Малсылыҡта ит йүнәлешен үҫтереү Рәсәйҙең дәүләт өҫтөнлөктәре категорияһына индерелгән. Быға тос нигеҙҙәр бар, сөнки илдең аҙыҡ-түлек именлеге — иҡтисады ғына түгел, ә сәйәси мәсьәлә лә. Ит етештереү — иң элек, ит малсылығын үҫтереү.
— Хужалыҡ ит тоҡомло малдарҙы үрсетеү һәм ауыл-хужалығы продукцияһын етештереү тармағы буйынса эшмәкәрлек итә. Үрсемде яһалма юл менән ала башланыҡ. Үҙебеҙҙең тоҡом үгеҙе лә бар. Бөгөн 60-лап баш мал аҫрайбыҙ. Аҙыҡ етерлек һәм сифатлы булғанға күрә бөйрәкәйҙәребеҙ көр, таҙа.
Ит малсылығы үҙенән-үҙе үҫешә алмай. Бында иң мөһиме малдар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, яҡшы ашатыу. Шуға күрә үрсемде һау-сәләмәт итеп тәрбиәләп, уларҙы артабан һимертеү —төп бурыстарыбыҙҙың береһе.
Бөгөн техникаларҙы төҙөкләндереп, техник тикшереүгә һәм яҙғы сәсеүгә әҙерләнеү саралары башҡарыла, шулай уҡ бесән һаҡлау урындарын, аҙбарҙарҙы йүнәтеү эштәре ойошторола. Ауыл хужалығы тауарҙары һәр саҡ һорау менән ҡулланыла. Беҙҙең продукция ла яҡын тирәлә киң билдәлелек алып бара. Барлыҡ мәшәҡәттәрҙә лә күршем Филүс Ҡотләхмәтов ҙур ярҙам күрһәтә,-тип ҡыҫҡаса эш барышы менән таныштырып үтте Тирәкле ауылында йәшәүсе эшҡыуар Илгиз Ғәлиәкбәров.
Дилара Бәҙретдинова. Фото ғаилә архивынан.