙҙән, мамыҡтан, йөндән эшләнгән. “Бөйөк ебәк юлы” аша ла сит илдәрҙән ҡиммәтле ебәк, атлас, барса туҡымалары ла һатып алынған. Милли кейемдәргә баштан-аяҡ мәғәнә һалынып эшләнгән. Уны “уҡый” белгәндәр өсөн үҙе бер бай тарихлы китап.
Бөгөн халҡыбыҙ ҡомартҡыларының был өлгөһөнә һоҡланмаған кеше юҡ. “Хазина” төркөмө менән төрлө ерҙәрҙә сығыш яһарға тура килә. Бына шундай сараларҙа сит халыҡтар, йәштәр араһында беҙҙең милли кейемебеҙ, биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһыныусылар бик йыш осрай. Был, әлбиттә, үҙенә күрә милләтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ, ғөмүмән башҡорт булыуыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо уята, башҡа милләттәр рәтендә үҙ йөҙөбөҙҙө, рухыбыҙҙы күрһәтә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республикала Милли кейем көнөн уҙғарыу тураһындағы ҡарары бик яҡшы башланғыс тип һанайым. Сөнки был байрам халҡыбыҙ ҡомартҡыларын тергеҙеүгә, милли рухты һаҡлап, киләсәк быуыныбыҙҙы башҡорт мөхитендә тәрбиәләүгә этәргес. Әгәр ҙә йәштәр туған халҡының тарихын, телен, мәҙәниәтен – үҙ асылын ҡәҙерләп һаҡлаһа, иртәгәһе көнөбөҙ ышаныслы, ныҡлы буласаҡ.
Рәсимә Мөхәмәтйәрова,
“Хазина” фольклор төркөмө етәксеһе.
Читайте нас: