Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Апрель 2020, 14:25

Үткәндәрҙе һағынып, киләсәккә күҙ ташлап

“Моң ағыла, дәртле илаһи моң. Күңелдәрҙе елкендергес, һандуғас һайрауындай нескә тауыш ҡунаҡтарҙы сәхнәгә әйҙәй”, — тип башлағайным һүҙемде бынан 13 йыл элек Липовка ауыл биләмәһендә үткән күркәм сараны һүрәтләгәндә.

Эйе, бар ине бит шундай саҡтар. 2006 йылда БР Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә, ауылдырҙа һәм райондарҙа нәҫел тамырҙарын барлау маҡсатында, “Шәжәрә” байрамдары уҙғарыла башланы. Әйтергә кәрәк, был башланғыс ғәйәт тәрән мәғәнәгә эйә булған тәрбиә мәктәбенә әүерелде. Күптәребеҙ әлегәсә белмәгән-күрмәгән туғандарын тапты, бер-береңә ярҙам итеү өсөн ерлек барлыҡҡа килде.
Һәр заманда ла тормош еңел булмаған. Ата – олатайҙарыбыҙ 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуңғы ауыр йылдарҙы кисергән, артабан 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осорон лайыҡлы үткән, ХХ быуаттың 90-сы йылдарындағы үҙгәртеп ҡороуҙы, йәки баҙар иҡтисадына күсеү ҡытыршылыҡтарын да йырып сыҡҡан.
Әле лә тормош еңел түгел. Урта махсус, юғары уҡыу йорттарын тамамлаған дипломлы белгестәргә һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлау үтә лә ҡатмарлы. Ҡала һәм ҡасабаларҙа эш урыны табылһа, торлаҡ мәсьәләһе ҡалҡып сыға. Ауыл ерендә һәүетемсә генә донъя ҡора алһаң, эш юҡ. Себер тарафтары ла хәлде еңеләйтмәй: берҙән, кешенең һаулығына зыян килә, икенсенән, оҙайлы ваҡыт айырым йәшәгән ғаилә парҙары йә тарҡала, йә сабыйҙар атай тәрбиәһе күрмәй үҫә. Ялға ғына ҡайтҡан арауыҡта баланы тормошҡа әҙерләп булмай.
Эйе, бер заман “ауылда эш юҡ” тип әйтеүҙе ғәйепкә алдылар. Бер ҡараһаң, йорт-ихатаң, ерең бар, әйҙә шунда йәшелсә-емеш үҫтер, мал-тыуар аҫра: тамағың һыйлы, өҫтөң бөтөн булыр. Әммә ошо рәүешле генә нәҫел-тамырыңды дауам итерлек лайыҡлы балалар тәрбиәләү мөмкинме? Үҙең үҫтергәнде тейешле генә хаҡҡа һатып аҡса эшләй алырһыңмы? Әлбиттә, юҡ, һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел был. Дөрөҫ, тормош алға бара: уҙған быуаттың 80-90-сы йылдары менән генә сағыштырғанда ла хәлле йәшәйбеҙ кеүек. Һәр йортта тиерлек еңел машина, йомош-юлға таксиҙа ғына елдерәбеҙ. Әммә быларҙың барыһы ла тик тышҡы күренеш кенә, ә тәрәнерәк уйлаһаң, һәр бала үҫкәс үҙен-үҙе ҡарарлыҡ, ғаилә ҡороп, нәҫелен дауам итерлек, илен, ерен һаҡларлыҡ шәхес булып етешмәй. Тормош ҡуйған кәртәләрҙе еңеп сыға алмай, шуға ла аяныслы хәлдәргә тарыйбыҙ. Бәләкәйҙән үк тик әҙергә генә өйрәнмәй, башта белем тауының ҡатмарлы мәсьәләләрен сисергә, тырышып уҡырға, һуңынан алған белемеңде эштә ҡуллана алырға тейешһең. Шул саҡта ғына барлыҡ хыялдарыңа өлгәшерһең. Ә бында ата-әсә, уҡытыусы, олатай-өләсәй, туған-тыумаса, замандаштарың ярҙам ҡулы һуҙһа, бик яҡшы. Һәр быуын вәкиле ваҡыт һынауын лайыҡлы үтһә, киләсәгебеҙ өмөтлө, ышаныслы булыр.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: