Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Апрель 2020, 11:16

Ҡотҡарыу түңәрәге

коронавирус белем алыуҙы туҡтата алмаҫ

Рәсәйҙә коронавирустың таралыуына бәйле мәғариф өлкәһендә лә мәжбүри рәүештә күп үҙгәрештәр, сикләүҙәр индерелде. Улар тураһында аныҡлыҡтар биреү маҡсатынан, район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеевҡа мөрәжәғәт иттек.
— Андрей Валентинович, үткән йыл был ваҡытта Берҙәм дәүләт имтиханын алдан биреү саралары ойошторола ине. Быйыл улар уҙғарыласаҡмы?
— Мәғариф министрлығының һәм Рособрнадзорҙың раҫланған бойороғона ярашлы, 2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханы өс этапта үтергә тейеш ине. Беренсеһе, ваҡытынан алда биреү этабы — 20 марттан 13 апрелгә, төп осор — 25 майҙан 29 июнгә, ә өҫтәмә осор 4 сентябрҙән 22-һенә тиклем тип билдәләнгәйне. Бөгөн Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу этабы күсерелә. Был хаҡта хөкүмәт ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһында коронавирустың таралыуына ҡаршы көрәш буйынса координация советының беренсе ултырышында вице-премьер Татьяна Голикова белдерҙе. Имтихандар теҙмәһендә үҙгәрештәр булдырылды, улар мотлаҡ уҙасаҡ. Яңылыҡтар һынау тотоу һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн зыянһыҙ булыр тип ышанабыҙ.
— Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре (ВПР), БДИ, Төп дәүләт имтихандары ҡасан башланасаҡ?
— Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре, Берҙәм дәүләт һәм Төп дәүләт имтихандары ғәҙәттәгесә үткәреләсәк. Шуға күрә сығарылыш класс уҡыусыларына имтихандарға етди ҡарарға, ә уҡытыусыларға ошоға айырыуса баҫым яһарға кәңәш ителә. ВПР-ҙы ойоштороу ваҡытын мәктәптәр үҙҙәре билдәләй, ә БДИ — 8 июндә башланһа ( 25 май урынына), 9-сылар өсөн төп дәүләт имтиханы ваҡыты 9 июнгә күсерелде. Уларға әҙерләнеү өсөн Башҡортостан Республикаһының электрон мәғарифы порталында (https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189959) электрон курстар бар.
— 6 апрелдә барлыҡ уҡыу йорттарында ситтән тороп белем алыу әүҙемләште. Һеҙ быға нисек килдегеҙ?
— Бөгөн районыбыҙҙа интернет селтәренә тоташтырылған 17 белем һәм тәрбиә биреү учреждениелары бар. Унда барлығы 2159 бала белем һәм тәрбиә ала.
Ситтән тороп белем алыу программаһы онлайн-дәрес, электрон-кейс, дежур төркөм һәм баҫма материалдар менән эшләү форматында ойошторолдо. Районда бер уҡытыусынан һәм биш баланан торған дежур төркөм асылды. Бында ата-әсәһе эшләгән 1-4-се класс уҡыусылары йөрөйәсәк. Онлайн дәрес форматын 534 уҡыусы (99 педагог), электрон-кейс — 1274 үҫмер (123 педагог), баҫма-кейсты 346 бала (26 педагог) һайланы. Һәр баланы уҡытыу алымы техник мөмкинлектән сығып билдәләнде. Был мәсьәләне класс етәксеһе менән ата-әсәләр хәл итте.
Дәрестәр тәртибе һаҡланасаҡ, улар менән һәр мәктәптең үҙ сайтында танышырға мөмкин. Уҡыусылар иртәнге сәғәт 10-да һабаҡ алырға ултыра. Һәр дәрес 30 минут дауам итәсәк, тәнәфес араһында бала киләһе дәрескә әҙерләнә. Оҙон тәнәфес һәм төшкө ашҡа ла ярты сәғәт ваҡыт бирелә.
— Компьютер, интернет селтәре булмағандар нисек уҡыясаҡ?
— Уларға дәрестәр мобиль бәйләнеш юлы, баҫма вариант аша еткерелә. Был осраҡта уҡытыусы ҡағыҙ кейстар ҡуллана, телефон, смс-тар аша күрһәтмәләр, эштәр бирә, осрашыу ваҡытын билдәләй. Ҡағыҙ кейсты дежур уҡытыусы аҙнаһына бер нисә тапҡыр таратасаҡ һәм ҡабул итәсәк. Тик шуныһы мөһим, балалар менән бәйләнештә булғанда сирҙе йоҡтормау ҡағиҙәләрен етди үтәргә, медицина битлеген, бирсәткә кейеү режимын боҙмаҫҡа, аралашыу дистанцияһын һаҡларға.
— Онлайн тәртибендә уҡыу нисек ойошторолдо?
— Уҡытыусылар дәрестәрендә ҡулланған һанлы белем биреү ресурстарын файҙаланасаҡ. Был күптәребеҙ өсөн ҡотҡарыу түңәрәгенә әйләнде. Уның нигеҙендә 1-4-се кластар – “Яндекс.Дәреслек”, 5-8 — “Һаҡлыҡ банкының вертуаль мәктәбе”, 9-11-селәр — “Рәсәй электрон мәктәбе” платформаларында теркәлеп, видео дәрестәр, консультациялар аша белем алыуҙарын дауам итәсәк.
Ғаиләлә балалар бер нисә, ә компьютер берәү генә булһа, был турала класс етәксеһен иҫкәртергә. Ул, үҙ сиратында, баланың дәрестә ҡатнашыу алымын билдәләр (мәҫәлән, онлайн-дәрес түгел, ә электрон-кейс). Бынан тыш, онлай-дәрес өсөн планшет йәки смартфон ҡулланып була. Уҡыусы үрҙә әйтелгән платформаларға инә алмаһа, класс етәксеһенә йәки ошо фән уҡытыусыһына кисекмәҫтән мөрәжәғәт итергә тейеш. Улар логин һәм пароль бирәсәк.
— Ата-әсәләрҙең роле...
— Өйҙә уҡытыуҙы ойоштороу йәһәтенән ата-әсәләрҙең иңенә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелде. Һәр баланы компьютер, гаджеттар менән тәьмин итеү, белем алыу, ял итеү өсөн уңайлы, хәүефһеҙ шарттар булдырыу бөгөн тик улар ярҙамында ғына хәл ителде. Мәғариф өлкәһендә ваҡытлыса сикләүҙәр булған мәлдә ололарҙың уҡытыусылар менән тығыҙ бәйләнештә булыуы хуплана.
Киҫкен ваҡиғалар мәлендә бер бала ла иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалырға тейеш түгел. Уларҙың көн һайын дәрестәре, өйгә эштәре буласаҡ, шулай уҡ ҡайһы бер түңәрәктәр ҙә онлайн рәүешендә үткәрелеп тороласаҡ. Дистанцион уҡытыу ғәмәлдәге хәлгә ҡарап һәм күрһәтмәләргә ярашлы дауам итәсәк. Сабыр булайыҡ, бер-беребеҙҙе аңларға тырышайыҡ. Коронавирусҡа бәйле хәл-торош тиҙ арала ыңғай яҡҡа үҙгәрер тип ышанабыҙ.
Белем биреү буйынса һорауҙарығыҙ булһа, 8-(347)2-92-11-52 телефоны буйынса Мәғариф министрлығының ҡыҙыу элемтәһенә, шулай уҡ 8-(34774)2-13-59 — район мәғариф бүлегенә шылтырата алаһығыҙ.
Барыбыҙ ҙа ауыр, хәүефле ваҡытты кисерәбеҙ. Коронавирус бер кемде лә аямай. Шуға күрә үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, оло йәштәге ата-әсәләребеҙҙе, балаларыбыҙҙы зарарламаҫ өсөн бер ни тиклем ваҡыт йорттарыбыҙҙа ҡалайыҡ. Берҙәм булғанда сирҙе тиҙерәк еңербеҙ.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.
Читайте нас: