Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Март 2020, 16:00

Уяулыҡ ҡамасауламаҫ

24 март — Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө

1982 йылда туберкулезға ҡаршы көрәш буйынса Халыҡ-ара берләшмәһе 24 мартты Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип иғлан итте.
Туберкулез бик ҡурҡыныс һәм зарарлы инфекцион ауырыу булып тора. Уны таратыусы күҙгә күренмәгән туберкулез таяҡсалары. Был сир менән тормош шарттары ауыр булған кешеләр ауырый: эскеселәр, ас йөрөгәндәр, төрмәлә ултырып сыҡҡандар, йәшәр урыны билдәһеҙҙәр, ВИЧ менән зарарланғандар, ситтә эшләп йөрөүселәр. Шулай уҡ был төркөмгә шәкәр, тын алыу юлдары, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре, гастрит, сей яра, гепатит менән яфаланыусылыр ҙа инә. Нигеҙҙә хеҙмәткә яраҡлы 25-50 йәшлектәрҙең һәм һирәк осраҡта балаларҙың сиргә дусар булыуы хәүефләндерә. Республика мигранттары ла был өлкәлә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Дөйөмләштереп әйткәндә, был социаль сир. Иҡтисади көрсәк: аҡса юҡлығы, туҡланыу наҡыҫлығы, йәшәү шарттары насар булыуы туберкулездың таралыуына туранан-тура йоғонто яһай.
Туберкулездың төрҙәре күп, мәҫәлән, умыртҡа һөйәге, бәүел юлы, енси ағзалар, тире, күҙҙәр, һөйәктәр, быуындар, лимфа төйөндәре. Һөҙөмтәлә, 85 проценты үпкә туберкулезы тәшкил итә, 15 проценты бүтән органдарға тура килә. Үпкә туберкулезы ныҡ таралыусан. Ауырыу кеше йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә тирә-яғындағы һауана зарарлай, ә һау кеше тын алғанда йоғошло таяҡсаларҙы үпкәгә ала. Үпкәлә яйлап төрлө ҙурлыҡтағы ҡыуышсыҡтар барлыҡҡа килә, кеше йүткереп, үҙен насар тоя башлай.
Рәсәйҙә йыл һайын туберкулездан 30 меңдән артыҡ кеше үлә. Уны иҫкәртеү маҡсатынан йыл һайын флюрография үтеп торорға кәрәк. Иртә табылған сир уңышлы дауалана. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, уяу булығыҙ.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: